Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 149


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҒЫУЛЫ
ках). М Кук йөҙөн ҡаплаған болоттар ҡояш байышы яғынан өргән ел менән ҡайҙалыр ашығып-ашығып ағалар ине. Ғ. Дәүләтшин.
4. кусм. Бер-бер артлы күңел аша үтеү; ағылыу (уй, хискә ҡарата). □ Течь (о мыслях, чувствах и т. п.). // Течение. ■ Йырым куңелдәргә ятһын, йырым минең тынмай аҡһын. Р. Ғарипов.
5. кусм. Күпләп ҡулға инеү; яуыу (аҡсаға, байлыҡҡа ҡарата). □ Течь, плыть (о деньгах, доходах и т. п.). Аҡсаның куҙе юҡ, аға ғына.
6. Бер ыңғайға оҙаҡ яңғырап ишетелеү; ағылыу (көйгә ҡарата). □ Литься, звучать, распространяться (о звуках мелодии). // Звучание, распространение. ■ [Йырҙың] һуҙҙәре асыҡ ишетелмәй. Ә моң, ҡараңғылыҡ пәрҙәһен тишеп, аға ла аға. Н. Мусин.
7. Өҙлөкһөҙ үтеү (ваҡытҡа ҡарата).
□ Протекать, проходить (о времени). ■ Шау-лы-даулы заман диңгеҙендә ағыр йылдар, ағыр ишелеп. И. Кинйәбулатов.
♦ Аҡмаһа ла тама әҙ-мәҙ булһа ла эләгә, ҡулға төшә (мал, аҡсаға ҡарата). □ Нет-нет да перепадает. ■ [Рыҫҡол — Әлмәткә:] һеҙ туҡ шул. Турәләр алдында яҡшатлана беләһегеҙ, аҡмаһа ла тамып тора һеҙгә. Б. Бикбай.
АҒЫУ II [боронғо төрки ааг ‘асы, ағыулы’] (Р.: яд; И.: poison; T: zehir) и.
1. Тереклек осон зәһәрле матдә; ыу.
□ Яд, отрава. Йылан ағыуы. Үрмәксе ағыуы. ■ Хәҙерге ваҡытта ҡорт ағыуынан бик куп шифалы дарыу яһайҙар. В. Ғүмәров. Берәу булһа, ағыу бирер ине, һин бит миңә дарыу эсерҙең. Ә. Атнабаев. • Йыландың ағыуы телендә, ямандың ағыуы куңелендә. Мәҡәл.
2. а.х. Орлоҡто ағыулау өсөн тәғәйен химик матдә. □ Протравитель. Химик ағыу.
3. кусм. Кешенең тормошона, күңеленә насар йоғонто яһай торған нәмә. □ Отрава, яд, зельё. ■ Һуғыш!.. Был ҡәһәрле бер генә һуҙ бөтә кешеләрҙең мейеһенә ҡурҡыныс ағыу йугертте. һ. Дәүләтшина. • Асыу — ағыу, уткәрһәң — дарыу. Әйтем.
АҒЫУ III и. диал. ҡар. йылға. ■ Ырғыҙға бөтә ағыуҙар ҙа ҡоя. Экспедиция материалдарынан.
АҒЫУ БИҘЕ (Р: ядовитая железа; И.: poisonous gland; T.: zehir bezi) и.
Ҡайһы бер йән эйәләренең ағыу яһала торған биҙе (мәҫәлән, йыланда). □ Ядовитая железа (например, у змеи).
АҒЫУ БӘШМӘК (бәшмәге) (Р: бледная поганка; И.: death cap; T: ağılı mantar) и. бот.
Ашарға ярамаған зарарлы бәшмәк.
□ Бледная поганка (лат. Amanita phalloides).
АҒЫУ ЕМЕШЕ и. диал. ҡар. эт муйылы.
АҒЫУЛАҒЫС (Р: протравитель; И.: protectant machine; T: koruyucu makine) и. а.х.
Орлоҡ ағыулай торған машина. □ Протравитель.
АҒЫУЛАНЫУ (ағыулан ) ҡ.
1. төш. ҡар. ағыулау, страд, от ағыулау.
2. ҡайт. ҡар. ағыулау, возвр. от ағыулау. Ағыуланып улеу.
АҒЫУЛАТЫУ (ағыулат-) ҡ. йөкм. ҡар. ағыулау, понуд. от ағыулау.
АҒЫУЛАУ (ағыула-) (Р: отравлять; И.: poison; T.: zehirlemek) ҡ.
1. Ағыу биреү, ағыу менән зарарлау.
□ Отравлять, отравить. // Отравление. Ағыулап ултереу. Газ менән ағыулау, һауаны ағыулау.
2. а.х. Сәсеүлектәрҙе, игенде, орлоҡто ағыулы химикаттар менән эшкәртеү. □ Протравливать, протравить. // Протрава. Орлоҡ ағыулау.
3. кусм. Насар эш-ҡылыҡ менән кешенең тормошона, күңеленә зарар итеү. □ Дурманить, одурманивать, одурманить. // Дурман, одурманивание. ■ Ник һыҙлайһың, куңелем, ник юҡ өсөн ағыулайһың минең аңымды. Ш. Бабич.
АҒЫУЛЫ (Р.: ядовитый; И.: poisonous, venomous; T.: zehirli) с.
1. Ағыуы булған. □ Ядовитый, ядоносный, токсичный, токсический. Ағыулы бәшмәктәр. Ағыулы йылан. Ағыулы мат
149