АДЪЕКТИВАЦИЯ
АДЪЕКТИВАЦИЯ [рус. < лат. adjecti-vum ‘сифат’] и. лингв, ҡар. сифатлашыу.
АДЫГЕЙ (Р.: адыгей; И.: Adygea; T.: Adı-gey) и.
Адыгей Республикаһының төп халҡы һәм шул халыҡтың кешеһе. □ Адыгей, адыгейцы. / Адыгейский. Адыгей теле. Адыгей ҡатыны. Адыгей Республикаһы.
АҘ I (Р.: мало; И.: little, few; T.: az) р.
1. Һаны, күләме ғәҙәттәгенән кәм; әҙ.
□ Мало, немного, незначительно. Аҙ курсу. Аҙ һөйләу. ■ Мин башты аҙ ғына кутәреп ҡараным һәм бөтөнләй аптырап киттем. С. Агиш. Ул [Мөхтәр ҡарт] бик аҙ һуҙле ине, шуға курә ҡушҡуллап курешер алдынан: — һаумыһың! — тиеу менән сикләнде. М. Ямалетдинов. • Ҡунаҡ аҙ ултырыр, куп һынар. Әйтем.
2. Кәм һанда, етерлек булмаған күләмдә.
□ Недостаточно. Аҙ белеу.
3. «Кәм һанда», «етерлек булмаған күләмдә» мәғәнәһендәге һүҙбәйләнештәрҙең беренсе өлөшө. □ Первая часть словосочетаний со значением «немного», «недостаточно». Аҙ грамоталы. Аҙ ҡанлы. Аҙ тиражлы. Аҙ һуҙле. ■ Ҡара һин уны, уҫә бит редактор, ҡайһылай аҙ һуҙле, эшлекле булып бара. Б. Бикбай.
♦ Аҙ тигәндә кәм тигәндә, кәмендә. □ Как минимум, по меньшей мере, самое малое.
АҘ II (Р: мало; И.: little, few; T.: az) с.
1. Һаны, күләме бәләкәй; әҙ; киреһе — күп. □ Малый по количеству и объему. Аҙ аҡса. Газетаның тиражы аҙ. Аҙ һуҙ. • Аҙ кешене куп кеше бер яйға килтерер. Мәҡәл. Купте өмөт итеп, аҙҙан ҡоро ҡалма. Әйтем.
2. Оҙаҡ дауам итмәгән, тиҙ үткән. □ Короткий, недолгий, непродолжительный. Аҙ ғумер. Аҙ ваҡыт эсендә. ■ Ҡояштың урман артына йәшеренеуенә бик аҙ ваҡыт ҡалғайны. Д. Юлтый.
АҘАҒЫ-БАШЫ (Р: суть; И.: that is all; T.: öz) и.
Бар булғаны, бөтәһе, булмышы. □ Суть, сущность. Аҙағы-башы шул.
АҘАҒЫНАСА (Р: до конца; И.: to the end; T.: sonuna kadar) р.
Тамам булғанса, һуңына тиклем, бөткәнсе. □ До конца, до завершения. ■ Нефтте аҙағынаса яндырһаң, 0,002—0,015 процент көл ҡала. Д. Бураҡаев. Ошо бик ҡатмарлы музыкаль әҙәбиәт фәненән беҙҙе баштан аҙағынаса Людмила Александровна уҡытты. Сәнғәткә иҫ киткес бирелгәнлеге һәм туҙемлеге өсөн уға ысын йөрәктән оло рәхмәт! М. Ямалетдинов.
АҘ-АҘЛАП (Р: понемногу; И.: a little; T.: azar) р.
1. Аҙ-аҙ ғына итеп, аҙ күләмдә. □ Понемногу, помалу. Аҙ-аҙлап ашау. Аҙ-аҙлап өйрәнеу. Аҙ-аҙлап биреу. ■ Урал, әйҙә, булмаһа, ҡабырсаҡты асайыҡ, һәр беренән аҙ-аҙлап, берәр тамсы эсәйек, — ҡандың тәмен беләйек. «Урал батыр».
2. Әкренләп, яйлап. □ Постепенно, не сразу. Бала аҙ-аҙлап шәбәйә башланы.
АҘАЙТЫЛЫУ (аҙайтыл-) ҡ. төш. ҡар. аҙайтыу, страд, от аҙайтыу.
АҘАЙТЫУ (аҙайт-) (Р: уменьшать; И.: diminish; T: azaltmak) ҡ.
Күләмен йәки һанын кәметеү. □ Уменьшать; убавлять. // Уменьшение; убавление. Ғәскәрҙе аҙайтыу. Малды аҙайтыу. Сығымдарҙы аҙайтыу.
АҘАЙЫУ (аҙай-; аҙая) (Р: уменьшаться; И.: diminish; T: azalmak) ҡ.
Күләм йәки һан яғынан кәмеү. □ Уменьшаться, убавляться. // Уменьшение, убавление. Аҙыҡ аҙая башланы. Йылғаның һыуы аҙайған.
АҘАҠ I (аҙағы) (Р: конец; И.: end; Т.: son) и.
1. Билдәле бер ваҡыттың, миҙгелдең, эш-хәлдең бөтөп барған өлөшө, һуң. □ Конец. Йыл аҙағы. Ай аҙағында. Йәй аҙағы. Аҙна аҙағы. Эш аҙағы.
2. Эш-хәлдең һөҙөмтәһе, һуңынан килеп сыҡҡан шауҡымы; эҙемтә. □ Исход, последствия. ■ Хупъямал, ҡара, арҡыры төшә торған булһаң, аҙағы насар булыр.
154