АҒАС-МАҒАС
частарҙы йәшереп торасаҡ. Р. Ниғмәти. Көрәктәр менән биттәрҙе ҡаплап баҫманан сыҡтыҡ та тағы яр һәм һирәк ағаслыҡтар араһынан уң яҡҡа киттек. Д. Юлтый.
2. Ағаслы урын; урман. □ Лесистая местность; лес, роща. ■ Беҙҙе алда Ирәмәл көтә. Ағаслыҡ һирәк, асығыраҡ урындарҙа күкрәген киреп ятҡан Ирәмәлдең ташлы түбәһе күренгеләп ҡала. «Урал», 8 август 2011.
3. йыйн. Бер төрлө урманды барлыҡҡа килтергән ағастар өйкөмө. □ Древостой. Тиң йәштәге ағаслыҡ. Ҡатнаш ағаслыҡ. ■ Уның үҙен дә шундай уҡ ваҡ ағаслыҡ баҫып бөткән, арҡыс-торҡос эре ағастар йығылған. Д. Шәрәфетдинов.
АҒАС-МАҒАС (Р.: деревья; И.: sundry trees; T.: ağaçlar) и. йыйн.
Төрлө ваҡ-төйәк ағас. □ Всякие деревья. Ағас-мағас яндырыу. Ағас-мағас йыйыу.
АҒАС МАТЕРИАЛ (Р: лесоматериал; И.: timber; T: kereste) и.
Ағастың тәбиғи физик структураһын һәм химик составын һаҡлаған урман материалдары. □ Лесоматериал. Ағас материалы әҙерләү. ■ Сифатлы ағас материал төҙөлөшкә ебәрелһә, ҡалдыҡтарҙан һөт эшкәртеү комбинатына кәрәкле һауыттар эшләргә була. «Атайсал, № 78, 2011.
АҒАС ОҪТАҺЫ (Р: столяр; И.: joiner; T.: marangoz) и.
Ағастан төрлө әйберҙәр яһаусы оҫта; балта оҫтаһы. □ Столяр.
АҒАС СӨЙ (Р: деревянный крюк; И.: wooden peg; T: tahta kazık) и. миф.
Мәрхүмдәрҙең рухы «ҡунһын» өсөн өйҙә, ғәҙәттә, ишек башына ҡағылған сөй. □ Деревянный крюк, вбитый над дверью дома, куда, по представлениям башкир, садятся души умерших. ■ Ишек башындағы ағас сәйгә әруахтар йомала ултыра икән. М. Ғәйнетдинова.
АҒАС СӨРӨГӨ и. ҡар. сөрөк.
АҒАС СҮБЕ и. диал. ҡар. ағас сүбәге.
АҒАС СҮБӘГЕ (Р: луб; древесные волокна; И.: bast; T.: elyaf) и.
Органик матдәләрҙе төрлө органдарға таратыу өсөн үҫемлектәрҙәге епсәләр. □ Луб, древесные волокна.
АҒАСТАБАН (Р: деревянная подошва лаптей; И.: wood sole; T.: ahşap taban) и. диал.
Сабатаға ҡағылған ағас күтәрмә. □ Деревянная подошва лаптей.
АҒАС ТАЛҠЫ и. диал. ҡар. талҡы.
АҒАС ТАУАРЫ и. диал. ҡар. ағас материал.
АҒАС-ТАШ (Р: строительные материалы; И.: construction materials; T.: inşaat malzemesi) и. йыйн.
Өй һ. б. нәмә төҙөү өсөн файҙаланылған һәр төрлө материал. □ Строительные материалы. Ағас-таш әҙерләү. ■ Ауыл ағас-таш менән кәсеп итеп, йәйен тәгәрмәс туғыны, ҡышын сана табаны бөгөп ғүмер иткән. Ш. Янбаев. Күбеһенсә өмә яһап, күмәк көс менән ағас-таш килтереп, балсыҡтан саман-кирбес һуғып йорт-ҡураларҙы төҙөк-ләндерәләр. «Йәншишмә», № 99, 2010.
АҒАС ТЕЛ (Р: невоспитанный; И.: ill-bred, bad-mannered; T.: nezaketsiz) с. диал.
Тупаҫ, әҙәпһеҙ. □ Невоспитанный, невежливый. ■ Улыҡайым, шуны бел: кеше күңелен киткән, кеше йөрәген өткән тупаҫ тел ул -ағас тел. X. Сафаров. [Осман] Ғилмибейгә түгел, хатта шарлатан кибетсегә лә, ағас телле төнгө ҡарауылсыға ла тегендәй-бындай һүҙҙе ыскындырмай. «Төрөк хикәйәләре».
АҒАС ТИРМӘН (Р: деревянный жернов; И.: wooden millstone; T.: ağaç değirmen taşı) и.
Ағастан эшләнгән ҡул тирмәне. □ Деревянный жернов. Ағас тирмән тартыу.
АҒАС ТУП (Р: лапта; И.: bat; T.: raket) и. диал.
Балалар уйыны исеме. □ Лапта.
АҒАС ТӘҢРЕҺЕ (Р: божество; И.: wood deity; T.: Ağaç Tanrısı) и. миф.
Мифик зат, башҡорттар табынған 12 тәңренең береһе. □ Одно из 12 мифи-
144