АҘАШ ҺҮҘ
1. Оҙаҡ һаҡланған, ҡышлаған (ашлыҡ, бесән тураһында). □ Пролежавший зиму, перезимовавший (о хлебе, сене). ■ Аҡланда лыпашып бөткән ҡап-ҡара аҙау кәбән ултыра: был аҡландарҙы уткән йылдарҙа сапҡан булырға тейештәр. Ж. Кейекбаев.
2. диал. Сәселмәйенсә, ҡойолоп үҫкән иген. □ Хлеба, выросшие из осыпавшегося зерна. Аҙау һоло. Аҙау бойҙай.
3. Оҙаҡ һаҡланған, оҙаҡ һаҡланып шәкәрләнгән (бал тураһында). □ Застоявшийся, засахарившийся (о мёде). Аҙау бал.
4. Элекке, оҙаҡ һаҡланған, иҫкергән, яңы түгел. □ Старый, несвежий; прошлогодний. Аҙау ҡар. Аҙау таҡта. Аҙау утын.
5. диал. ҡар. уҫал 2. Ул бик аҙау, хәтәр кеше.
6. Бик ҡарт. □ Престарелый. Аҙау ни, сабый ни, барыбер инде. Аҙау ир.
АҘАУ IV с. диал. ҡар. аҫау. Аҙау айғыр. ■ Сума аҙау сөмгөл упҡынға, менә аҙау, ярһып, ярҙарға. Ғәрлек ҡатыш ғәйрәт төйнәлгән, ҡуш усланып, шәлкем ялдарға! Й. Солтанов.
АҘАУ V и. диал. ҡар. нәҫел айғыры.
АҘАУ АҒАС (Р.: сухое строительное дерево; И.: construction timber; T.: kereste) и. диал.
Ҡабығынан таҙартылған, киптерелгән ағас. □ Сухое строительное дерево.
АҘАУ1НДАЙ с. диал. ҡар. әзмәүерҙәй. Бынау аҙауандай булып тороп эшләмәй йөрөй.
АҘАУ ЕР и. диал. ҡар. сиҙәм.
АҘАУ ҠЫҘ (Р.: старая дева; И.: old maid; T.: evde kalmış kız) и. диал.
Оҙаҡ кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ. □ Старая дева.
АҘАУЛАНЫУ I (аҙаулан-) ҡ. диал. ҡар. кибеү. ■ Аҙауланып кибеп ҡала имән-табан, сылтылдап ҡына тора. Экспедиция материалдарынан.
АҘАУЛАНЫУ II (аҙаулан-) (Р: долго не жениться; И.: long time to get married; T.: uzun zamandır evlenmemek) ҡ. диал.
Оҙаҡ өйләнмәй йөрөү, йәше үтеү. □ Долго не жениться, в своё время не обзавестись семьёй. Аҙауланған иргә ней кем барһын?
АҘАУЛАНЫУ Ш (аҙаулан-) ҡ. диал. ҡар. аҙыу I, 3.
АҘАУ МАЛ (Р: старое животное; И.: old animal; T.: yaşlı hayvan) и. диал.
Оҙаҡ йәшәгән ҡарт мал. □ Старое животное.
АҘАУ ТЕШ (Р: коренной зуб; И.: molar; T.: azıdişi) и.
1. Яңаҡтың төп яғындағы яҫы теш; яңаҡ теше. □ Коренной зуб. Ауыҙ ҡыуышлығы төпкөлөндә аҙау тештәр була. ■ Ҡуш аҙаулы һоҫа теш, осло эйәк, ас яңаҡ — шул буҙ атты бирәйем. М. Буранғолов. Бурыл — ҡыҙыҡһынып һөйләй, рәхәтләнеп тыңлай торған бер әкиәткә әйләнде. — Бурыл шулай икән... — Ҡайыш бауҙарҙы ла өҙә икән... — Аҙау тештәре алтау икән... С. Агиш.
2. диал. Ҡаҙыҡ теш. □ Клык.
АҘАШ [дөйөм төрки адаш\ (Р: тёзка; И.: namesake; T.: adaş) и.
Бер исем йөрөткән ике йәки бер нисә кеше (бер-береһенә ҡарата). □ Тёзка. ■ Ана мәктәп директоры ла Зыя ағай — минең аҙаш. Уның исемен онотмаһағыҙ, иҫкә төшөрһәгеҙ, минекен дә онотмаҫһығыҙ. М. Тажи.
АҘАШТЫРЫУ (аҙаштыр-) (Р: заводить в незнакомое место кого-л.; И.: take (bring) to an unfamiliar place; T: bilinmeyen yere götürmek) ҡ.
1. Юлдан яҙҙырыу, яңылыш юлға төшөрөү. □ Заводить в незнакомое место кого-л. (с целью избавиться от него). ■ Аҙаштырған болан балаһындай, яңғыҙ башым ситтә интегәм. Халыҡ йырынан.
2. кусм. Яңылыш юлға баҫтырыу; ха-таландырыу. □ Вводить в заблуждение. ■ Ҡараңғы ла төндә йөрөгәндә, аҙаштырмай ерҙең мижаһы. Аҙаштырмай ерҙең ай мижаһы, аҙаштыра донъя нужаһы. Халыҡ йырынан.
АҘАШ ҺҮҘ (Р: омоним; И.: homonym; T: adaş) и. лингв.
159