Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 187


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЙЫРЫЛЫУ
АЙЫРЫ II (Р.: развилина; И.: forked; T.: çatal) и.
1. Сат. □ Развилина. Юл айырыһы.
2. диал. Урай. □ Вихор (на макушке). • Тубә өҫтөнән ике айыры булһа, ике ҡатын ала, тиҙәр, һынамыш.
АЙЫРЫ ТОЯҠЛЫЛАР (Р.: парнокопытные; И.: cloven-hoofed; T.: çatal tırnaklı) и. зоол.
Ҡуш тояҡлылар (кәзә, һарыҡ, һыйыр һ.б.). □ Парнокопытные (лат. Artiodactyla).
АЙЫРЫЛҒЫҺЫҘ (Р: неразрывный; И.: indissoluble; T.: ayrılmaz) с.
Айырылмаҫлыҡ булып береккән, үҙ-ара ныҡ бәйләнгән. □ Неразрывный, неразлучный. Айырылғыһыҙ дуҫтар. Айырылғыһыҙ булыу. ■ Әммә уның [Факиһа Туғыҙбаева-ның] уҙе өсөн дә, шиғриәте өсөн дә тормош — ҡайғы-шатлыҡтар, һөйөу-нәфрәттәр, яҡшы-яманлыҡтар айырылғыһыҙ булып аралашҡан фани донъя ул. Ғ. Хөсәйенов.
АЙЫРЫЛЫ (Р: развилистый; И.: forked; T.: çatallı) с.
Икегә йәки бер нисәгә айырылып торған.
□ Развилистый. Айырылы юл.
АЙЫРЫЛЫУ (айырыл ) (Р: разделиться; И.: get divided; T.: ayrılmak) ҡ.
1. төш. ҡар. айырыу страд, от айырыу.
2. Бер урындан бер нисә тармаҡҡа бүленеү; тармаҡланыу. □ Разделиться, разветвляться. // Разделение, разветвление. ■ Бара торғас, быларҙың [хан менән Ҡу-ҙыйкурпәстең] юлы ике яҡҡа айырылды, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Ул [Айбулат] биш-алты быуын айырылған булһа ла, бер ырыуҙан булғанлыҡтан, Ныязғолға ағай-эне һанала ине. Һ. Дәүләтшина.
3. Башҡа-башҡа төркөмгә бүленеү.
□ Разделиться на разные группы. // Разделение. Үҙ-ара килешмәй, икегә айырылыу.
4. Төркөмдән йәки бергә булған иш-иптәштән бүленеү. □ Обособляться, разлучаться. // Обособление, разлука. Ағай-эненән айырылыу. Айырылып ҡалыу. ■ Айырылғанда тиҙ ук осрашырға, ташламаҫҡа
һуҙ төйнәнеләр, аталарын туҡмап ултер-гән йыртҡыс әҙәмдәрҙән ус алырға ант иттеләр. Ә. Хәкимов. Уның куңеленең тыныс тугеллеген, тыуған ауылынан айырылғыһы килмәгәнлеген бөтәһе лә аңлай ине. Д. Бүләков. Айырылыуға купме ваҡыт уткән, .. техникумдың тәуге йылдарында улар икәу бергә уҡыны. Ғ. Сәләм. • Айырылғанды айыу ашар, буленгәнде буре ашар. Мәҡәл.
5. Араны өҙөп, ситтә йөрөү. □ Разлучаться, расставаться. // Разлука, расставание. ■ Еренән айырылған, иленән ситләтелгән кеше тупраҡтан һурылған сәскә, ярынан сыҡҡан йылға һыуы ул. Ә тупраҡһыҙ сәскә ҡыуара, ярһыҙ йылғаның һыуы ҡорой. Ә. Вахитов. Кунегелгән мөхитенән, ғаиләһенән айырылғас, өмөтөн юғалтҡан байғош ине Нурислам. Ә. Хәкимов.
6. Бер эш йәки нәмәнән ситләшеү; араланыу. □ Оторваться, отходить. // Отрыв, отход. Китаптан айырыла алмау. Хужалыҡ эшенән айырылыу. ■ [Мамлиев] куҙлеген һалып ырғытты, ҡағыҙҙан айырылды, халыҡ куҙенә ҡарап һөйләргә тотондо. Р. Низамов.
7. Хужалыҡтан йәки ғаиләнән бүленеп сығыу; башҡа сығыу. □ Отделиться. // Отделение. Ҙур етештереу предприятиеларынан айырылып сыҡҡан бәләкәй булендек предприятиелар кубәйҙе.
8. Ғаилә мөнәсәбәтен өҙөп, башҡа сығыу (иргә, ҡатынға ҡарата). □ Разводиться с кем-л., уходить от кого-л. Ирҙән айырылыу. ■ [Фәриҙә] Орондолағы иренән айырылып ҡайтты. Хәҙер әсәһе менән төп йортта донъя көтә. Р. Камал. Ата-әсә айырылышҡас, Рәшит уҙен бөтөнләй етем, эйәһеҙ тороп ҡалған көсөк һымаҡ итеп һиҙҙе. 3. Ғәлимов.
9. Мал-мөлкәтте йәки башҡа нәмәне ҡулдан ысҡындырыу; мәхрүм ҡалыу □ Лишаться, остаться без чего-л. // Лишение. Байлыҡтан айырылыу. Мал-мөлкәттән айырылыу.
10. Ҡайырылып, һынып йәки йыртылып сығыу. □ Оторваться, ломаться. ■ Ҡоштоң
187