АИЫҠ
Бөрйән, ҡыпсаҡ ырыуҙарының аймаҡтары. □ Родовые подразделения башкир-бурзянцев, кыпчаков.
АЙҺАЙ II р. ҡар. ләл-ләл 1. Айһай тороу.
АЙ-ҺАЙ I (Р.: ого; И.: оһо!, wow!; Т.: оһ!) ымл.
1. Аптырағанда, һоҡланғанда һәм башҡа төрлө тойғо белдергәндә әйтелә. □ Выражает чувство удивления, восхищения: ого. ■ [Фатима:] Ай-Һай, һиңә һуҡты ла купте икән. Б. Бикбай. Ай-Һай, бик ҙур бәләгә тарығанһың икән, — тип әйтте, ти, ҡарт. Әкиәттән. • Ай-Һай, телең, тел осонда беҙең. Әйтем.
2. Берәй эш-хәлгә шик белдергәндә, икеләнгәндә әйтелә. □ Выражает недоверие, сомнение: ой ли. ■ [Мәғфурә:] Ай-Һай, уның юхаланыуына ышанма, улым, ул -йылан аяғын киҫкән, һ. Дәүләтшина.
3. Халыҡ йырҙарында тойғоно көсәйтеү һәм шиғыр үлсәмен тултырыу өсөн ҡулланыла. □ Ой да (употребляется в народных песнях, усиливая эмоциональность и дополняя размер). ■ Ай-Һай ғына бесән сабыуы, ауыр икән салғы яныуы. Халыҡ йырынан. Был турәлек, ай-һай, бирелде микән, тимен, аҡылдары камилға курә. Халыҡ йырынан.
АЙ-ҺАЙ II и. диал.
1. ҡар. иҫ. Ул ай-һайыма кереп тә сыҡмай.
2. ҡар. мәшәҡәт. Утынды бер киҫтереп алһаң, ай-һайы юҡ.
АЙҺАЙЛАУ (айһайла-) (Р: резко вскрикивать; И.: cry out; T.: çığlıklar koparmak) ҡ.
Һөрән һалып ҡысҡырыу; һөрәнләү. □ Резко, отрывисто вскрикивать. Айһайлап сабыу. ■ Тон юшауын абайлап, ҡара тондә айһайлап, игәрҙәрен өҫкөтөп, бер арыҫланды тотҡан, ти. Әйтештән. Атлы казактарҙың .. тағы бер төркөмө айһайлап атҡылай башланы. А. Таһиров.
АЙҺЫН (Р: красавица; И.: beauty; T.: güzel) с.
Ай йөҙлө, һылыу (ҡыҙҙарға ҡарата).
□ Красавица. ■ Әммә һуңғы ваҡыт Ҡыҙрас тугел, ҡарттың ҡыйғас ҡашлы айһын ҡыҙы куберәк булды Аҡъюл уйында. Р. Бикбаев. • Айһынды айһын курә алмай. Әйтем.
АЙҺЫНДЫ (Р: довольно взрослый; И.: fairly grown up; T: yetişkin) с. диал.
1. Арыу уҡ ҙур, ҙур ғына (бала-сағаға ҡарата). □ Довольно взрослый (о детях). Айһынды ҡыҙ. ■ Ҡартайың Герман һуғышына киткәндә, атайың айһынды ғына бала ине. Д. Вәлиев.
2. Байтаҡ, күп кенә (ваҡытҡа ҡарата).
□ Достаточно долго (о времени). Уның киткәненә айһынды ғына ваҡыт утеп китте инде.
АЙЫҒЫУ (айыҡ-) (Р: трезветь; И.: sober up; T.: ayılmak) ҡ.
1. Иҫереклектән ғәҙәттәге хәлгә ҡайтыу; айныу. □ Трезветь, протрезвляться, прийти в себя. ■ Шул саҡ батша уҙе иҫереп китә. Бер ваҡыт айығып, уянып китһә, таяулы өйҙә ята, ти. Әкиәттән.
2. һауығыу. □ Выздороветь.
АЙЫ-КӨНӨ (Р.: нужное время; И.: propitious moment; T: tam zamanı) и.
Үҙ ваҡыты, тейешле мәле. □ Нужное, должное время, подходящий момент. Айы-көнө килеп еткән. ■ [Мәғфурә:] Эй аллам, ипләп кенә йөрө инде. Айың-көнөң тулһа, оят тип әллә нишләп булмай ул. Һ. Дәүләтшина. Айы-көнө тулып, ҡатындан ҡыҙ бала тыуа. Әкиәттән. Ике йылдан һуң хәбәре килде: ҡыҙ йөклө имеш. Айы-көнө тулды. Й. Солтанов.
♦ Айы-көнө менән үҙ ваҡытында. □ Своевременно.
АЙЫҠ I [дөйөм төрки айыҡ, айыг ‘асыҡ; айыҡ’] (Р: трезвый; И.: sober; T: ayık) с.
1. Иҫерек түгел, эсмәгән; айныҡ. □ Трезвый; не пьяный. Айыҡ кеше. Айыҡ саҡ. Айыҡ булыу. ■ Борон башҡорттарҙа эске мәжлесе, тәмәке тартыу булманы. Ҡунаҡ-туй мәжлестәре яҡшы аш менән айыҡ уткәрелде. Ғ. Бейешев.
183