Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 164


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҘЫҠ
Берәй нәмәнең күләмен, һанын аҙ күреү; аҙға һанау. □ Считать что-л. малым, недостаточным для себя, не удовлетворяться количеством чего-л. ■ Әллә бирелгән аҡсаға аҙһыналар, әллә мәҙәк итәләр — иҫәптәре туҡтарҙан тугел. Ғ. Ибраһимов. Етмәй бесән, етмәй емеш уға [Ғәззәгә], етмәй һаҙлыҡтарҙың муктәре. Аҙһына ул, көн дә утыҙ литр һөт бирһә лә ҡыҙыл мукләге. Т. Арслан.
АҘЫҠ (аҙығы) (Р.: пища; И.: food; T.: gıda) и.
1. Туҡланыуға файҙаланылған нәмә; ашамлыҡ, ризыҡ. □ Пища, еда; продовольствие, провизия. Аҙыҡ комбинаты. Аҙыҡ магазины. Аҙыҡ фонды. Аҙыҡ туплау. Н Рәхмәт ағайығыҙҙы онотмағыҙ. Ул беҙҙе ас тотмаясаҡ, аҙыҡ килтереп торасаҡ. Ж. Кейекбаев. Улар [Ирек менән әсәһе] бер кәрзинде әллә ниндәй тәмле аҙыҡтар менән тултырҙылар: ит, һөт, кукәй, май — береһе лә ҡалманы. 3. Биишева. Ҡәмән менән Сәмән шыр бешәлек араһына инеп, төйөнсөктәге аҙыҡты ашап бөтөргән. Әкиәттән. • Аҙыҡлының аты арымаҫ. Әйтем.
2. Хайуандар туҡлана торған бөтә нәмә.
□ Корм, фураж. Аҙыҡ сөгөлдөрө. Ҡатнаш аҙыҡ. Йәшел аҙыҡ. Минераль аҙыҡ. Тамыр аҙыҡ. Аҙыҡ рационы. Мал аҙығы. ■ Аҡ уҫаҡҡайҙарҙың ай ҡабығы — аҡ ҡуянҡайҙарҙың аҙығы. Халыҡ йырынан.
3. кусм. Күңелде ҡәнәғәтләндерерлек нәмә. □ Пища. Рухи аҙыҡ. Куңел аҙығы. • Яҡшы һуҙ — йән аҙығы, яман һуҙ — баш ҡаҙығы. Мәҡәл.
♦ Ҡара аҙыҡ һөт-ҡатыҡһыҙ, бер төрлөрәк аҙыҡ. □ Пища без молочных продуктов.
АҘЫҠЛАНДЫРЫЛЫУ (аҙыҡландырыл-) ҡ. төш. ҡар. аҙыҡландырыу, страд, от аҙыҡландырыу.
АҘЫҠЛАНДЫРЫУ (аҙыҡландыр-) (Р.: питать; И.: nourish; T: beslemek) ҡ.
1. Организмға туҡлыҡлы матдә биреү.
□ Питать, подкармливать. Яһалма юл менән аҙыҡландырыу.
2. Тупраҡҡа ашлама индереү; ашлау.
□ Подкармливать. Ужымды аҙыҡландырыу. Үҫемлектәрҙе аҙыҡландырыу. Өҫтәп аҙыҡландырыу өсөн төрлө минераль һәм органик ашлама файҙаланыла.
3. Күңелде ҡәнәғәтләндереү. □ Питать душу. Рухи аҙыҡландырыу.
АҘЫҠЛАНЫУ (аҙыҡлан-) (Р: питаться; И.: feed (on); T: beslenmek) к.
1. Аҙыҡ ҡабул итеү; ашау. □ Питаться, кормиться. // Питание, корм. Йәшелсә менән аҙыҡланыу. ■ Егет шунда сәй ҡайнатып, ит бешереп аҙыҡланған булған, һыйланған. Б. Вәлид.
2. Тереклек итеү өсөн кәрәкле матдәләрҙе үҙләштереү; туҡланыу. □ Питаться, подкармливаться. // Питание, подкормка. Үҫемлек тамыры, һабағы һәм япрағы ярҙамында аҙыҡлана.
АҘЫҠ-ТҮЛЕК (Р: продукты; И.: food, victuals; T: gıda) и. йыйн.
Кешегә ашарға яраған бөтә ашамлыҡ; ризыҡ. □ Продукты, продовольствие. Аҙыҡ-тулек магазины. Аҙыҡ-тулек ташыу. ■ Мал йыйыуҙа, аҙыҡ-тулек әҙерләуҙә курһәткән өлгөрлөгө өсөн Суминовты өлкән полицай итеп урләттеләр. Ә. Хәкимов. Йыл әйләнәһенә уның ите, майы һәм башҡа аҙыҡ-тулеге өҙөлмәй. Б. Бикбай. [Әбей — улына:] Илгә сығып, өҫ-башыңды аҙыраҡ бөтәйтеп, әҙ булһа ла аҙыҡ-тулек алып ҡайтыу яғын ҡарар инең. Әкиәттән.
АҘЫЛМА (Р: возвышенность; И.: elevation; T: yükseklik) и. диал.
Ҡалҡыулыҡ, түбәлек (ергә ҡарата).
□ Возвышенность.
АҘЫМ [боронғо төрки ат ‘атлау, йөрөү’] (Р: шаг; И.: step; T: adım) и.
1. Атлағанда аяҡ менән эшләнгән хәрәкәт. □ Шаг, поступь. Алымлы аҙым. Ваҡ аҙым. Эре аҙым. Аҙымды йышайтыу. ■ Төл-көсура, шуға асыу иткәндәй, ялбыр буркен көс менән маңлайына баҫыбыраҡ кейҙе, берике аҙым атланы ла туҡтаны. Н. Мусин. [Әбей] бер нисә аҙым атланы ла Сәғиҙәгә боролдо. М. Тажи.
164