Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 157


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҘАПЛЫ
Тик тормау, тыпырсыныу, ялт-йолт ҡараныу. □ Стоять беспокойно, озираясь.
■ Һыйырым һауырға бирмәй аҙанрап тик тора. Ғ. Хөсәйенов.
АҘАП (аҙабы) [ғәр. (Р.: мучение; И.: torment; T: ıstırap) и.
Баштан кисерелгән эш, тормош ауырлығы; ыҙа, яфа; михнәт. □ Мучение, страдание, мука. Aşan куреу. Юл аҙабы. ■ Шулай итеп, мең бәлә менән атты ҡыуып алып ҡайтам. Шул тиклем аҙап менән йөрөп ҡайтҡас, .. улар тиргәй. М. Ғафури. Юл аҙабы — гур ғазабы тигәндәй, юлда аҙаштыҡ, етмәһә, машинабыҙ боҙолдо. «Башҡортостан», 10 ноябрь 2010. • Юл аҙабы — гур ғазабы. Әйтем.
АҘАП КҮРЕҮ (аҙап күр-) (Р.: мучиться; И.: suffer (from); T: azap çekmek) ҡ.
Ыҙаланыу, яфа сигеү. □ Мучиться, страдать. // Мучение, страдание. ■ Билал бер нисә көн ял итмәй, юл аҙабы куреп, арыу, талыу, талсығыуына ҡарамаҫтан, тыныс бара алманы. А. Таһиров.
АҘАП ҠАЛЫУ (аҙап ҡал-) (Р: растеряться; И.: get lost; T: apışıp kalmak) ҡ.
Аптырап, ҡаушап, ни эшләргә белмәй юғалып ҡалыу. □ Растеряться. ■ Әгәр инде ул [Емеш] уҙе хаҡында уйлана башлаһа, төптө аҙап ҡала: кем ул? Ни өсөн тыуған, ниңә йәшәй? 3. Биишева. Беҙ һинең менән бер ҡыйынлыҡтан да ҡурҡып, аҙап ҡалмайбыҙ шул, олатай, — тип оло кешенең һуҙен йөпләп ҡуйҙы кесеһе — балалыҡ йәшенән сыҡмаған ейәне. «Йәшлек», 8 апрель 2010.
АҘАПЛАНДЫРЫУ (аҙапландыр ) (Р: мучить; И.: torment; T: azap çektirmek) ҡ.
1. Ауыр хәлгә ҡуйып яфалау; этләндереү. □ Мучить. Аҙапландырып йәшәтеу.
2. Арлы-бирле һупалап эшләү; маташтырыу. □ Делать что-л. наспех, кое-как.
■ [Гузәл:I Бына ниндәй йунһеҙ кешеләр була донъяла, эште эш итеп эшләмәйҙәр, ә куҙ буяу өсөн генә аҙапландыралар. И. Ғиззәтуллин.
АҘАПЛАНЫУ (аҙаплан-) (Р: мучиться; И.: suffer (from); languish; T: ıstırap) ҡ.
1. Ауырлыҡ кисереү, яфаланыу, ыҙаланыу. □ Мучиться, маяться. // Мучение, маета. ■ Гөлйөҙөм төнө буйы аҙапланды. Ҡуҙгә ут куренерлек итеп алған әсе тулғаҡтан һуң маңлайынан шыбыр тирҙәр аҡты. Һ. Дәүләтшина.
2. Берәй эште башҡарып маташыу.
□ Пытаться, силиться что-л. сделать.
■ [Яруллин] калушының уңын һулға, һулын уңға кейеп аҙапланды. С. Агиш. Ҡамыш араһында [һыңар] ҡанаты менән генә талпынып, бер ҡыр ҡаҙы осорға аҙаплана. М. Ғафури. Сабыйҙың әрнеуле һағышы кескәй бармаҡтарына аңлатып биреп булмаҫтай ҡеуәт биргәйне, уны [әсә]уҙенән айырып ала алмай аҙапланды. Г. Ғиззәтуллина.
3. Нимә менәндер шөғөлләнеү, мәшәҡәтләнеү, булышыу. □ Возиться с чем-либо, заниматься чем-либо. ■ Әсәйем усаҡ тирәһендә аҙаплана. Т. Килмөхәмәтов.
АҘАПЛАУ (аҙапла-) (Р: мучить; И.: torment, torture; T.: eziyet etmek) ҡ.
1. Ауырлыҡ күрһәтеү; ыҙалау, яфалау, йәберләү. □ Мучить, причинять страдания, боль. Бил аҙаплай. Малды аҙаплау.
2. Килешмәгән эш менән булышыу, урынһыҙ ҡыланыу. □ Вытворять, выделывать, вести себя неподобающе. Әллә нимә аҙаплай, балаларҙа ла эше юҡ, сығып китә лә юғала.
АҘАПЛЫ I (Р: мучительный; И.: poignant; T.: ıstırap verici) с.
1. Ауырлығы күп булған; яфалы, ыҙалы.
□ Мучительный, тяжёлый, тягостный.
■ Ҡурайсы әлегә донъяла тиңе етмәгән ҡыр ҡурайының йөрәктәрҙе иретерлек моңо арҡылы башҡорттарҙың .. ике мең йыллыҡ аҙаплы тарихын асып бирә. Ғ. Дәүләтшин.
2. Мәшәҡәтле, ығы-зығылы. □ Хлопотливый, беспокойный. Аҙаплы эш.
АҘАПЛЫ II (Р: как обычно; И.: usually, as usual; T.: genellikle) инш.
Әлеге лә баяғы, ғәҙәттәгесә, һәр ваҡыттағыса. □ Как обычно, как известно, как водится. ■ Ниндәй ауыр эш булмаһын, аҙаплы, миңә әйтәһегеҙ. Т. Морат.
157