Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 158


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҘАП СИГЕҮ
АҘАП СИГЕҮ (аҙап сик-) ҡ. ҡар. аҙап күреү.
АҘАР (Р.: неудобство; И.: inconvenience; T.: sıkılma) и.
Уңайһыҙлыҡ, борсоу, хафа. □ Неудобство, беспокойство, тревога, волнение. • Баланың аҙары булһа ла, биҙәре юҡ. Әйтем.
АҘАР-БИҘӘР БУЛЫУ (аҙар-биҙәр бул-) (Р.: испортить взаимоотношения; И.: spoil relationships; T.: ilişkileri bozmak) ҡ. диал.
Үҙ-ара мөнәсәбәт боҙолоу. □ Испортить взаимоотношения. Аҙар-биҙәр булып бөттөләр.
АҘАРЫНА-АҘ АРЫНА (Р.: умоляя; И.: entreating; T.: yalvararak)^.
Бик ныҡ үтенеп; ялынып, ялбарып.
□ \моляя. ■ Әсәһе лә, аҙарына-аҙарына: «Эй, Раббым, ҡыҙҙарыма ир бәхеткенәһе насип ит инде, ҡалғанына улар уҙҙәре лә шәп, бирешмәҫтәр», — тип теләй ине бит. Т. Шәрәфетдинова.
АҘАРЫНА-БИҘӘРЕНӘ р. ҡар. аҙарынып-биҙәренеп.
АҘАРЫНЫП-БИҘӘРЕНЕП (Р: умоляя; И.: entreating; T.: yalvararak) р.
1. Бик ныҡ үтенеп; ялынып, ялбарып.
□ Умоляя. ■ Егет кеҫәрткене ултерергә бер ҙә генә риза булмаған. Кеҫәртке уға төрлөсә әйтеп ҡараған, аҙарынып-биҙәренеп инәлгән. Әкиәттән.
2. Ағарып-буҙарып, төҫө ҡасып (һөйләу).
□ Побледнев (говорить, разговаривать). ■ [Ғариф] сәй эскәндә атының ауырыуы хаҡында аҙарынып-биҙәренеп һөйләп ултырҙы. Н. Мусин.
АҘАРЫНЫУ (аҙарын-) (Р: умолять; И.: entreat; T.: yalvarmak) ҡ.
1. Үтенеп һорау; ялыныу, инәлеү. □ Умолять, упрашивать, просить. // Мольба, прось-
ба. ■ Бер һин генә ҡотҡара алаһың, турә. Беҙҙең бутән барыр еребеҙ, батыр кулебеҙ юҡ. Аллам алдында ант итеп, һиңә баш ора-мын, — тип аҙарынды Мәрзиә. Ғ. Ибраһимов.
Йәй бик эҫе, ҡоро булды. Кешеләр һәр кон зарығып, аҙарынып ямғыр көттө. 3. Биишева.
2. Борсолоу, көйәләнеү, өҙгөләнеү.
□ Переживать, беспокоиться, тревожиться. // Переживание, беспокойство, тревога. ■ Ишек тауышына улар [ике малай] кутәрелеп ҡараны. Йөҙҙәрендә .. борсоулы ҡайғыртыу, кем өсөндөр аҙарыныу ярылып ята ине. Ә. Вахитов. Алтынбай аҙарынып уҙенең сәсенә йәбеште. 3. Ураҡсин.
3. Үҙ хәлеңде зарланып һөйләү, аһ-зарҙы кешегә белдереү. □ Роптать, сетовать. // Ропот, сетование. ■ Салиха аҙарынды, иренең китеуенә ҡайғырҙы. Ж. Кейекбаев.
4. дини. Аллаға зарыңды һөйләп уҡыныу.
□ Прибегнуть к молитве, молиться. Аллаға аҙарыныу.
5. диал. Таныу, кире ҡағыу. □ Отказываться, отрицать что-л., отпираться. // Отказ, отрицание. Алманым да алманым тип аҙарына.
6. Ҡыҙып китеп ағарыныу. □ Побледнеть от злости. Аҙарынып, киҙәнеп, енен сәсеп килә.
7. диал. ҡар. зарланыу. Йортом булһа, тип аҙарынып йөрөгән саҡтар бар ине лә бит.
АҘАТ ИТЕҮ (аҙат ит-) ҡ. диал. ҡар. юғалтыу. Әллә ҡайҙа йөрөтөп ул балдағыңды аҙат иттең.
АҘАУ I (аҙа-) (Р: растеряться; И.: get lost; T: şaşırmak) ҡ.
1. Ни эшләргә белмәй, аптырау; ҡаушау.
□ Растеряться, теряться. ■ [Айһылыу:] Егет, мин бик аҙаным, куҙ ышанмай кургәнгә. «Урал батыр».
2. диал. ҡар. арыу 1.
АҘАУ II (аҙа-) (Р.: прокисать; И.: turn sour; T: ekşimek) ҡ.
Оҙаҡ һаҡланыу, оҙаҡ һаҡланып иҫкереү.
□ Прокисать, бродить. Кымыҙ аҙаған, ғызлап тора.
АҘАУ III (Р: пролежавший зиму; И.: wintered; T: kışlayan) с.
158