АҘЫУ
АҘЫУ I (аҙ-) (Р.: блуждать; И.: wander; T.: dolaşmak) ҡ.
1. Өйҙә тормай, ауыл араһында, ситтә йөрөү (кешегә, малға ҡарата). □ Блуждать, бродить, скитаться. ■ [Батша:] Минең ун һыйырым бар ине. Шулар, бына йыл тула инде, ҡураға ҡайтмай, мөстәнләнеп аҙып йөрөй. Әкиәттән.
2. Әхлаҡ-тәртип ҡағиҙәләрен тотмау, тәртипһеҙгә әйләнеү; боҙолоу. □ Избаловаться, вести себя плохо. ■ Эй ғүмеркәйҙәр, ахыры заман яҡындыр инде. Шулай булмаһа, халыҡ был тиклем аҙмаҫ ине,— тип зарланырға төтөндө [ҡортҡа]. Т. Йәнәби. • Кәңәшле ил аҙмаҫ. Әйтем.
3. Енси яҡтан тәртипһеҙләнеү; боҙолоу.
□ Развратничать, распутничать, развращаться. • Айырылған ир аҙыр, ҡушылған ир уҙыр. Мәҡәл.
4. Ҡатнашып, тоҡом яғынан боҙолоу (малға һәм үҫемлектәргә ҡарата). □ Смешавшись, перерождаться, испортиться (о сорте растений и породах животных). Арыш аҙған.
5. Көсәйеп, шашып китеү (ауырыуға ҡарата). □ Усугубляться (о болезни). Ауырыуы өҙлөк булып аҙып китте. Грипп менән ауырығанда йөрөһәң, ул аҙа.
6. Боҙолоп шешеп китеү (тәнгә ҡарата).
□ Воспаляться, растравляться (о ране). Бынау бала тубығын ташҡа һыҙырғайны, аҙған да киткән.
♦ Баш аҙыу дөрөҫ йәшәү ҡағиҙәләрен тотмау, ҡылығы насарға әйләнеү, тәртипһеҙләнеү. □ Вести себя плохо, быть невоспитанным. Бәйел аҙыу ныҡ тыйнаҡһыҙланыу, холоҡһоҙланыу. □ Стать распущенным, распускаться. • Бәйелең аҙмай башҡа бәлә килмәй. Мәҡәл.
АҘЫУ II и. диал. ҡар. аҙау V. • Боҙ өҫтөндә яҙыу тормаҫ, ҡарт кешелә аҙыу тормаҫ. Әйтем.
АЖАР I (Р: сила; И.: bravery; T.: atılganlık) и.
1. Ташып барған көс, ғәйрәт; алҡынып торған дәрт; айбар. □ Сила, мощь, отвага,
удаль. ■ Әле уйлайым, әгәр йөрәктә шундай ажар, сәм булмаһа, тәүге йылдағы ауыр шарттарға мин сыҙай алмаған, кире сигенгән булыр инем, моғайын. 3. Биишева.
2. Кешенең ҡотон алып, ярһып торған асыу; айбар. □ Угроза, опасность, гнев. Ажар күрһәтеү. ■ [Хәбибә инәй:] Күп ваҡыттар үткәс, яу ажарҙары һил булғас, халыҡ ошо Ослоташ тауы моронона йорт һалып тора башлаған. Б. Бикбай.
АЖАР II с.
1. диал. ҡар. өтөк I.
2. диал. ҡар. күркәм. Бер аҙ ябыҡҡан, элекке ажар мыйыҡ урынына бармаҡ баҫымы тиклем генә итеп мыйыҡ ҡалдырған.
АЖАР ҠАЙТЫУ (ажар ҡайт-) (Р: те рять силу; И.: lose stamina; T: kuvvetten düşmek) ҡ.
Дәрт һүнеү, көс кәмеү. □ Терять силу, мощь. ■ [Ирҙәрҙең] ажарҙары ҡайтҡан. Әйтер булһа хаҡ һүҙ һәм асыуҙы байҙарға, һаҡта әҙер торған бәләсәйҙәр ҡылыс, ҡамсы менән яйларға. С. Кулибай.
АЖАРЛАНЫУ (ажарлан-) (Р: проявлять удальство; И.: show courage; T: yiğitlik etmek) ҡ.
1. Ғәйрәт сәсеп ярһыу; айбарланыу.
□ Проявлять удальство, отвагу, мощь. ■ Урталағы ажарланып елгән ҡара күк айғыр әллә ҡайҙан уҡ бының Ныязғол повозкаһы икәнен күрһәтә ине. Һ. Дәүләтшина.
2. Ярһып, ҡотто алып ажғырыу. □ Разъяриться, бушевать, неистовствовать. ■ Коро дала. Уны зыр ҡыҙырып, ажарланып елдәр һыҙғыра. А. Игебаев. Әле генә эттәй ажарланып, асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәй торған бай, кеше ишетеүенән шикләнеп, әүрәтеү ниәте менән: — Йә, тыныслан. Һине берәү ҙә ҡыумай .., — тине. Я. Хамматов.
АЖАРЛЫ (Р: смелый; И.: manly; T: atılgan) с.
1. Көсө, дәрте урғылып торған; ярһыу.
□ Смелый, отважный, бесстрашный. Ажарлы яугир. Ажарлы кеше. ■ Күргәнем бар
166