Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 145


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҒЗАЛЫҠ
ческих божеств, которым поклонялись башкиры. К Уларҙың ҡайһы берҙәре 12 тәңре тураһында һөйләне: имеш, ҡыштың, йәйҙең, ямғырҙың, елдең, ағастарҙың тәңреләре бар икән. Ибн-Фадлан.
АҒАСҮҘӘК (ағас үҙәге) и. диал. ҡар. боғарлаҡ.
АҒАСҮЛӘН (Р.: кочедыжник; И.: athy-rium; T.: athyrium) и. бот.
Абағалар төркөмөнә ҡараған уртаса һәм субтропик климат бүлкәтендә үҫкән 1,5-2 м бейеклегендәге үҫемлек. □ Кочедыжник (лат. Athyrium). Америка ағасуләне. Ваҡ япраҡлы ағасулән. Ҡанатлы ағасулән. Энәле ағасулән.
АҒАС ҮҢӘС (Р.: трахея; И.: trachea; T.: nefes borusu) и. анат. диал.
Тын юлының кимерсәк көпшә рәүешендәге өлөшө; ҡурылдай. □ Трахея.
АҒАС ХУЖАҺЫ и. диал. ҡар. ағас эйәһе.
АҒАС-ҺАҒАС и. диал. ҡар. ағас-мағас.
АҒАС ҺАРЫҺЫ (Р: сок дерева; И.: tree’s spring sap; T: özsu) и.
Яҙ көнө ағастан аҡҡан һыу. □ Весенний сок дерева, пасока. • Ағас һарыһын тукмәйенсә яҙ булмай. Ырым.
АҒАС-ҺӘЛЕП (ағас-һәлебе) и. диал. ҡар. ағас-мағас.
АҒАСЪЯҢАҠ (ағасъяңағы) и. 300Л. ҡар. ағасаҡ. ■ Бына бер заман ҙур ғына ағасъяңаҡ атылған пуля кеуек килеп сыҡты. Селбәрәләр төрлөһө төрлө яҡҡа һибелделәр. Ағасъяңаҡ уҙе лә тиҙ китте. Ғ. Ибраһимов.
АҒАС ЭЙӘҺЕ (Р: дух дерева; И.: tree spirit; T: Ağaç Tanrısı) и. миф.
Башҡорт мифологияһында яңғыҙ ағаста йәшәгән мифик зат. □ Мифический персонаж, живущий, по поверьям башкир, в одиноких деревьях. ■ Ә ағас эйәһе уҙе боронғо башҡорттарҙың Ағас тәңреһенә барып тоташа. Ф. Хисамитдинова. Ағастың эйәһе була. Эйәһен асыуландырһаң, кешегә зыян тейә: ул йә ауырый, йә бутән берәй ҡыйынлыҡ кисерә. Р. Һаҙыева.
АҒАС ЭШКӘРТЕҮ (ағас эшкәрт-) (Р: деревообработка; И.: lumbering; T: kerestecilik) ҡ.
Ағасты киҫеү, ботау, әрсеү. □ Обрабатывать деревья. // Деревообработка. Ағас эшкәртеу цехында эшләу. ■ Башҡортостанда ағас эшкәртеу ҙә киң йәйелдереләсәк. «Йәшлек», 26 ғинуар 2010.
АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ (ағас әҙерлә-) (Р: лесозаготовка; И.: lumber camp; T: kereste yığma) ҡ.
Ағас йығыу, уны урмандан сығарыу, өлөшләтә эшкәртеү. □ Заготавливать лес. // Лесозаготовка. ■ Район [Ишембай районы] территорияһының 67 проценты урман менән ҡапланған, шуға ағас әҙерләу эше лә яйға һалынған. «Йәшлек», 10 июнь 2010.
АҒАС ЯҢАҠ (яңағы) и. диал. ҡар. үҙ һүҙле.
АҒЗА [ғәр. (Р: член; И.: member; T: üye) и.
1. Тәндең билдәле бер вазифа үтәгән айырым өлөшө; орган. □ Член, часть тела, орган. Аш һеңдереу ағзалары. Телмәр ағзалары. ■ Донъя малы өсөн ҡайғырмайым, көллө ағзаларым һау булғас. Халыҡ йырынан. [Әсәйем:] Шул тиклем ҡырылыштан алты ағзаң теуәл ҡайтып куҙебеҙгә куре-неуең уҙе тауҙай шатлыҡ! — тип ҡыуанысынан албырғап, ни эшләргә белмәне. Ш. Янбаев.
2. Берәй ойошмала, идарала торған кеше. □ Член (коллектива). Идара ағзаһы. Партия ағзаһы. Профсоюз ағзаһы. Редколлегия ағзаһы. Хөкумәт ағзаһы. ■ Марсель, ике ҡулы ла йәрәхәтләнеугә ҡарамаҫтан, спортҡа килеп, ныҡышмал рәуештә шөғөлләнеп, ҙур уңыштарға ирешкән көслө шәхес, Силәбе әлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының әуҙем ағзаһы ла. «Йәшлек», 2 июль 2011.
АҒЗАЛЫҠ (ағзалығы) (Р: членство; И.: membership; T: üyelik) и.
Берәй ойошмала, идарала ағза булғанлыҡ. □ Членство. Идара ағзалығынан сығарыу. Ағзалыҡ танытмаһы.
145