АҒЫМДАҒЫ
төрлө яҡтан Торатауға юл тотҡан ошондай шау-шыулы халыҡ ағымдарында Ағиҙел аръяғынан — һуҡайлы, Ашҡаҙар буйҙарынан килеуселәрҙе лә осратырға мөмкин. Б. Рафиҡов.
4. Уҡыу-уҡытыу маҡсаттарында бүленгән уҡыусыларҙың төркөмө. □ Поток (учебный ). Ике ағымда булған имтихандар.
5. кусм. Ижтимағи-сәйәси, сәнғәт йәки әҙәби йүнәлеш. □ Течение, направление. Сәнғәттәге реалистик ағым. Сәйәси ағым. Әҙәби ағым.
АҒЫМДАҒЫ (Р.: текущий; И.: current; T: günlük) с.
1. Ошо көндә дауам иткән, ғәмәлдә булған; хәҙерге, әлеге. □ Текущий. Ағымдағы мәсьәләләр. Ағымдағы сәйәсәт. Ағымдағы ваҡиғалар.
2. Һәр көн башҡарылған, сираттағы, көндәлек. □ Очередной, повседневный. Ағымдағы эштәр. М Ағымдағы эш: ул иртәгә лә, иртәнән һуң да, унан ары ла шулай ҡабатланасаҡ, бер нәмә лә уҙгәрмәйәсәк. X. Тапаҡов.
АҒЫМДАҒЫ ИҪӘП (Р: текущий счет; И.: current calculation; T: cari hesap) и. иҡт.
Банк вкладсылары иҫәбе. □ Текущий счёт, текущий учёт. Тышҡы сауҙа операцияларының ағымдағы иҫәбе. Сит ил валю-таһындағы ағымдағы иҫәптәр.
АҒЫМСЫ Л АУ (ағымсыла-) ҡ. диал. ҡар. ваҡһыу.
АҒЫН (Р: быстротечный; И.: fleeting; T: akar) с.
Ағып ятҡан, шәп аҡҡан (һыуға ҡарата). □ Проточный, быстротечный, текучий, стремительный. Ағын йылға. Ағын һыу. ■ Иртә генә томан, кис тә томан, Әй һыуы — ағын һыу ҙа, был томандар ниңә лә асылмай, Әй һыуы — ағын һыу ҙа. Халыҡ йырынан. Ағиҙелкәй һыуы, ай, тын икән, яр ситтәре бигерәк ҡомло икән, ағын һыу, Ағиҙел буйҙары. Халыҡ йырынан. • Балыҡ ағынды, тәлмәрйен тоноҡто ярата. Мәҡәл.
АҒЫНДЫ с. диал. ҡар. ағар. Ағынды һыу.
АҒЫН-ТҮГЕН с. диал. ҡар. бөтмәҫ-төкәнмәҫ. Шул тиклем ағын-туген байлыҡты ҡайҙа ҡуйып бәшмәк кәрәк.
АҒЫП ТУҢҒАН с. диал. ҡар. булдыҡһыҙ. Ағып туңған әҙәм.
АҒЫРАЙТЫУ (ағырайт ) ҡ. диал. ҡар. аҡ V.
АҒЫТТЫРЫУ (ағыттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ағытыу, понуд. от ағытыу.
АҒЫТЫЛЫУ (ағытыл-) ҡ. төш. ҡар. ағытыу, страд, от ағытыу.
АҒЫТЫУ (ағыт-) (Р: пускать на волю жеребят с кобылицами; И.: let colts (foals) at large; T: tayları kısraklarla serbest bırakmak) ҡ.
1. Ҡымыҙға бәйләгән һауын бейәләрҙе ҡолондары менән иркенгә ебәреү (төнгөлөккә ашатыр өсөн йәки көҙөн ҡымыҙ яһауҙы туҡтатҡас). □ Пускать на волю жеребят с кобылицами (после дойки). Ҡолон ағытыу. ■ [Гөлйөҙөм:] Бейәләрҙе кисен ҡолондарына ҡушып ҡырға ҡыуалар. Ҡолондар шунда рәхәтләнеп төн буйына әсәләрен имеп йөрөйҙәр. Бына шуны «бейә ағытыу» тиҙәр беҙҙә. 3. Биишева.
2. Оҙон итеп һөйләү. □ Долго говорить, рассказывать. Хәбәрҙе ағыта белә ул Хәмит бабай.
АҒЫТЫШЫУ (ағытыш-) ҡ. урт. ҡар. ағытыу, взаимн. от ағытыу.
АҒЫУ I (аҡ-) [дөйөм төрки аҡ-] (Р: течь; И.: flow; T.: akmak) ҡ.
1. Бер йүнәлештә хәрәкәт итеү (шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Течь, литься (о жидкости). // Течение. ■ Сылтырап аҡҡан шишмәләрҙән һыуҙар эсер инем туйғансы. Ә. Мирзаһитов. Көньяҡ Уралдың урман баҫҡан ҡаялы тауҙары араһынан кескәй генә йылға аға. Ул — Һәләуек йылғаһы. Я. Ҡолмой. • Тәрән йылға тауышһыҙ аға. Мәҡәл.
2. Һыу менән ҡуша хәрәкәт итеү. □ Двигаться, плыть по течению. ■ Шулай итеп, был байғош япа-яңғыҙ тора ла ҡала. Кейемдәре лә ағып китә. Әкиәттән.
3. Бер-бер артлы талғын хәрәкәт итеү (болоттарға ҡарата). □ Плыть (об обла-
148