Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 147


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҒЫМ
баев. Ауырыу, бәлә-ҡаза китһен тип, ғәйнә башҡорттары боҙ киткәндә ҡурсаҡ ағыҙа. Ф. Хисамитдинова.
5. Ағым ыңғайына алып китеү (һыуға ҡарата). □ Сносить, снести, уносить, унести, относить, отнести (о реке, течении). Ағыҙып алып китеу.
6. Ҡан, йәш һ.б. түгеү, ҡойолтоу. □ Лить, пролить (слёзы, кровь и т.д.). // Проливание. Йәш ағыҙыу. Тир ағыҙыу. ■ [Сәғиҙә] кайнар куҙ йәштәрен уның [ҡыҙының] һыуынған йөҙөнә ағыҙҙы. Һ. Дәүләтшина. Дегәнәк алмаларҙы өйкәй-өйкәй ҡанлы һуттарын ағыҙа, ти. Әкиәттән. Байрам көнөндә хәле еткән кешеләргә Аллаһы Тәғәлә ҡорбан салырға бойорған. Кешенең ҡанын тугел, хайуандың ҡанын ағыҙыу — ғибәҙәт ул. «Йәншишмә», 12 ноябрь 2010.
7. Һурҙырыу, ҡыуыу, айыртыу (кәрәҙле балды). □ Гнать, качать (мёд). // Перегонка (мёда). Бал ағыҙыу.
♦ Ауыҙ һыуын (йәки һеләгәйҙе) ағыҙыу тәмле нәмәгә ымһыныу; тәм итеү. □ Смотреть с вожделением, соотв. Текут слюнки.
АҒЫҘЫШЫУ (ағыҙыш-) ҡ. урт. ҡар. ағыҙыу 1, 2, 3, 5. взаимн. от ағыҙыу 1, 2, 3,5.
АҒЫ-КҮГЕ (Р.: разные; И.: different; T: farklı) с. диал.
Төрлөһө. □ Разные.
АҒЫЛА и. бот. диал. ҡар. ағала.
АҒЫЛЙЫМ с. ҡар. аҡһыл.
АҒЫЛЫЙҒА ТАҒЫЛЫЙ (Р: навязчивый человек; И.: importunate person; T: sırnaşık) и. һөйл.
1. Эйәреп, арттан ҡалмай йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Надоедливый, докучливый, неотвязный человек.
2. Бер-береһенән ҡалмай йөрөгән ике кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Водой не разольёшь (разлить), не разлей вода (двое друзей ).
АҒЫЛЫУ (ағыл-) (Р.: течь; И.: pour; T: dökülmek) ҡ.
1. Туҡтауһыҙ ҡойолоу. □ Течь, сыпаться потоком. Иген ағыла.
2. Өйкөм-өйкөм булып эркелеп, өҙлөкһөҙ күсеү (болот, томан, төтөн һ.б. нәмәгә ҡарата). □ Плыть, двигаться, надвигаться, мчаться (о клубах дыма, облаках, тучах и т.д.). ■ Ағыла ла ағыла болот, ямғыр һибеп тирмәләргә. Р. Бикбаев. • Ҡояш байығанда артынан болот ағылһа, ҡеуәтле ел булыр. Һынамыш.
3. Бер яҡҡа табан туҡтауһыҙ үтеп тороу (кешеләргә ҡарата). □ Течь в одном направлении (о толпе, людской массе). Халыҡ ағыла.
4. Туҡтауһыҙ ағымда хәрәкәт итеү, үтеп тороу. □ Идти, двигаться, проходить потоком. Машиналар ағыла.
5. Туҡтауһыҙ килеп тороу (хат, хәбәр, телеграмма һ.б. ҡарата). □ Течь, идти потоком (о письмах, сообщениях, телеграммах и т.п.).
6. Күпләп түгелеү, ҡойолоу (ҡан, тиргә ҡарата). □ Литься, проливаться (о крови, поте). ■ Тирҙәр ағыла, ҡандар һауыла, малдар шулай табыла. Халыҡ йырынан.
7. кусм. Бер ыңғай менән генә тулҡынып сығыу (көйгә ҡарата). □ Литься (о плавных звуках). Яғымлы музыка ағыла. ■ Тыуған ҡырҙар гузәллеге булып, йөрәктән йыр купме ағыла. Н. Нәжми.
АҒЫМ (Р: течение; И.: flow; T: akıntı) и.
1. Һыу, һауаның бер йүнәлештәге хәрәкәте. □ Течение, поток. Тубәнге ағым. Үрге ағым. Һауа ағымы. ■ Ағиҙелдең ағымын кургәндә һеҙҙе һағынып йырҙар яҙырмын. Д. Юлтый. Ҡомһоҙ, көслө һыу ағымы уларҙы шунда уҡ эләктереп ала ла аҫҡа ағыҙып алып китә. Я. Хамматов.
2. Күмәк төркөмдөң бер йүнәлештәге хәрәкәте. □ Поток, масса. Халыҡ ағымы.
■ Кешеләр ағымы шаулап аҡҡан саҡта, һин урамдан уттең бик уйсан. Ғ. Амантай. Юлдаш та, ошо ағымға ҡушылып, унынсы мәктәп яғына атланы. 3. Биишева.
3. Туҡтауһыҙ килеп торған нәмәләрҙең йәки кешеләрҙең хәрәкәте. □ Поток. Телеграммалар ағымы. Абитуриенттар ағымы.
■ Диңгеҙгә ашығыусы йылғаларға оҡшап,
147