Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 168


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЖДАҺА-ЙЫЛАН
ҡая. Уның аҫтындағы ятыуҙың төбөнән ҡасандыр аждаһа кутәрелгән, тип һөйләйҙәр. Д. Бураҡаев. Аждаһа кутәрелгәндә ел-дауыл ҡуба, ғәрәсәт була. Аждаһа кутә-релеу тураһында ышаныуҙар әле лә йәшәй. Ф. Хисамитдинова.
АЖДАҺА-ЙЫЛАН (Р.: драконы; И.: dragons; T.: ejderha) и. миф. йыйн.
Аждаһалар һәм шуның кеүек мифик заттар. □ Драконы. ■ Урал тураҡлаған де-йеу-пәрейҙәр, аждаһа-йыландар кәуҙәһенән ҙур бер тау өйөлөп ҡалды, ти. Әкиәттән.
АЖДАҺА ҺӨЙӘГЕ (Р.: магическое средство лечения от болезней глаз; И.: dragon’s bone; T.: göz hastalıklarının büyüleyici tedavisi) и. миф.
Күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланылған магик сара. □ Магическое средство лечения от болезней глаз. ■ Йыланғараҡ булһа, уға әуәле аждаһа һөйәге баҫҡандар. Экспедиция материалдарынан.
АЖИОТАЖ [рус. < фр. agiotage] (Р: ажиотаж; И.: flurry; Т.: bum) и.
1. Биржа ҡағыҙы йәки тауар хаҡы курсының яһалма рәүештә күтәрелеүе йәки төшөүе. □ Ажиотаж. Биржа ажиотажы.
2. кусм. Ығы-зығы ҡубыу. □ Ажиотаж. Ажиотаж ҡуптарыу.
АЖРАЙ (Р: выпуклый; И.: bulging; T.: fırlak (gözler) с.
1. Ҙур булып, ағы күренеп, тупайып торған (куҙгә ҡарата); аҡыш. □ Выпуклый, выпученный (о глазах). Ажрай ҡуҙ.
2. кусм. Эре, тәкәббер, маһайыусан, маҡтансыҡ. □ Высокомерный, заносчивый, кичливый. ■ Көмрө арҡалы, тиҫкәрерәк ҡылыҡлы был ажрай бисәнең бындай һуҙ-ҙәрен куп ишеткәне бар Көнһылыуҙың. Ғ. Ибраһимов.
АЖРАЙЫУ (ажрай-, ажрая) (Р: таращиться; И.: stare (at); T.: gözleri fal taşı gibi açılmak) ҡ.
1. Асыуланып, күҙҙе аҡайтып ҡарау. □ Таращиться, пучиться (о глазах). Ажрайып ҡарау. • Аҡылы юҡ кешенең ажрайған куҙе бар. Әйтем.
2. кусм. Эреләнеү, ҡупырайыу. □ Важничать, чваниться, кичиться. ■ Батый хан да уҙған юл, олатайың Шәғәле ажрайып йөрөгән юл! «Юлай менән Салауат».
АЖУР [рус. < фр. a jour] (Р: ажур; И.: openwork; T.: ajur) и.
1. Селтәр. □ Ажур. Ажур менән сигеу.
2. Бухгалтерияла иҫәп төрө. □ Ажур.
3. Бик яҡшы. □ Полный порядок.
АЖУРЛЫ (Р: ажурный; И.: openwork;
T: ajurlu) c.
Селтәрләп эшләнгән. □ Ажурный. Ажур-лы пәрҙәләр.
АЖЫҒЫЙ и. диал. ҡар. һаҙағай.
АЖЫР-БОЖОР р. диал. ҡар. суғырмаҡлы. Сыйҙым ажыр-божор туңһа, уңыш була.
АЖЫРТЫУ (ажырт-) ҡ. диал. ҡар. сәбертеү. Бөтә тәнем ажыртып китте.
АЖЫРЫЙ с. диал. ҡар. ажрай 1.
АЗАЛИЯ [рус. < лат. azalea] (Р: азалия; И.: azalea; T: açelya) и. бот.
Төрлө төҫтәге эре сәскә атҡан көньяҡ сәскәһе. □ Азалия (лат. Azalea). Ҡыҙыл азалия. Һары азалия. ■ Микробтарҙан цитрус уҫемлектәре, розмарин, эвкалипт, азалия гөлдәрелә һаҡлай. «Табын», № 107, 2011.
АЗАМАТ и. ҡар. аҙамат.
АЗАМАТЛЫҠ (Р: гражданство; И.: citizenship; T: vatandaşlık) и.
Шәхестең билдәле бер дәүләткә сәйәси һәм хоҡуҡи ҡарағайлығы; гражданлыҡ.
□ Гражданство.
АЗАРЛАШЫУ (азарлаш-) ҡ. диал. ҡар. талашыу 2. Азарлашып алып киттеләр баламды.
АЗАРТ [рус. < фр. hasard ‘осраҡ’] и. ҡар. сәм.
АЗАТ [фарс. ûlJ] (Р: свободный; И.: free; T: özgür) с.
Үҙ ихтыярлы, ирекле; бойондороҡһоҙ.
□ Свободный, вольный, независимый. Азат ил. Азат халыҡ. ■ Ә мин инде һеҙҙең менән йөрөргә булдым бергә. Шатлығын азат хеҙмәттең һөйләп йөрөрмөн һеҙгә. Р. Ниғмәти.
168