Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 155


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҘАМАТ
һ. Дәүләтшина. • Һуҙҙең башынан элек аҙағын уйла. Әйтем.
АҘАҠ II (Р.: потом; И.: afterwards; T.: sonra) р.
1. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс; һуңыраҡ.
□ Потом. ■ Аҙаҡ куҙ курер, һин бит, ҡәртсәй, беләһең, «себеште көҙ һанайҙар» тигән мәҡәл дә бар шикелле?! 3. Биишева.
2. Берәй эш-хәлдән һуң, берәйһенең артынан. □ После. Минән аҙаҡ. Һинән аҙаҡ. ■ Аҙаҡ хужаһының ҡулын тотоп алды ла, уҫал ыҫылдап, бармағын уның йөҙөк ҡашына төрттө. Ә. Хәкимов. Шунан аҙаҡ [Өйрәнсек], Һәнәрсе улгәс, уның ҡултамғаһы өҫтө-нә уҙ тамғаһын баҫҡан да, данлы һәнәрсе булып та алған. 3. Биишева. Аҙаҡ Айытҡолов ҡаршыһына, ысынлап та, ғәйебен танып барасаҡ, ғәфу утенәсәк. Д. Бүләков. • Яуҙан аҙаҡ йоҙроҡ кутәргән. Әйтем.
АҘАҠ КИЛЕП (Р: наконец; И.: lastly; T.: nihayet) инш.
1. Ниһайәт. □ Наконец, в конце концов. ■ Аҙаҡ килеп, ул ғумер буйы изге һанап йөрөгән байҙарҙың аламалыҡтарына шаһит булыуы, уларҙың, бер-береһен курә алмай, уҙ-ара низағлашып, боҙоҡлоҡ ҡылып йәшәуҙәрен, ярлыларҙы, шул иҫәптән Үмәрҙе лә, тубәнһетеу, кәмһетеу -мәсхәрәләуҙәре -нең хеҙмәт кешеһенә ҡаршы йунәлтелгәнле-ген аңлай алыуы уның намыҫына айырыуса ныҡ һуға, бар ышаныстарын юҡҡа сығара. һ. Дәүләтшина.
2. Ахыр сиктә, тора-бара, аҙаҡтан.
□ Под конец. ■ Ғәжәп-Сәйет эт булып оҙаҡ йөрөгән, куп ерҙәрҙе гиҙгән. Аҙаҡ килеп, батша һарайындағы байлыҡты һаҡлап тора башлаған. Әкиәттән.
АҘАҠҠАСА р. ҡар. аҙағынаса.
АҘАҠҠЫ (Р: последний; И.: last; Т.: son) с.
1. Билдәле бер ваҡыт тамамланыуға яҡынлаған мәлдәге. □ Последний. Аҙаҡҡы ай. Аҙаҡҡы минут. ■ Бахыр аҙаҡҡы һулы-шынаса йәмәғәтен, балаларын хәтерләп иланы, йәйгелектә ут бөркөп ятҡан Фирғә-нәһе менән һаташты. Ә. Хәкимов.
2. Төрлө эш-хәл йәки нәмәнең рәт-тәртибендәге иң һуңғыһы. □ Конечный, крайний, последний. Аҙаҡҡы өмөт. Аҙаҡҡы һуҙ. ■ [Янһары] аҙаҡҡы тоҙағына ҡараһа, ни куҙе менән курһен, быныһына бик һылыу бер ҡыҙ эләккән. Әкиәттән.
АҘАҠ СИКТӘ (Р: под конец; И.: in the end; T: sonunda)/?.
Нимәлер тамамланыр алдынан, ахыр сиктә. □ Под конец, напоследок. ■ Аҙаҡ сиктә туҙәлмәй, йыланға ҡаршы торолмай, сәсәп, йығылған болан. «Урал батыр».
АҘАҠТАН (Р: потом; И.: afterwards; T.: sonra) р.
Ни ҙә булһа тамамланғас, нимәнәндер һуң йәки билдәле бер ваҡыт үткәс; һуңынан.
□ Потом, после, попозже. ■ Фәһимә башта йугерҙе, аҙаҡтан атлап китте. С. Агиш. Иң аҙаҡтан Аҡъял батыр арҡанға уҙе тағылып менеп киткән, ти. Әкиәттән.
АҘА ҠУБЫУ (аҙа ҡуп-) ҡ. диал. ҡар. ҡотороноу.
АҘАЛАНДЫРЫУ (аҙаландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. аҙаланыу. понуд. от аҙаланыу.
АҘАЛАНЫУ (аҙа л ан-) (Р: стремиться; И.: long for; strive (for); T: hevesinde olmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер теләк менән яныу, ашҡыныу; шашыныу. □ Стремиться, рваться. // Стремление, рвение. ■ [Хәмдиә иренә:] Үҙ башыңа аҙаланып йөрөйһөңмө! Ни булды һиңә? С. Агиш.
2. Бер ерҙә тора алмай йөрәкһеү. □ Порываться, рваться, стремиться, устремиться. // Порыв, рвение, стремление. ■ [Гаңдыса:] Аҙаштырмаҫ ерҙән аҙаштырҙы аҙаланған өс баш малғынам. «Ҡуңыр буға».
3. диал. Яраттырыу, үҙенә ҡаратыу.
□ Увлечь, заставить полюбить.
4. диал. Шаяртыу, тик тормау. □ Шалить, озорничать. // Шалость, озорство.
5. диал. ҡар. аҙыу 2. Олоғайғас аҙаланып йөрөп алды, көнө еткәнсе.
АҘ АМ АН с. диал. ҡар. аҙғын 5.
АҘАМАТ [ғәр. ‘бөйөклөк’] (Р: почтенный; И.: respected person; T.: saygıdeğer adam) и.
155