Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 146


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҒЗАМ
АҒЗАМ [ғәр. (^1| (Р.: высочайший; И.: the highest; T.: yüksek) с. иҫк.
Бик бөйөк, ололоҡло. □ Высочайший, величайший.
АҒЗАМ ХӘҘРӘТТӘРЕ (Р.: ваше высочество; И.: Your Highness; T.: Ekselansları) и. иҫк.
Ололап әйтеү һүҙе. □ Ваше высочество, Ваше величество, Ваше превосходительство.
АҒИНӘЙ (Р: уважаемая пожилая женщина. И.: respectable elderly woman; T: saygıdeğer hanımefendi) u.
Хөрмәткә лайыҡ, оло йәштәге инәй. □ Уважаемая пожилая женщина. ■ Кем белә һикһәнде ҡыуған, ағинәй сүрәтенә ингән ҡарсыҡтың күңел һандығында ниҙәр барын. Г. Яҡупова. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәрйәм өләсәһе күптән был донъяла юҡ инде, әммә кескәй ейәнсәренең күңеленә иман нуры ҡундырған, әллә күпме доғалар өйрәткән ағинәй — Айгөлдөң йөрәгендә. «Башҡортостан», 5 март 2011.
АҒЛАУ (ағла-) (Р: плакать; И.: cry; T.: ağlamak) ҡ. иҫк. кит.
Илау. □ Плакать. // Плач. ■ Гүзәллек баҡсаһын ситтән күреп, һайра булып ғашиҡ. Былай һайрау ҡауышҡандан һуң ағлауҙан булыр артыҡ. М. Ғафури.
АҒУЙ (Р: открытая долина между гор; И.: valley between the mountains; T.: dağlar arasındaki vadi) и. диал.
Ағарып ятҡан уй. □ Открытая долина между гор.
АҒУЙМАҠ (ағуймағы) и. диал. ҡар. ағуй. ■ Ағуймаҡай күбек уйылып аға Ағиҙелкәй һыуҙың ағыны. Йырҙан.
АҒУНА (Р: белая куропатка; И.: willow ptarmigan; T.: keklik) и. зоол.
Тауыҡтар төркөмөнә ҡараған, ҡышын аҡ, йәйен көңгөрт төҫтә була торған ҡырағай ҡош. □ Белая куропатка (лат. Lagopus lagopus). Һоро ағуна. Я Ҡанаттары ап-аҡ ҡына — бына һеҙгә ағуна. Һиҙгер, йылғыр, бик һаҡ ҡына, ул һаҙлыҡта була. С. Кулибай.
[Ағунаның] ояһы ерҙә. Ҡара һәм көрән таплы йомортҡаларының һаны 15-кә тиклем етә. Ите өсөн аулайҙар. Э. Ишбирҙин.
АҒУТА (Р: чиновник; И.: official; T.: memur) и. иҫк.
Түрә, аҙамат. □ Чиновник. Батша ағуталары.
АҒҮҘӘК (ағүҙәге) (Р: спинной мозг; И.: spinal marrow; T: omurilik) и. диал.
Йөлөн. □ Спинной мозг.
АҒҮЛӘН и. диал. ҡар. йылан тарыһы.
АҒЫҘҒЫС (Р: кран; И.: crane; T: musluk) и.
Һыу менән тәьмин итеүсе ҡорамалдың мороно; һемәк. □ Кран. Ағыҙғысты йүнәтеү. Ағыҙғыс боҙолоу.
АҒЫҘҘЫРТЫУ (ағыҙҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. ағыҙыу, понуд. от ағыҙыу.
АҒЫҘҘЫРЫУ (ағыҙҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ағыҙыу, понуд. от ағыҙыу.
АҒЫҘЫЛЫУ (ағыҙыл-) ҡ. төш. ҡар. ағыҙыу, страд, от ағыҙыу.
АҒЫҘЫУ (ағыҙ-) (Р: пускать воду; И.: let flow; T.: akıtmak) ҡ.
1. Быуылып, бикләнеп торған шыйыҡлыҡҡа ағырға мөмкинлек биреү. □ Пускать воду, лить, наливать, слить жидкость. // Сливание, слив. Быуаны йырып ағыҙыу. Мискәнән кәрәсин ағыҙыу. Самауырҙан һыу ағыҙыу. ■ [Әнүәр:] Бер ағастан сайырҙы 15— 20 йыл буйы ағыҙырға мөмкин, бының өсөн һыҙыуҙы бик дөрөҫ яһарға кәрәк. 3. Ураҡсин.
2. Шыйыҡса менән тултырыу. □ Наполнить жидкостью, лить, напустить. // Наполнение. Ваннаға һыу ағыҙыу.
3. Торба, канал буйлатып шыйыҡсаны ҡыуыу. □ Пропустить жидкость через трубу. Нефть ағыҙыу.
4. Йылға ағышы ыңғайына берәй нәмәне ебәреү. □ Пускать по воде, по течению; сплавлять, сплавить что-л. (по воде). // Сплав (по реке). Ағас ағыҙыу. Бүрәнә ағыҙыу. Я Үҙәште йылғаһынан яҙғы ташҡында ҡыуғын ҡыуалар, һал ағыҙалар. Ж. Кейек-
146