АЙЫРМАЛЫ
АЙЫРМАЛЫ (Р.: имеющий разницу; И.: having difference; T.: farklı) c.
Үҙенә башҡа сифатлы; үҙенсәлекле.
□ Имеющий разницу, различие, отличие. Айырмалы үҙенсәлек. Айырмалы хәл. ■ Сорғояҙ ауылының тик үҙенә генә хас тәбиғәте бар: бында башҡа ерҙәгенән айырмалы рәүештә һалҡын ҡыҫыҡ еле иҫә. А. Игебаев.
АЙЫРМАЛЫҠ (айырмалығы) (Р.: отличи \ И.: distinction; T.: farklılık) и.
Бер нәмәне икенселәренән айырып күрһәткән үҙенсәлек. □ Отличие. Милли айырмалыҡ. Фекер айырмалығы. Мәҙәни айырмалыҡ.
АЙЫРМАҺЫҘ I (Р: не имеющий различия; И.: with no difference; T.: farksız) c.
Үҙенә башҡа сифаты булмаған; үҙенсәлекһеҙ. □ Не имеющий различия, отличия, разницы. Айырмаһыҙ эш.
АЙЫРМАҺЫҘ II (Р: без исключения; И.: without exception; T.: istisnasız) p.
Дөйөм тәртип, ҡағиҙәнән тайпылышһыҙ.
□ Без исключения, одинаково. Айырмаһыҙ ҡарау.
АЙЫРСА (Р: развилина; И.: crossroads; T.: çatal) и.
1. Икегә йәки бер нисәгә айырылып киткән ер, юл саты. □ Развилина, развилка, перекрёсток. Я Азамат теге бабай әйткән йылға буйындағы юл айырсаһына ҡараңғы тошкәс кенә барып етте. Ҡ. Даян.
2. миф. Тыйыуҙар буйынса, ултырырға, ял итергә ярамаған ҡурҡыныс урын. □ Развилина, развилка, опасное место, куда выбрасывают заговорённые вещи. Айырсаға осоҡ ташлайҙар.
3. диал. ҡар. йырҙа.
4. Айырым торған ҡуш нәмәнең береһе; сата. □ Развилина. Һәнәк айырсаһы. Тояҡ айырсаһы. Я Ике айырсалы был ҡарағастың бер айырсаһында борон-борондан таҙғара оялай торғайны. Ул йыл да бер бала сығара ине. С. Кулибай.
5. диал. ҡар. айыссыҡ.
6. Электр приборҙарын электр селтәренә тоташтырыу өсөн ҡулланылған айырылы деталь. □ Штепсельная вилка.
АЙЫРСА КҮПЕРЕ (Р.: путепровод; И.: viaduct; T: kemerli köprü) и.
Юлдар киҫешкән ерҙә бер юл өҫтөнән һалынған күпер. □ Путепровод.
АЙЫРСАЛАНЫУ (айырсалан-) (Р: стать развилистым; И.: become forked; T: çatallanmak) ҡ.
Икегә йәки бер нисәгә айырылыу, айырсалы, саталы булыу. □ Стать развилистым. Юл айырсаланды.
АЙЫРСАЛЫ (Р: развилистый; И.: bifurcated; T: çatallı) с.
1. Икегә йәки бер нисәгә айырылып киткән. □ Развилистый. Я Әллә уйҙарыбыҙ айырыламы, айырсалы юлдар шикелле. А. Игебаев.
2. Айырсаланып торған; саталы, сатлы.
□ Развилистый. Н һултан үҙәгендәге ике айырсалы ҡарағас та Ирәндек итәгендәге ҡарағастар менән йәштәш булған. С. Кулибай.
АЙЫРТА (Р: чётко; И.: clearly; T.: açıkça) р. диал.
Айыра, асыҡ. □ Чётко, ясно. Айырта һөйләү. Айыртаһын әйт.
АЙЫРТЫЛЫУ (айыртыл-) ҡ. төш. ҡар. айыртыу, страд, от айыртыу.
АЙЫРТЫУ (айырт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. айырыу, понуд. от айырыу.
2. Сепаратор аша үткәреү (һөттө).
□ Пропустить через сепаратор. Я Һыйырҙы һауып көтөүгә ҡыуғас, Иркә .. һөттө айыртырға ла үҙе барып ҡайтты. Ә. Вәли.
3. Кәрәҙле балды һурҙырыу, ҡыуыу, ағыҙыу. □ Откачивать мёд. Бал айыртыу.
АЙЫРЫ I (Р: развилистый; И.: forked; T.: çatal) с.
Икегә айырылып йәки саталанып торған.
□ Развилистый, раздвоенный. Айыры ҡойроҡ. Айыры һаҡал. Айыры тояҡ. Айыры тел. Айыры имсәк.
186