АҘАМАТЛЫ
1. Халыҡ алдында танылған оло, хөрмәтле кеше; ил ағаһы. □ Почтенный, уважаемый человек. Ил аҙаматы. ■ Яҡшы аҙамат йорт көтһә, йорто имен көтөлөр. Ҡобайырҙан. Илгә аҙамат булырһың, ҡан илаған етемгә ата һымаҡ булырһың! «Аҡбуҙат».
2. Көскә ултырған, ныҡлы батыр ир. □ Крепкий, здоровый, смелый мужчина. Аҙамат up. ■ Ҡораллы аҙаматтар дейеу батшалығына ер һелкетеп, донъя шаулатып килеп еткән, ти, бер заман. Әкиәттән. • Кешегә шәфҡәт итеп юл бир, аҙаматҡа хөрмәт итеп ҡул бир. Әйтем. Аҙамат ирҙең билдәһе — аҙ һөйләр ҙә куп тыңлар. Әйтем.
3. Билдәле бер дәүләттә даими рәүештә йәшәп, шул дәүләттең закондары нигеҙендә бөтә хоҡуҡ менән файҙаланған һәм закондағы бөтә бурысты үтәгән кеше; граждан. □ Гражданин.
АҘАМАТЛЫ (Р.: почтенный; И.: respected; T.: saygın) с.
1. Бөйөк. □ Почтенный, великий. Аҙаматлы аҡһаҡал.
2. Ғорур. □ Гордый, сильный. Аҙаматлы кеше.
АҘАМАТТАЙ (Р.: крупнотелый; И.: big; T.: iri gövdeli) с. диал.
Эре кәүҙәле. □ Крупнотелый. Ике аҙа-маттай эт бурегә ташланды.
АҘАМАУ (аҙама-) ҡ. диал. ҡар. арымау. Көнө буйы килһәм дә аҙаманым әле.
АҘАН [ғәр. û1 j'] (Р.: азан; И.: Moslem call for prayer; T.: ezan) и. дини.
1. Намаҙға саҡырғанда әйтелә торған ҡыҫҡа доға; тәҡбир. □ Азан (призыв к обязательной молитве у мусульман, возвещаемый с минарета муэдзином). Иртәнге аҙан. Киске аҙан. ■ Манаранан яңғыраған изге аҙан тауышы шул тиклем сихри көскә эйә, хатта бала-саға ла уға ылыға. «Йүрүҙән», 12 ноябрь 2010.
2. Балаға исем ҡушҡанда әйтелә торған ҡыҫҡа доға. □ Азан (молитва у мусульман при наречении именем). ■ Олатайымдың вафатынан һуң Аһылай ауылынан яйлап-яйлап ҡот китә башланы — исем ҡушҡанда
аҙан әйтерлек, әжәл килгәндә ясин сығырлыҡ та кеше ҡалманы. М. Ямалетдинов.
3. Төрлө ауырыу, бәләләрҙән һаҡланыу өсөн уҡылған доға. □ Молитва («оградительная» молитва, совершающаяся для «отгона» болезней, бед и т. п., а также в напутствие).
АҘАН ҠЫСҠЫРЫУ (аҙан ҡысҡыр-) (Р.: призывать к молитве (у мусульман)', И.: call for prayer; T: ezan okumak) ҡ. дини.
1. Намаҙға саҡырып аҙан доғаһын уҡыу. □ Призывать к обязательной молитве (у мусульман), возвещаемой с минарета муэдзином. // Призыв к молитве. Иртәнге аҙан. Киске аҙан. ■ Иман йортона урта йәштәрҙәге мулла көнөнә биш тапҡыр килеп, аҙан ҡысҡыра, иманлы ауыл халҡы намаҙға йөрөй ине. «Йәшлек», 17 июнь 2008.
2. Балаға исем ҡушҡанда доға әйтеү. □ Читать молитву при наречении именем (у мусульман). // Чтение молитвы. ■ Аҙан ҡысҡырылмаһа, кеше теге донъяла исемен таба алмай, ти. Ф. Хисамитдинова.
АҘАНСЫ (Р: муэдзин; И.: muezzin; T: müezzin) и. диал.
Аҙан әйтеүсе, мәзин. □ Муэдзин (служитель мечети, призывающий с минарета к молитве). Аҙансы аҙан әйтә.
АҘАНЫУ (аҙан-) (Р: растеряться; И.: become (get) lost; T: şaşırmak) ҡ. диал.
Ни эшләргә лә белмәй, аптырашҡа ҡалыу; ҡаушау. □ Растеряться. // Растерянность. Аҙанып тороу. ■ Шлыков, ҡапыл ғына ни әйтергә белмәй, аҙанып ҡалды. Ш. Бикҡол.
АҘАН ӘЙТЕҮ (аҙан әйт ) ҡ. дини. ҡар. аҙан ҡысҡырыу 1. ■ Мәзин ҡарт аҙан әйтергә тип ике ҡулы менән ҡолаҡтарын ғына тотҡайны, ауыл яғынан председатель менән бер нисә кеше килеп сыҡты. А. Карнай. Ҡотлоғужа ҡунаҡтарҙы оҙата сыҡҡанда мәзиндең мәсет манараһынан көйләп-көйләп аҙан әйткәне ишетелә ине. Н. Мусин.
АҘАҢЛАУ (аҙаңла-) (Р: стоять беспокойно; И.: stand uneasily; T.: huzursuz olmak) ҡ.
156