АДМИНИСТРАТОР
Административ хоҡуҡ боҙоу өсөн ҡаралған яуаплылыҡ сараһы. □ Административное наказание. Административ язаға тарттырыу. ■ Эске эштәр органдары изоляторҙарында ултырған кешеләрҙән, сит ил граждандарынан, депортацияланырға тейешле кешеләрҙән, даими теркәлеу урыны булмағандарҙан, административ язаға тарттырылғандарҙан һорау алыуға айырым иғтибар бирелә. «Башинформ» агентлығы сайтынан, 15 октябрь 2010.
АДМИНИСТРАТОР [рус. < лат. administer ‘хеҙмәткәр, хеҙмәтсе, ярҙамсы’] (Р.: администратор; И.: administrator; Т.: yönetmen) и.
Нимә менәндер идара итеүсе кеше. □ Администратор. Администратор вазифаһы. Администратор эше. Сайт администраторы. ■ Өсөнсө йыл тигәндә, беҙҙе Киров урамындағы Башҡортостан халыҡтары этнографияһы музейына ике ҡатлы ҡыҙыл йортҡа — администраторҙар ултырған бинаға кусерҙеләр. «Тамаша», № 6, 2008.
АДМИНИСТРАЦИЯ [рус. < лат. admi-nistratio, administrare ‘етәкселек итеү’] (Р.: администрация; И.: administration; T.: yönetim) и.
1. Берәй предприятиеның, ойошманың етәксе органы. □ Администрация. Администрация бойороғо. Администрация кур-һәтмәһе. Администрация булеге. ■ Хисмәтулла, администрацияның киҫәтеуенә ҡарамаҫтан, уны [Михаилды] ницәлер яҡын кешеһе һымаҡ курҙе. Я. Хамматов.
2. Ойошмала, предприятиела идара итеү эшен алып барыусы вазифалы кешеләр. □ Администрация. Завод администрацияһы. Институт администрацияһы.
3. Хакимиәт. □ Администрация. Ҡала администрацияһы. Район администрацияһы.
АДМИРАЛ [рус. < гол. admiraal < швед. amiral < ғәр. ‘диңгеҙҙә хакимлыҡ
итеүсе, диңгеҙ хужаһы’] (Р: адмирал; И.: admiral; T.: amiral) и.
Хәрби диңгеҙ флотындағы иң юғары дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Адмирал. / Адмиральский. Флот адмиралы. Адмирал дәрәжәһе. Адмирал флагы. ■ Рәсәй-ҙец кадет корпустары ил өсөн физик яҡтан сыныҡҡан, әҙерлекле йәш уҫмерҙәрҙе тәрбиәләп сығара. Адмиралдар Ушаков, Нахимов, фельдмаршалдар Пётр Румянцев, Михаил Кутузов һәм башҡаларҙың кадетсы булғанын тарихтан беләбеҙ. «Йәшлек», 10 май 2008.
АДМИРАЛТЕЙСТВО [рус ] (Р: адмиралтейство; И.: the Admiralty; T.: amiral) и.
1. иҫк. Хәрби караптар төҙөү, йүнәтеү һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү урыны. □ Адмиралтейство.
2. Рәсәйҙә һәм Англияла флот менән идара итеү органы. □ Адмиралтейство.
3. Санкт-Петербургта элекке хәрби флоттың баш идара йорто. □ Адмиралтейство. Адмиралтейство йорто.
АДРЕНАЛИН [рус. < лат. ad ‘янында’ + renalis ‘бөйөр’] (Р: адреналин; И.: adrenaline; T.: adrenalin) и. анат.
1. Бөйөр өҫтө биҙҙәрендә эшләнеп сыға торған гормон; йөрәктең ҡыҫҡарыуҙарын йомшарта һәм көсәйтә. □ Адреналин.
2. Ҡан баҫымы төшкәндә, ҡан юғалтҡанда, бронхиаль астмала һ. б. ҡулланылған дарыу препараты. □ Адреналин. Адреналин һалыу.
3. ҡар. медиатор 2.
АДРЕС [рус. < пол. adres < фр. adresse] (Р: адрес; И.: address; T.: adres) и.
1. Кешенең йәшәгән ере, учреждениеның урыны. □ Адрес. Минең адресым. Институт адресы.
2. Почта аша ебәрелгән нәмәләрҙең тәғәйенләнгән урынын һәм кешеһен күрһәткән яҙыу. □ Адрес. Йорт адресы. Адрес биреу. Адрес яҙыу. Хаттың адресы. ■ [Әхмәҙигә] хат яҙғанда минән сәләм яҙығыҙ. Адресымды яҙығыҙ. Һ. Дәүләтшина. Ҡәҙерлеләрем, атай, әсәй! Бығаса төплө генә адресым булмағанлыҡтан, хат яҙа алманым. Шулай
152