АЙЫРМА
АЙЫНСАҠЛАТЫУ (айынсаҡлат-)
(Р.: смягчать; И.: soften; T.: yumuşatmak) ҡ.
Ҡыҙғаныу, йәлләү хисе уятып, күңелен йомшартыу. □ Смягчать, делать более мягким (характер и т.п.) Куңелде айынсаҡлатыу. ■ Әсе, ҡыҙғаныс тауыш менән илау, ялбарыу, һалдат итеге башын убеп ялыныуҙар — береһе лә «мәҙәни халыҡтың» куңелен йомшарта, бәғерен айынсаҡлата алманы. А. Таһиров.
АЙЫНЫУ (айын) (Р: избавиться; И.: get rid (of); T.: kurtulmak) ҡ.
1. Ниндәй ҙә булһа хәл-тойғонан ҡотолоу; арыныу. □ Избавиться. М Закир һаман аптырауҙан айына алмай һуҙһеҙ текләп тора ине. 3. Биишева.
2. Тәүге фекер, вәғәҙә йәки һүҙҙән кире ҡайтыу; дүнеү, кире уйлау. □ Отказываться от своего решения, намерения. Өй һатыуҙан айынды.
3. диал. Һауыға биреү, ауырыуҙан ҡотолоу. □ Выздороветь, избавиться от болезни. Өс көндән һуң ғына айынды.
АЙЫР I (Р: развилина; И.: bifurcation; T: çatal) и.
Ике йәки бер нисә нәмә тоташҡан урын; сат. □ Развилина. Юл айыры.
АЙЫР II (Р.: сдвоенный; И.: duplex; T: çifte) с.
Үҙ-ара береккән ике берәмектән торған. □ Сдвоенный. И [Заятуләк — һыуһылыуға: ] Айыр имсәктән һөт биргән анамдан да биҙәйем, .. һинең менән булайым. «Заятүләк менән һыуһылыу».
АЙЫРА (Р: ясно; И.: clearly; T: açıkça) р.
Асыҡ итеп, айырып. □ Ясно, чётко, понятно. Айыра әйтеу. Айыра белеу.
АЙЫРАТА (Р: особенно; И.: especially; T: özellikle) р.
1. Айырым бер дәрәжәлә; бигерәк тә, айырыуса. □ Особенно, необычно, исключительно, чрезвычайно. Айырата ауыр хәл. Айырата матур. Айырата мөһим. Айырата куп. ■ Ҡуҙыйкурпәс айырата бер таһыллыҡ
менән уның ҡылысын ҡайырып алды ла урталай һындырып ташланы. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Үҙенә башҡа. □ Особо, несколько иначе, по-иному. ■ Буре аулауҙың айырата бер әкәмәте була. С. Кулибай.
АЙЫРҒЫС (Р: разветвитель; И.: splitter; T: ayırıcı) и.
Аралаш, ҡатнаш, эргәләш нәмәләрҙе айыра, бүлә торған һәр төрлө ҡулайлама.
□ Разветвитель. Айырғыс ҡуйыу, һыу айырғыс. Айырғыс менән булеу.
АЙЫРЛЫ (Р: развилистый; И.: forked; T.: çatallı) с.
Ике йәки бер нисә нәмә тоташҡан, икегә йәки бер нисәгә айырылып киткән. □ Развилистый. ■ Дурт батыр .. бер айҙай бергә йөрөп, дурт айырлы юл башына етте инде. «Күсәк бей».
АЙЫРМА I (Р: разница; И.: difference; T.: fark) и.
Бер нәмәне икенселәренән айырып күрһәткән сифат; үҙенсәлек. □ Разница, различие, отдичие. Ҡала менән ауыл араһындағы айырма. ■ [Айбулат:] Шулай инде ул, һыу менән һыуҙың да, кеше менән кешенең дә айырмаһы куп була. Һ. Дәүләтшина.
АЙЫРМА II (Р: исключение; И.: exception; T.: istisna) и.
Дөйөм тәртип ҡағиҙәләренән тайпылыш.
□ Исключение. Айырма яһау.
АЙЫРМА III (Р: отрог; И.: spur; T.: kol) и.
1. Икегә айырылған урын; айырса.
□ Отрог. ■ Урал тауҡайҙары борма-борма, бормалары һайын айырма. Халыҡ йырынан.
2. Юл саты, сатлыҡ. □ Развилина, развилка, перекрёсток. Юл айырмаһына туҡталыш, кафе эшләп ҡуйҙылар.
АЙЫРМА IV (Р: разность; И.: difference; T.: fark) и. мат.
Алыу ғәмәле һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан һан. □ Разность. Ике һандың айырмаһы. Квадраттар айырмаһы. Кубтар айырмаһы. Айырманы ҡушыу. Айырманың кубы.
185