Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 170


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АИ
месяц. Иҫке ай. Тулған ай. Яңы ай. Ярты ай. Ай нуры. Ай яҡтыһы. ■ Күктә йөҙгән ҡап-ҡара болоттар араһында буталған тулы йөҙлө ай юғалғас, донъя бөтөнләйгә ҡараңғыланды. Я. Хамматов. Хисапһыҙ күп йондоҙҙар араһынан шул саҡ ҡапыл ай шәкеле күренгәндәй булды. К. Мәргән. • Ай күрҙем аман менән, ауыҙым тулы иман менән. Теләк.
2. Шул есемдең ураҡ рәүешендә ҡабул ителгән билдәһе. □ Лунный серп, диск. Мәсет айы. И Боронғолар һөйләүенсә, манараны төшөргәндә иман йортоноң айы шул тиклем ғәйрәтле көс менән ауған да ергә һеңгән, имеш. «Йәшлек», 17 июнь 2008. Имәндәр тик ташҡа әүерелә, тупраҡ була беҙҙең ишеләр... Һәм үҙебеҙ менән ҡуша китә мәсет айы, сиркәү тәреһе. Й. Солтанов.
3. Йылды ун ике өлөшкә бүлгән, һәр береһе үҙ аллы исемгә эйә ваҡыт берәмеге (28-31 көндән тора). □ Месяц. Ай аҙағы. Ай араһы. Йәй айҙары. Ҡыш айҙары. Өс айға иҫәпләнгән. ■ Шул йылы уҡ Әптерәй, Иҫәнғол байға бесән ташышҡанда һыуыҡ тейҙереп, ауырып ҡайтты ла, шул ауырыуынан тора алмай бер ай ятҡас, үлеп китте. Һ. Дәүләтшина. Сафия апайҙың ире Ғәзиз ағай, ҡырҡ бишенсе йылда икенсегә яраланып, өс ай госпиталдә ятҡандан һуң, ауылға ҡайтып төштө. Т. Ғиниәтуллин.
4. Ниндәйҙер көндән иҫәпләнгән 30 көнлөк ваҡыт берәмеге. □ Месяц (период времени в 30 дней, отсчитываемых от какого-л. дня). Биш айҙан килеү. Балаға бер ай ҙа юҡ әле.
5. миф. Мифологик ҡараштар буйынса, тәңре, юғары көс. □ Высшая сила, бог.
♦ Ай битен йыуа яңы ай тыуғас яуған ямғырға ҡарата әйтелә. □ Дождь в новолуние. букв. Месяц умывается. Ай ҙа ҡояш булыу һәр саҡ көлөп, йылмайып ҡына тороу. □ Постоянно улыбаться. Бөтә кешегә ай ҙа ҡояш булып булмай. Айҙы күккә сығарыу файҙаһыҙға тырышҡан кешегә ҡарата әйтелә. □ Напрасно стараться. ■ Йығылһам,
йығылдым, айҙы күккә сығарҙым тигәндәй, Ныязғолдоң ауыртҡан еренән тотоп ҡысҡырттым әле. Һ. Дәүләтшина. Ай күрҙе, ҡояш алды кемдер йәки ниҙер к үҙ алдынан ҡапыл юҡ булғанда әйтелә. □ Показаться и тут же исчезнуть, потеряться из вида. соотв. Только его и видели; и был таков.
АЙ II (Р: ай, ой; И.: ouch; T: ay!, vay!) ымл.
1. Ҡапыл ҡурҡҡанда, тертләгәндә әйтелә. □ Выражает испуг: ай, ой. ■ «Ай!» -Сәғиҙә баланы күтәреп торғоҙҙо, ә Хафиз ҡарт: «Ҡурҡма, ҡурҡма, ҡыҙым, бер ни ҙә булмаҫ», — тине. М. Тажи.
2. Әсенеү, һыҙланыу-һыҡрапыуҙы белдергәндә әйтелә. □ Выражает сожаление, огорчение, боль, страдание: ай, ой. ■ Ай, ҡанһыҙ түрә булды шул, — тине сапҡын. Ғ. Ибраһимов. Ай, ғүмер, аҡҡан һыуҙар кеүек, үткән дә киткән. Д. Бүләков. Ай, ауыр буласаҡ Барсынбикәгә! Т. Ғарипова. Ай, бер генә йотом һыу булһасы. М. Тажи.
3. Асыуланып, ризаһыҙлыҡты белдергәндә әйтелә. □ Выражает возмущение, недовольство: ай, ой. ■ Ай, аптыраттың да баһа! И. Насыри. Ай, өләсәй, ул тиклем ҡыҙма әле! Һ.Дәүләтшина.
4. Ҡыуаныу, һоҡланыу һ.б. тойғоларҙы белдергәндә әйтелә. □ Выражает радость, восхищение, изумление. ■ Ай, шәп булыр ине! Ғ. Әмири. Ай, минең бәләкәсем! Һ. Дәүләтшина. Ай, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары ла, янып тора күҙҙәре. Халыҡ йырынан. Ай, һәйбәт кеше һеҙ, Ҡотлоғужа әфәнде! Н. Мусин. Ай, Уралым, Уралым, ил һаҡлаған ҡоралым! Р. Ғарипов.
5. Йырҙарҙа, ҡобайырҙарҙа тойғоно көсәйтеү һәм шиғыр үлсәмен теүәлләү өсөн ҡулланыла. □ Ой (в народных песнях, ку-баирах употребляется для усиления эмоциональности и дополнения размера стиха). ■ Ағиҙелкәй ҡайҙа, ай туғайҙа, Ағиҙелкәй кеүек һыу ҡайҙа. Ағиҙелкәйҙәрҙең ай һауаһы йәнгә рәхәт, тәнгә ҙур файҙа. Халыҡ йырынан.
170