АҒЫУЛЫ КЕҪӘРТКЕ
дә. ■ Ағыулы химикаттарҙы дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. В. Ғүмәров.
2. Ағыу менән зарарланған, бысранған.
□ Отравленный, заражённый. Ағыулы аҙыҡ. Ағыулы һауа. ■ Барғас та аш ултыртырҙар, һин кугәрсенеңде ҡуйыныңдан сығарырһың. Әгәр кугәрсен яурыныңа ҡунһа, ашарһың, әгәр әйләнеп йөрөһә, ашамаҫһың: аш ағыулы булыр. Әкиәттән.
3. махс. Ағыу менән эшкәртелгән. □ Протравленный (о семенах для посева, фруктовых деревьях и т. п.). Ағыулы орлоҡ.
4. кусм. Яуыз уйлы; зәһәрле. □ Язвительный, ядовитый. Ағыулы тел. Ағыулы һуҙҙәр. ■ Кеше йөҙө бешкән алма кеуек, ә йөрәге шундай ағыулы. Ғ. Хәйри.
АҒЫУЛЫ КЕҪӘРТКЕ (Р.: ядозуб; И.: heloderma; T.: gila canavarı) и. зоол.
Америкала йәшәгән ағыулы кеҫәртке.
□ Ядозуб (лат. Helodermatidae).
АҒЫУЛЫ КӨПШӘ (Р: вёх ядовитый; И.: cowbane; T.: su baldıranı) и. бот.
Шыма ҡабыҡлы, тамыры ныҡ ағыулы көпшә (дымлы ерҙәрҙә, канау буйҙарында уҫә). □ Вёх ядовитый (лат. Cucuta virosa).
АҒЫУЛЫ Л ЫҠ (ағыулылығы) (Р: ядовитость; И.: toxicity; T.: zehirlilik) и. кусм.
Яуыз уйлылыҡ; зәһәрлек. □ Ядовитость.
АҒЫУЛЫ СОДА (Р: каустическая сода; И.: caustic soda; T.: kostik soda) и. хим.
Һыуҙа яҡшы ирей торған төҫһөҙ кристаллик матдә; зәһәр натр. □ Каустическая сода.
АҒЫУ СӘСЕҮ (ағыу сәс-) (Р: злословить; И.: talk scandal; T.: yerip çekiştirmek) ҡ.
Уҫал ниәт менән зәһәрле һүҙ һөйләү, яман телләнеү. □ Злословить, язвить. // Злословие.
АҒЫУТЕШ и. ҡар. ағыулы кеҫәртке.
АҒЫУ ТЕШЕ (Р: ядовитый зуб змеи; И.: poison tooth; T.: yılanın zehirli dişi) u.
Йыландың ағыу ебәрә торған теше.
□ Ядовитый зуб змеи, ядоносный зуб.
АҒЫУ УТЫ и. бот. ҡар. монар көпшәһе.
АҒЫУҺЫҘ (Р: неядовитый; И.: nontoxic; T.: zehirsiz) с.
Ағыуы булмаған; ағыу һыҙлан д ырылған.
□ Неядовитый, без яда. Ағыуһыҙ орлоҡ.
АҒЫУҺЫҘЛАНДЫРЫУ (ағыуһыҙландыр-) (Р: обезвреживать; И.: render harmless; T.: nötrleştirmek) ҡ.
Ағыуын бөтөрөү, зарарлы тәьҫирен юҡҡа сығарыу. □ Обезвреживать, обезвредить (нейтрализовать яд). // Обезвреживание.
АҒЫШ (Р: течение; И.: flow; T.: akış) и.
1. һыу, һауаның һиҙелгән хәрәкәте.
□ Течение, поток, һауа ағышы, һыу ағышы.
■ Үҙгәргән йылға ағышы, ишелеп төшкән тауҙар. А. Игебаев. Тәуҙә ул [Таһир] зәңгәр куктә аҡ болоттар ағышын куҙәтте. К. Мәргән. • Йылғаның уренә барма, ағышына бар. Мәҡәл.
2. Берәй эш-хәлдең барышы; ағым. □ Течение, ход. Ваҡиғалар ағышы. Эштең ағышы.
■ Тигеҙ тугел тормош ағышы; бар шатлығы, ҡайғы, һағышы. Ҡ. Даян. Әйтмәксе, һиңә йомош та бар ине, тип ваҡиғаның алҡымынан алмаҡ булды. Әммә ой хужаһы ваҡыт ағышын ҡабаландырмау яғында ине. М. Ямалетдинов.
3. кусм. Уй, фекер, һүҙ барышы. □ Течение, ход. Фекер ағышы. Һуҙ ағышына ҡолаҡ һалыу. ■ Курәһең, ул һағышлы, кисерешле хат. Ана шул хат хәтирәһе иҫтәлекле, һағышлы уй-тойғолар ағышын һәм йомғағын хасил итә. «Ағиҙел», № 2, 2010.
4. ҡар. ағым 5.
♦ [Эште] үҙ ағышына ҡуйыу {йәки ебәреү) берәй эшкә хәстәрһеҙ ҡарау. □ Пускать дело на самотёк.
АҒӘБЕЙ (Р: тётушка; И.: aunt; T: teyze) и. диал.
1. Атайҙың йәки әсәйҙең апаһы. □ Старшая сестра отңа или матери.
2. Атайҙың йәки әсәйҙең ағаларының ҡатындары. □ Жёны старших братьев отца или матери.
АҒӘПӘЙ и. диал. ҡар. бойҙай икмәге.
150