АЙНЫТЫЛЫУ
АЙНЫТЫЛЫУ (айнытыл-) ҡ. төш. ҡар. айнытыу, страд, от айнытыу.
АЙНЫТЫУ I (айныт-) (Р.: вытрезвить; И.: make sober; T.: ayıltmak) ҡ.
1. Иҫерек хәлдән арындырыу, айныҡ итеү. □ Вытрезвить, отрезвить, трезвить, протрезвить. Иҫеректе айнытыу.
2. Эсемлектең тәьҫир көсөн кәметеү.
□ Потерять силу, крепость (о напитке). Ҡымыҙҙы айнытыу. Балды айнытыу.
3. кусм. Ниҙеңдер көслө тәьҫиренән арындырыу; аңға килтереү. □ Выводить из какого-л. состояния. S Был тауыш Айбулатты һеңгәҙәгән хәленән айнытты. һ. Дәүләтшина.
4. кусм. Ниндәйҙер бер хәлдән арындырыу. □ Освобождать, избавлять. Йоҡонан айнытыу. Ауыр уйҙарҙан айнытыу.
5. кусм. Ауырыуҙан арындырыу, арыуландырыу, һауыҡтырыу. □ Исцелять, избавлять, спасать. Эҫе сәй тәндәрҙе иретеп, айнытып ебәрҙе.
АЙНЫТЫУ II (айныт-) (Р.: провести; И.: cheat; T.: kandırmak) ҡ. диал.
Алдау, ултыртыу. □ Провести, обмануть. Ул мине айнытты.
АЙНЫУ (айны-) (Р: трезветь; И.: get sober; T.: ayılmak) ҡ.
1. Иҫереклектән ғәҙәттәге хәлгә ҡайтыу.
□ Трезветь, протрезвляться. // Отрезвление.
2. Көс-ҡеүәте кәмеү (торло әсе шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Выдыхаться (о жидкостях). Бал айныған. Һеркә айныған.
3. кусм. Ниҙең дә булһа көслө тәьҫиренән арынып, ғәҙәттәге хәлгә ҡайтыу. □ Выйти из какого-л. состояния. ■ tty? алдым томаланып китте. Бер аҙҙан һуң ғына айнып, уны [Һибәт ағайҙы [ҡосаҡлап алдым да илай башланым. Д. Юлтый. Төштән айнып, ҡайттым өндәремә. М. Ямалетдинов.
4. Аңды биләгән ниндәй ҙә булһа бер ҡараш-фекерҙең хаталығын төшөнөп, аҡылға килеү. □ Избавляться от ошибочных взглядов.
5. кусм. Ниндәй ҙә булһа бер хәлдән, уй-тойғонан арыныу. □ Освобождаться, избавляться от какого-л. состояния, мыслей или чувств. Йоҡонан айныу. Н Миңә рәхәт, миңә еңел, бөтәһе лә шундай асыҡ. Айныным буш хыялдарҙан, буш өмөттәр китте ҡасып. М. Кәрим. • Аҡыл айнымаҫ, алтын серемәҫ. Әйтем.
6. кусм. Тынғыһыҙ бер хәлдән йәки берәй нәмәнән ҡотолоп, тыныслыҡ табыу; бушаныу. □ Освобождаться от беспокойства, становиться свободным, спокойным. Эштән айныу. Кешенән айныу. Н [Алъгис] мендәргә йөҙтубән ҡапланып та ҡараны, уйҙарынан айный алманы. Ҡ. Ибәтуллин.
7. кусм. Ауырыуҙан, арыуҙан арыныу, арыуланыу, һауығыу. □ Поправляться, исцеляться, избавляться. Н Ҡайнар өйрә эскә йылылыҡ бирҙе, тәндәрҙе еңеләйтте. Бөтөнләй айнып, кеше булып киттек. Д. Юлтый. Таң атыуға ул [Емеш] манма һыуға төшөп тирләп, айнып китте. 3. Биишева.
АЙПАЛАУ (айпала-) (Р: дёргать; И.: pull (at); T: çekivermek) ҡ.
Тартҡылау, йолҡҡолау. □ Дёргать, подёргивать; трясти. ■ [Ғәйзулла] дурт аяҡлы дуҫының муйынынан айпаланы ла, байтаҡ икеләнеп торғандан һуң, буленгән юлын дауам итте. Я. Хамматов.
АЙПАЛАШЫУ (айпалаш-) (Р: схватываться; И.: wrestle (with); T: kapışmak) ҡ.
1. Бирешмәҫкә тырышып, үҙ-ара тартҡылашыу (шаярғанда, көрәшкәндә йәки һуғышҡанда). □ Схватываться, бороться. ■ Янғолдоң энеһе [һуҡтырмаҫҡа] тырышып, стражник менән айпалашҡанда, маңлайын ҡамсы менән ярып ебәргәндәр. Һ. Дәүләтшина.
2. кусм. Һүҙ көрәштереү, еңелсә бәхәсләшеү. □ Спорить с кем-л.
АЙПАШЫУ (айпаш-) ҡ. ҡар. айпалашыу.
АЙРА 1 (Р: иной; И.: especially; T: ayrıca) р.
1. ҡар. айырата.
180