Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 165


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҘЫРТЫУ
2. Атлағандағы ике аяҡ араһына тиң оҙонлоҡ үлсәү берәмеге. □ Мера длины, измеряемая шагами. Бер аҙым. Ике аҙым ер. ■ Сәсһә, Ваһап шул ауыл тирәһендәге баҫыуға «бутҡалыҡ» тигән булып кеше ыңғайына бер сирек йә утыҙ аҙым тары, шул тиклем ук ҡарабойҙай сәсер ине. Ж. Кейекбаев.
3. Атлап барыш, йөрөш. □ Поступь, походка. Ҡыҙыу аҙым. һалмаҡ аҙым. И Кире боролорға ауыл йыраҡ. Туҡал аҙымы менән тағы бер тон ҡайтырға кәрәк. X. Ғиләжев. Ярцевтыц йөрөшө бик мөһабәт .. Үҙенә ныҡ ышанған кешеләрҙә генә була торған эре, һәлмәк аҙым менән атлай. К. Мәргән.
4. кусм. Берәй эшкә йүнәлтелгән ынтылыш; хәрәкәт. □ Шаг, поступок. Ҡыйыу аҙым. Тәуге аҙым. ■ Әгәр бер хата аҙым яһап, Хәбир батыр уҙе барып ҡапмаһа, кем белә...
3. Биишева.
5. тех. Тештәр, һыҙаттар араһы. □ Шаг. Винт аҙымы. Сылбыр аҙымы. Тешле тәгәрмәс аҙымы.
♦ Аҙым һайын әленән-әле, гел генә.
□ На каждом шагу. ■ Аҙым һайын ғәйебең асылыуын көтөп, ҡурҡып йәшәгәнсе, арығансы эшләп, барыһын да онотоп, тыныс йоҡлауыңа ни етә. Б. Бикбай. Бер аҙым да саҡ ҡына ла, бер ҙә. □ Ни на шаг. ■ Эт арттан бер аҙым да ҡалмай. М. Тажи.
АҘЫМЛАУ (аҙымла-) (Р.: измерять шагами; И.: measure by steps; T: adımlamak) ҡ.
1. Аҙым менән билдәләү, аҙымға һалыу.
□ Измерять шагами. ■ [Ныязғол] тағы йәһәт атлап, залды мөйөштән мөйөшкә аҙымлап улсәй башланы. Һ. Дәүләтшина.
2. Киң баҫып атлау, атлап үтеү. □ Прошагать, шагать. ■ Ҡайһы бер урам сатында өс-дурт кешелек патруль ҡыҙыл армеецтар осрай. Улар ашыҡмай, һалмаҡ ҡына аҙымлай. А. Таһиров.
АҘЫМЛЫ (Р: ходкий (о лошади)', И.: fast; T: geniş adımlı) с.
Аҙымы эре, ырамлы, шәп атлай торған; йөрөшлө (атҡа ҡарата). □ Ходкий (о лошади ). Аҙымлы ат.
АҘЫМЛЫҠ (Р: в... шагов; И.: in... steps; T: adımlık) с.
Бер нисә аҙымдағы аралыҡта. □ В ... шагов, в... шагах.
АҘЫМСЫ АТ (Р: лошадь с широким шагом; И.: horse with long strides; T: yürüyüşlü at) и. диал.
Эре аҙымлы ат. □ Лошадь с широким шагом.
АҘЫМТЫҠ (аҙымтығы) с.
1. диал. ҡар. аҙғын.
2. диал. ҡар. ялҡау.
АҘЫМ ҮЛСӘГЕС (Р: шагомер; И.: passometer; T: adımsayar) и. тех.
Йәйәү үткән араны үлсәү приборы.
□ Шагомер.
АҘЫУ-ТУҘЫУ (аҙ-туҙ-) (Р: бродяжничать; И.: wander; T: memleket memleket gezmek) ҡ.
1. Бер ерҙә ныҡлап тормай, ерекмәй, күсенеп йөрөү. □ Бродяжничать, скитаться. // бродяжничество, скитание. Аҙып-туҙып ситтә йөрөу.
2. Аҙғынлыҡ юлына баҫыу. □ Развращаться, становиться развратным. ■ Үҙеңә бәхетле юл теләйем, — тине председатель, — тик ҡара уны, аҙып-туҙып китмә, тыуған ауылыңа тап төшөрмә. Д. Исламов.
АҘЫРАЙЫУ (аҙырай-, аҙырая) ҡ. ҡар. ажрайыу.
АҘЫРАҠ (Р: немного; И.: a little; T: az)/э.
1. Бер аҙ, бер ни тиклем. □ Немного, чуть-чуть, чуточку; малость. Аҙыраҡ көтөп тор. Аҙыраҡ һунрау. Н Мин саҡырҙым, һин килмәнең, аҙыраҡ йәне көйһөн, тип. Халыҡ йырынан.
2. сағышт. дәр. ҡар. аҙ. сравн. етеп. от аҙ.
АҘЫРТЫУ (аҙырт-) (Р: воспаляться (о ране)', И.: become inflamed; T: yangılanmak) ҡ.
Аҙып, боҙолоп китеү (тәнгә ҡарата).
□ Воспаляться (о ране). ■ Енсек тиреһе аҙыртып ҡыҙарып тора. М. Ҡулаев.
165