АЖДАҺА КҮТӘРЕЛЕҮ
минең аяҡһыҙҙар бейегәнен .. Еңеү көнөндә. Эй ул бейеү! Ул ажарлы бейеү күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә. Р. Сафин.
2. Ажғырып торған ҡурҡыныс ҡиәфәтле. □ Разъярённый. Ажарлы йылан. Ажарлы эт.
АЖАРЛЫҠ ( ажар л ығы) (Р: мужество; И.: bravery; T.: atılganlık) и.
Ташып барған көс, ярһыулыҡ. □ Мужество, отвага, сила, страсть. Ажарлыҡ менән. Ажарлыҡ күрһәтеү. ■ Күк болонда күк арғымаҡ йөрөй утлап, бәкәлендә ҡорос бығау бөткән тутлап. Ауыр, ауыр ул бығауҙы һөйрәтеүе, ажарлыҡта гел түҙергә өйрәтеүе. Ә. Әхмәтҡужин.
АЖАР СӘСЕҮ (ажар сәс-) (Р: вспылить; И.: fly into a fury; T.: azmak) ҡ.
Ғәйрәт сәсеп ярһыу, асыуҙан ҡысҡырыу, ярһыу. □ Вспылить в гневе, разъяриться.
АЖАРЫН АЛЫУ (ажарын ал-) ҡ. ҡар. ажарын ҡайтарыу.
АЖАРЫН ҠАЙТАРЫУ (ажарын ҡайтар-) (Р: отнять силу; И.: lose one’s strength; T.: halsiz düşürmek) ҡ.
Дәртен баҫыу, көсөн алыу. □ Отнять силу, мощь, обессилеть.
АЖАУ (Р: голавль; И.: chub; T.: tatlı su kefali) и. зоол.
Һаҙандар төркөмөнә ингән, яҫы моронло, итләс эре балыҡ; ҡушбаш. □ Голавль (лат. Leuciscus cephalus). ■ Ул [Зөбәйҙә] ҡармағын яр башына ырғытып өлгөргән. Унда ярты аршындай ажау тыпырсынып ята. Н. Мусин.
АЖАУ ТЕШ и. диал. ҡар. аҙау теш 2.
АЖҒАЛӘ и. диал. ҡар. ялағай.
АЖҒЫР с. диал. ҡар. ыҙғыр.
АЖҒЫРЫНЫУ (ажғырын ) ҡ. төш. ҡар. ажғырыу, страд, от ажғырыу.
АЖҒЫРЫУ (ажғыр-) (Р: разъяряться; И.: get furious; T.: kudurmak) ҡ.
1. Зәһәр сәсеп, ярһып екереү, ҡурҡыныс итеп ҡысҡырыу. □ Разъяряться, устрашающе реветь. ■ Ебәр!.. Мин һеҙҙе өйрәтермен әле! — тип ажғырҙы хулиган. Р. Сол-
тангәрәев. Айыу ажғырып ситкә ырғыған. Н. Мусин. Аждаһа ажғырып Килтәй-Мәр-гәнгә ташланған. Әкиәттән.
2. күсм. Яман тауыш сығарып, ҡотороноп шаулау. □ Бушевать, неистовствовать, реветь. ■ Атылған туптың снаряды ажғырып килә лә, урмандамы, ауыл ситендәме ярыла, ерҙе тетрәтә. А. Таһиров. Ҡапыл көслө ел сыға, тулҡындар үрә тора, ажғырып ярға ынтыла. Ә. Вахитов. Ажғырып ятыусы һыуға төшөп еткәнсе, әллә күпме уй уйлап өлгөргәндер Миңлеғол. Я. Хамматов.
АЖҒЫУ и. диал. ҡар. әсеү. Ҡымыҙ аж-ғып килеп сыға.
АЖДА и. диал. ҡар. аждаһа.
АЖДАҺА [авест. Ажи Дахака ‘ҡырыусы йылан’] (Р: дракон; И.: dragon; T: ejderha) и. миф.
1. Бер нисә башлы ҙур йылан ҡиәфәтен-дәге йөҙйәшәр яман мифик зат. □ Дракон. ■ Башҡорт мифологияһында һөйләнеүенсә, йөҙ йыл буйына кеше күҙенә күренмәй йәшәгән йылан аждаһаға әүерелә. Ә. Харисов. Күлдә бер аждаһа бар икән. Етегә уралып ята, ти, был аждаһа. Әкиәттән.
2. күсм. Уҫал, йыртҡыс кешегә ҡарата әйтелә. □ Изверг, злодей. ■ Ер шарын урап, һырып алған аждаһалар, палач-ғазраилдар. Ғ. Хәйри.
АЖДАҺА ЙЫЛЫ (Р: год дракона; И.: year of the dragon; T.: ejderha yılı) и.
Ун ике йыллыҡ мөсәлдең бишенсе йылы. □ Год дракона (пятый год двенадцатилетнего животного цикла у восточных народов).
АЖДАҺА КҮТӘРЕЛЕҮ (Р: смерч;
И.: whirlwind; T: hortum) и. миф.
Көслө ҡойонға ҡарата әйтелә. Ышаныуҙар буйынса, аждаһа аҙғынланып ҡиәфәтен үҙгәртһә, уны болот күтәреп алып китә. Көслө ҡойондан күл, йылғаның һыуы өйрө-лөп күккә ауалай. □ Смерч, вихрь на озере, над водой, лесом. Перемещение дракона (по поверью, небесные силы уносят дракона за мифическую гору Ҡафтау). ■ Алайғыр ташы ауылыбыҙҙың тирәһендәге иң бейек
167