АДМИНИСТРАТИВ ЯЗА
АДАПТАЦИЯ [рус. < лат. adaptatio ‘яраҡлашыу’] (Р.: адаптация; И.: adaptation; T.: adaptasyon) и.
1. ҡар. яраҡлашыу. Социаль адаптация. Адаптация утеу.
2. Сит телдә яҙылған текстың ябайлаш -тырылыуы (өйрәнеугә ецел булһын өсөн).
□ Адаптация.
АДАПТАЦИЯ Л АУ (адаптацияла-) (Р.: адаптировать; И.: adapt; T.: adapte etmek) ҡ. ҡар. яраҡлаштырыу. ■ Акция балалар йорттарына ярҙам һәм ата-әсә ҡарауы-нан мәхрум балалар өсөн «Балалыҡты ҡайтарыу» социаль адаптациялау проекты сиктәрендә ойошторолған. «Башинформ» агентлығы сайты нан, 7 май 2010.
АДВЕРБИАЛИЗАЦИЯ [рус. < лат. ad-verbium ‘рәүеш’] и. лингв, ҡар. рәүешләшеү.
АДВОКАТ [рус. < нем. Advokat < лат. adcocatus < advocare ‘ярҙамға саҡырыу’] (Р: адвокат; И.: barrister; T.: avukat) и. юр.
1. Ғәйепләнгән кешене судта яҡлаусы йәки хоҡуҡтар буйынса кәңәш биреүсе юрист.
□ Адвокат. ■ Хәҙер [Шәуәли]райондағы адвокаттар коллегияһында штаттан тыш юрист булып эшләй. Б. Бикбай. [Ә. Вәлиди] Өфөлә сәйәси мәсьәләләргә нығыраҡ ылыға, уның 1905—1907 йылдарҙағы революция осоронда көнсығыш халыҡтарының территориаль автономияға хоҡуғын яҡлап сығыш яһаусы атаҡлы башҡорт адвокаты Ғәлиәскәр Сыртланов, ҡаҙаҡ хандарының ейәне Сәлимгәрәй Йәнтурин кеуек билдәле кешеләр менән аралашыуы ла эҙһеҙ утмәй. Р Шәкүр.
2. Кешене яҡлаусы. □ Защитник. Ауыл адвокаттары.
АДВОКАТЛЬГК (адвокатлығы) (Р: адвокатура; И.: the legal profession; T.: avukatlık) и. юр.
Адвокаттың эшмәкәрлеге. □ Адвокатура. Адвокатлыҡ менән шөғөлләнеу. ■ 1924 йылдың йәйендә Н. Таһиров Баш-главсуд эргәһендәге хоҡуҡ һаҡлаусылар коллегияһы ағзаһы итеп һайлана. 1926 йыл
да Ҡазанда, 1927—1928 йылдарҙа Урта Азияла адвокатлыҡ эше менән шөғөлләнә. Р. Шәкүр.
АДЕКВАТ (Р: адекватный; И.: adequate; T.: uygun) с.
Тура килеү, дөрөҫ. □ Адекватный. Адек-ват кеше. Адекват һорауҙар.
АДМИНИСТРАТИВ (Р: административный; И.: administrative; T: idari) с.
Администрацияға, идараға мөнәсәбәтле. □ Административный. Административ саралар. Административ буленеш. Административ уҙәк. Административ яуаплылыҡ. Административ штраф. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар. ■ Башҡортостан Республикаһы Дәуләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Рәсәй Федерацияһы кодексына уҙгәреш-тәр индереу хаҡында» федераль закон проектын Дәуләт Думаһына индереу буйынса закон сығарыу инициативаһы Татарстан парламентында хуплау тапты. «Башҡортостан», 2 ноябрь 2010.
АДМИНИСТРАТИВ-ТЕРРИТОРИ-АЛЬ (Р: административно-территориальный; И.: administrative-territorial; T: idari yerel) с.
Администрация территорияларына мөнәсәбәтле. □ Административно-территориальный. Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль буленеше.
АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ БОҘОУ (Р: административное правонарушение; И.: summary offence; T.: ihlal) и. юр.
Хоҡуҡ талаптарына ҡаршы эшләнелгән эш-хәрәкәт. □ Административное правонарушение. ■ Башҡортостан Республикаһының Дәуләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары уҙҙәре каникулға китер алдынан өсөнсө уҡыуҙа административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында яңы кодекс ҡабул итеп китте. «Башҡортостан», 9 июль 2011.
АДМИНИСТРАТИВ ЯЗА (Р: административное наказание; И.: penalty under administrative law; T.: idari ceza) и. юр.
151