Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 181


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЙСЫҠЛАУ
2. диал. Үҙенә бер төрлө, айырым.
□ Иной, другой, своеобразный.
АЙРА II с. диал. ҡар. армытлы. ■ Неплю-евтар эстеләр, арҡабыҙҙан ит телеп, айра ҡамсы иштеләр, үҙебеҙҙе киҫтеләр. Ғ. Сәләм.
АЙРАҒАС (Р.: кол с развилинами; И.: kind of stake; T.: çatallı kazık) u.
Саталы ҡаҙыҡ, һауыт-һаба киптереү өсөн ҡулланыла. □ Кол с развилинами (для сушки посуды).
АЙРАН [төрки] (Р.: айран; И.: ayran; T.: ayran) и.
1. Ҡатыҡ йәки ҡоротто һалҡын һыуға шыйыҡлап яһаған эсемлек. □ Айран (напиток из разбавленного водой кислого молока или куру та). Айран һыулау. Айран яҙыу. Я [Улы — әсәһенә:] Ҡымыҙ быуынды ала бит ул, һыуһынға айран яҡшыраҡ. Әсе ҡатығың юҡмы? Г. Ғиззәтуллина-Ғайсарова. • Айран эскән ҡотолған, күнәк ялаған тотолған. Мәҡәл.
2. Май бешкәндә айырылып сыҡҡан әскелтем шыйыҡлыҡ. □ Пахта. Май айраны.
АЙРАН-ҠЫМЫҘ (Р.: кисломолочные продукты; И.: dairy products; T.: süt ürünleri) и. йыйн.
Әсетелгән һөт аҙыҡтары. □ Кисломолочные продукты. Айран-ҡымыҙ менән һыйлау. Айран-ҡымыҙ әҙерләү.
АЙРАН МАЙ и. диал. ҡар. аҡ май.
АЙРАН ҺЫУ и. диал. ҡар. айран 2.
АЙРАУЫҠ (айрауығы) (Р: вейник наземный; И.: wood small-reed; T.: buğdaygillerden bir bitki) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған йөнтәҫ һепертке башлы, ҡыяҡ япраҡлы, оҙон һәм ҡалын тамырлы күп йыллыҡ үҫемлек.
□ Вейник наземный (лат. Calamagrostis epiğejos). Урман айрауығы, сусҡа айрауығы була. Айрауыҡ — ҡыяҡлы аҙыҡ үләне.
АЙРЫ I (Р: раздвоенный; И.: befurcated; T.: çatal) с.
Икегә айырылып торған; айырсалы.
□ Раздвоенный. Айры тояҡ. Айры һаҡал. ■ Айры һаҡал үҫтергән һары Мырҡас хан иле, һинең менән булайым, атайҙан да
биҙәйем, барынан да биҙәйем, һыуға төшөп үләйем. «Заятүләк менән һыуһылыу».
АЙРЫ II (Р: особенно; И.: especially; T.: ayrıca) р. диал.
Айырыуса. □ Особенно, особо.
АЙРЫ III (Р: деревянные вилы; И.: kind of wooden pitchfork; T.: üç çatalı dirgen) и. диал.
Өс асалы оҙон ағас һәнәк. □ Деревянные вилы с тремя развилинами.
АЙРЫҒАНАТ (Р: ласточка; И.: swallow; T.: kırlangıç) и. зоол. диал.
Ҡарлуғас. □ Ласточка (лат. Hirundo). Ҡара ҡарлуғасты беҙҙең бөрйәндәр айрығанат, ти.
АЙРЫҒОЙРОҠ (айрығойроғо) (Р: уховёртка; И.: earwig; T.: kulağa kaçanlar) и. зоол. диал.
1. Асағойроҡ. □ Уховёртка (лат. Forficula auricularia). Айрығойроҡтар ғаиләһе.
2. Ҡарлуғас. □ Ласточка. ■ Айрығойроҡ ой башына, яр башына оя эшләй йәбештереп. Экспедиция материалдарынан.
АЙ РӘНЙЕҮ (ай рәнйе-) к. диал. ҡар. ай тотолоу.
АЙСА (Р: костра; И.: boon; T.: internodun bir kısmı) и. диал.
Талҡыш. □ Костра.
АЙСБЕРГ [рус. айсберг < нем. Eisberg, Eis ‘боҙ’, Berg ‘тау’ < ингл. iceberg < швед. isberg ‘боҙ тауы’] и. ҡар. боҙ тауы. К Айсбергтар .. бик ҙур була. Һыуҙың өҫтөнә күтәрелгән өлөшө генә лә 300-400 метр бейеклеккә етә. Ф. Мәҡсүтов.
АЙСЫҠ I (айсығы) (Р: узор; И.: kind of pattern; T: hilal (bezek) u.
1. Ярым ай формаһындағы биҙәк. □ Название узора в виде полумесяца. Айсыҡ биҙәге.
2. Ай биҙәкле ҡаптырма. □ Пряжка в виде полумесяца, украшенная драгоценным камнем.
АЙСЫҠ II и. диал. ҡар. айыссыҡ.
АЙСЫҠЛАУ (айсыҡла-) (Р: вывести на ткани узор; И.: make a crescent pattern; T: hilal bezeği yapmak) ҡ.
181