Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 188


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЙЫРЫЛЫШЫУ
ҡанаты айырылып, Алпамыша янына килеп төшкән, ти. «Алпамыша».
11. Ниндәйҙер тәьҫир һөҙөмтәһендә тарҡалыу. □ Распадаться. // Распад. ■ Стабилизация блогында ҡоро газ, водород, метан һәм этан айырыла. X. Вафин.
12. Үҙенсәлекле булып үҙенә башҡа урын тотоу. □ Отличаться, выделяться. // Отличие, выделение. Башҡаларҙан айырылып тороу. ■ Тицдәштәре араһында ул [Ғәлиә] нескәлеге, муйылдай күҙҙәренең серле ҡарашы менән айырылып тора. Т. Ғарипова.
13. Тура килмәү. □ Расходиться, отличаться. Ҡараштар айырылды. Фекерҙәр айырылды.
АЙЫРЫЛЫШЫУ (айырылыш-) ҡ. урт. ҡар. айырылыу 4, 7, 12. взаимн. от айырылыу 4, 7, 12.
АЙЫРЫМ (Р: отдельный; И.: separate; Т: ау п) с.
1. Бүтән нәмәләр менән бергә ҡушылмаған; үҙенә бер башҡа. □ Отдельный, раздельный, изолированный. Айырым бүлмә. Айырым өй. Айырым фатир. ■ Ошо һөйләшеүҙән һуң батша Өйрәнсекте үҙ янында ҡалдырған. Уға айырым һарай һалдырып биргән. 3. Биишева.
2. Үҙенә башҡа бер сифатҡа эйә булған; үҙенә бер төрлө. □ Особый, особенный. ■ «Теләһә ҡайһы ҡыҙыңа бөгөндән кейәү булырлыҡ», — тип билдәләне үҙе һәм айырым бер ләззәт менән ҡиммәтле хушбуйын һөрттө. Д. Бүләков. Тыштан тыныс күренһә лә, ҡара бөҙрә сәстәре аҫтында йылтыраған йәшкелт күҙҙәре айырым бер дәрт менән янғандай. Т. Ғарипова. Уға [Новиковка] айырым бер яҡынлыҡ, хөрмәт менән ҡарайҙар. Д. Юлтый.
3. Үҙенә башҡа; ҡайһы бер. □ Единичный, отдельный. Айырым етешһеҙлектәр. Айырым ҡаршылыҡтар. ■ Ныязғол, ғәҙәттә, айырым серьёз мәсьәләләрҙе тыныс хәл итергә булһа, залдағы йомшаҡ диванға, ерҙән түбәгә терәлгән оло көҙгө ҡаршы
һында йәйелеп ултырып уйлай торғайны. Һ. Дәүләтшина.
4. Үҙенә генә тәғәйен, шәхси. □ Индивидуальный. Айырым хаҡ. Айырым үҙләштереү.
АЙЫРЫМ АЛҒАНДА (Р: в частности; И.: in particular; Т: аушса) инш.
Берәй эш-хәлде йәки нәмәне үҙенә башҡа алып, үҙен генә ҡарағанда. □ В частности, в отдельности.
АЙЫРЫМ-АСЫҠ I (Р.: ясный; И.: presize; T: ayrıca) с.
Еңел айырырлыҡ; асыҡ, аныҡ. □ Ясный, чёткий, отчётливый. Айырым-асыҡ һүҙ. Айырым-асыҡ төҫ.
АЙЫРЫМ-АСЫҠ II (Р: ясно; И.: clearly; T.: açık seçik) р.
Асыҡ, аныҡ. □ Ясно, чётко, отчётливо. Айырым-асыҡ ишетелеү. Айырым-асыҡ күренеү. ■ Саң араһынан һыбайлылар күренеп ҡалалар, тик айырым-асыҡ берәүһенең дә төҫө, йөҙө күренмәй ине. Һ. Дәүләтшина. Болоттар ҡайҙалыр таралған. Күк йөҙө таҙарған. Йондоҙҙар айырым-асыҡ күренә. А. Таһиров. Машиналар уҙып бөтөүгә, атыш тауышы айырым-асыҡ ишетелә башланы. Ә. Хәкимов.
АЙЫРЫМ ЕНЕСЛЕ СӘСКӘ (Р: цве ток раздельнополый; И.: dioecious flower; T: ikievcikli çiçek) и. бот.
Төрлө енесле сәскәләр. □ Цветок раздельнополый.
АЙЫРЫМЛАНҒАН ЭЙӘРСӘН КИҪӘКТӘР (Р: обособленные члены предложения; И.: detached; T: cümlenin ayrı parçaları) и. лингв.
Үҙенә башҡа бер маҡсат менән мәғәнә яғынан айырып әйтелә торған һөйләм киҫәктәре. □ Обособленные члены предложения.
АЙЫРЫМЛАНҒАН ЭЙӘРСӘН ҺӨЙЛӘМДӘР (Р: обособленные придаточные предложения; И.: detached subodinate clauses; T: ayrı cümleler) и. лингв.
188