АИЫҠ
2. Эскеһеҙ, араҡыһыҙ, хәмерһеҙ. □ Без спиртного, трезвый. Айыҡ туй. ■ Айыҡ туйҙар, эскеһеҙ мәжлес ҡороу 90-сы йылдарҙа уҡ башланған. «Көнгәк», № 99, 2010.
3. ҡу см. Ысын хәлде дөрөҫ аңлаған, дө-рөҫ аңлауға нигеҙләнгән. □ Трезвый. Айыҡ фекер. Айыҡ ҡараш. ■ Өмөтһөҙлөк миңә хас тугел, киләсәккә айыҡ ҡарайым. А. Игебаев.
АЙЫҠ II и. диал. ҡар. асыл. Айығын ғына әйтеп бир.
АЙЫҠЛЫҠ (айыҡлығы) (Р.: трезвость; И.: sobriety; T: ayıklık) и.
1. Айыҡ хәл, иҫерек түгеллек. □ Трезвость. Айыҡлыҡ өсөн көрәш. Айыҡлыҡ йәмғиәте.
2. ҡу см. Уйлап, аҡыл менән эш итә белгәнлек. □ Трезвость, способность трезво соображать. Фекер айыҡлығы. ■ һөйкөмһөҙ өйҙән тиҙерәк китеу теләге менән [Гөльямал] ҡапҡаға ҡарай атланы. Ләкин ниндәйҙер көс, тулыһынса асыҡланып етмәгән башҡа нәмә айыҡлығы уны туҡтатты. Я. Хамматов.
АЙЫҠТЫРЫУ (айыҡтыр ) (Р: отрезвлять; И.: make sober; T: ayıltmak) ҡ.
Иҫереклектән ғәҙәттәге хәлгә ҡайтарыу; айныҡтырыу. □ Отрезвлять, протрезвлять, вытрезвлять.
АЙЫЛ I [боронғо ҡыпсаҡ телдәренән] (Р: подпруга; И.: (saddle) girth; T: kolan) и.
1. Ыңғырсаҡты бауыр аҫтынан тарттырып пығыта торған яҫы бау. □ Подпруга. Алғы айыл. Артҡы айыл. Айыл тарттырыу. ■ Алтмыш йылҡы араһында атлығып торған алты ат юҡ, айыл етмәҫ ала ат юҡ, ҡойошҡан етмәҫ ҡола ат юҡ. «Аҡһаҡ ҡола».
2. Эйәрҙең сандырҙан алып тартыла торған ҡайышы. □ Ремень седла. ■ Эйәрҙең айылы һәм көмөлдөрөгө лә хәҙерге биш тинлек аҡса ҙурлығындағы көмөш-алтын тәңкәләр менән биҙәлгәйне. Н. Мәжитов. [Айһылыу:] Текләберәк ҡараһам, баяғы егет уҙе ине, .. алтын-көмөш эйәрле, болғар тартҡы, айыллы. «Аҡбуҙат».
3. диал. Билғау. □ Пояс, кушак.
АЙЫЛ II (Р: пряжка; И.: buckle; T.: toka) и.
Ҡайыш осондағы ҡаптырғыс тимер; ҡайыш тимере, таралғы. □ Пряжка, бляха. Айыл башы. Еҙ айыл. Айылды ҡаптырыу. ■ [Егет] айылына якорь һурәте төшөрөлгән киң ҡайышын ҡыҫып быуған. Ф. Иҫәнғолов.
АЙЫЛБАШ и. диал. ҡар. айыссыҡ.
АЙЫЛ ТАҒЫУ (айыл таҡ-) (Р: магический способ лечения искривления ног; И.: magic way to treat stoop; T.: büyü ile tedavi etmek) ҡ. диал.
Ҡамыт аяҡ ауырыуын имләү ысулы. □ Магический способ лечения искривления ног с помощью подпруги. Ҡамыт аяҡлы баланы ҡолон аяҡтарынан уратып алып, уға айыл таҡҡандар.
АЙЫЛСА и. диал. ҡар. айыл II.
АЙЫЛ-ТӨРМӘН (Р.: принадлежности седла; И.: parts of an equestrian saddle; T.: eyer parçaları) и. йыйн.
Эйәрҙең әйберҙәре, йыһаздары. □ Принадлежности седла. Айыл-төрмән алыу.
АЙЫМ (Р: изящная; И.: refined; T.: zarif) с. иҫк.
Зиннәтле, дәрәжәле, матур (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Изящная, нарядная (о женщине, девушке). • Айым ҡыҙҙан ай биҙер. Әйтем.
АЙЫНДЫРЫУ (айындыр-) (Р: избавлять; И.: save; T.: kurtarmak) ҡ.
Ниндәй ҙә булһа хәл-тойғонан ҡотолдороу; арындырыу. □ Избавлять, спасать. Бәләнән айындырыу. Хәсрәттән айындырыу. ■ [Ислам:] Соня?! — Таныш тауыш иҫтәлектәрҙән айындырып ебәрҙе. Т. Гарипова.
АЙЫНСАҠЛАНЫУ (айынсаҡлан-) (Р: смягчаться; И.: soften up; T.: yumuşamak) ҡ.
Ҡыҙғаныу, йәлләү хисе уяныу, күңел йомшарыу. □ Смягчаться, стать более мягким (о характере и т.д.). Холок айынсаҡ-ланыу.
184