Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 160


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҘАШЫУ
Әйтелештәре һәм яҙылыштары бер, мәғәнәләре төрлө булған һүҙҙәр. □ Омоним. ■ Аҙаш һуҙҙәр ҡулланыуҙың классик урнәген 18 йәшлек Рәшит Назаров уҙенең «Йәшен» тигән шиғырында бирә. Ғ. Ҡаһарманов.
АҘАШЫУ (аҙаш-) [дөйөм төрки адаш-, азаш-} (Р.: заблудиться; И.: lose one’s way; T.: yolunu kaybetmek) к.
1. Юлды юғалтыу, юлдан яҙыу. □ Заблудиться, плутать, блуждать, сбиться с пути. К Юлдан яҙлығып, аҙашып йөрөнөм, — тине Иштуған, иҫе китмәй генә. 3. Биишева. Ул ауыр йылдарҙа юл йөрөу ифрат ҡыйын ине, .. куҙ асҡыһыҙ һалҡын бурандарҙа аҙашып ҡалған саҡтар ҙа булғыланы. Р. Янбулатова. • Айлы төн аҙашмаҫҡа яҡшы. Әйтем.
2. Башҡаларҙан айырылып, яҙлығып ҡалыу. □ Отстать от других, заблудиться. М Баш осонан яңғыҙ ҡыр өйрәге быжҡылдап осоп китте. Бала өйрәк. Курәһең, өйөрөнән аҙашҡандыр инде. Б. Бикбай. • Ҡайтып килеп өйөрөн тапһа, аҙашҡан малды әрләмә. Әйтем.
3. кусм. Яңылыш юлға баҫыу; хаталаныу. □ Заблуждаться, сбиться с пути. Я Кешеләрҙең шат, өмөтлө моңһоу куҙҙәренә ҡарап барамын: юлдарымда аҙашмаҫ өсөн, йырҙарымда алдашмаҫ өсөн. М. Кәрим. • Яңғыҙ йөрөп һуҡмаҡ ярғансы, куп менән бергә аҙаш. Әйтем. Аҙашһаң, ил менән аҙаш. Мәҡәл.
АҘБАР [ғәр. >4°] (Р: хлев; И.: cattleshed; T.: ahır) и.
Мал бикләй торған ябыулы кәртә; һарай. □ Хлев, сарай, амбар. Ат аҙбары. Һыйыр аҙбары. Аҙбар арты. ■ Иртәгеһен иртәнсәк Сөйәлбайҙың атаһы Толпарҙы аҙбарҙан сығарған. Әкиәттән.
АҘБАР-ҠУРА и. диал. ҡар. аҙбар. Аҙбар-ҡура мал менән тулды.
АҘБАР ХУЖА и. диал. ҡар. аҙбар эйәһе.
АҘБАР ЭЙӘҺЕ (Р: дух скотного двора; И.: spirit of a farmyard; T: sığır ahırının perisi) и. миф.
Башҡорт мифологияһында аҙбарҙа, мал һарайында йәшәгән эйә. Ышаныуҙар буйынса, ул кешегә ярҙам итеүсе яҡшы зат, кәртә-ҡураны, мал-тыуарҙы төрлө яман заттарҙан һаҡлай; мал эйәһе. □ Дух скотного двора. К Аҙбар эйәһенең яратҡан һәм яратмаған малдары була. Яратҡан малын эйә ашата, иркәләй, һаҡлай. Яратмаған малды ул интектерә, арыта, хәлһеҙләндерә. Ф. Хисамитдинова.
АҘБАР ӘБЕЙ и. диал. ҡар. аҙбар эйәһе.
АҘҒЫМ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Балаҡатай ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-бала-катайцев.
АҘҒЫН (Р: бродячий; И.: vagrant; T.: serseri) с.
1. Ситтә йөрөргә әүәҫ; йөрөмтәл (мал-тыуар тураһында). □ Бродячий, любящий рыскать (о скотине). ■ [Фәйзулла:] Аҙғын am икән был ҡолан. Алдында әллә ни саҡлы бесәне була тороп, ем эҙләп киткән, булдыҡһыҙ. Ғ. Ғүмәр. • Ат аҙғыны тайға эйәрер. Әйтем.
2. Әхлаҡ-тәртипкә күнмәгән; тыйнаҡһыҙ. □ Безнравственный, несдержанный, нескромный, развязный. К Мин Исмәғилдең төҙәлмәҫлек бер аҙғын бала булыуына ышанмайым. Яр. Вәлиев.
3. Енси яҡтан тотанаҡһыҙ; йөрөмтәл. □ Развратный, распутный, распущенный, похотливый. Аҙғын кеше. Аҙғын куңел. ■ [Үмәр:]Ике донъяла изгелек курмәгер, аҙғын ҡыҙ! Уф алла! һ. Дәүләтшина. • Аҡыллының ҡулы уйнар, аҙғындың куҙе уйнар. Әйтем.
4. Төрлө тоҡом ҡатнашып, үҙ тоҡомон юғалтҡан (уҫемлектәр, хайуандар тураһында). □ Перерождённый, смешанный, гибридный (о породе животных, о сорте растений). Аҙғын арыш. Аҙғын эт. • Эт аҙғыны буранда ҡоторор. Әйтем.
5. Тиҙ боҙолоусан, бәләкәй генә яранан да боҙолоп китеүсән (тәнгә ҡарата). □ Усу-
160