Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 189


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЙЫРЫУ
Һөйләм составында мәғәнә яғынан үҙенә башҡа бер маҡсатта айырым интонация менән әйтелә торған эйәрсән һөйләмдәр.
□ Обособленные придаточные предложения.
АЙЫРЫМЛАНЫУ (айырымлан ) (Р.: отделяться; И.: separate; T.: ayrılmak) ҡ.
Айырым бүленеп сығыу; башҡаланыу.
□ Отделяться, обособляться. // Отделение, обособление. Айырымланып сығыу. Айырымланып йәшәү. Улдары ата-әсәһенән айырымланып сыҡты.
АЙЫРЫМЛАУ (айырымла-) (Р.: отделять; И.: separate; T.: ayırmak) ҡ.
Төрлө-төрлөгә айырыу; айырма ҡуйыу.
□ Отделять. // Отделение. ■ Малайҙарҙың һәр береһен башҡа айырымлап сығарғандар, ти. Әкиәттән.
АЙЫРЫМЛЫҠ (айырымлығы) (Р: различие; И.: difference; T.: fark) и.
Ниҙеңдер араһындағы ҙур айырманы күрһәткән сифат; айырмалыҡ. □ Различие, разница. Ҡараштар айырымлығы. Фекер айырымлыҡтары.
АЙЫРЫМ-ӨҘӨК (Р: отрывочный; И.: scrappy; T: bölük pörçük) с.
Теүәл булмаған; ярты-йорто. □ Отрывочный, неполный. Айырым-өҙөк хәбәр. Айырым-өҙөк мәғлүмәт.
АЙЫРЫМ ТАЖ ЯПРАҠЛЫЛАР (Р: растения свободнолепестные; И.: plants with free petals; T.: serbest taç yapraklılar) и. бөт.
Ирекле, төрлө таж япраҡлы үҫемлектәр.
□ Растения свободнолепестные, раздельнолепестные (лат. Choripetalae).
АЙЫРЫМ ЯПРАҠЛЫ ТАЖ (Р: вен чик свободнолепестный; И.: corolla with free petals; T: serbest yapraklı taç) и. бот.
Япраҡтары төрлө ирекле булған таж.
□ Венчик свободнолепестный.
АЙЫРЫНҠЫ р. диал. ҡар. айырым 2.
АЙЫРЫП АШАУ (айырып аша-) (Р: отдельно питаться; И.: do (smb) out of his/her share; T: ayrı yemek) ҡ.
Бүтәндәрҙән айырым әҙерләп, яҡшыраҡ итеп ашау. □ Питаться отдельно от других; обделять кого.
АЙЫРЫУ (айыр-) [боронғо төрки айы ‘айырым’] (Р: разделять на части; И.: divide; T.: ayırmak) ҡ.
1. Башҡа-башҡа өлөш йәки төркөм итеү; бүлеү. □ Разделять на части. // Разделение.
■ [Алпамыша] халыҡты ике ҡулы менән икегә айыра ла, ағасҡа күҙәп атып ебәрә. «Алпамыша», һыу ҡыҙы ҡырҡ ҡоласлы сәсен икегә айырып артҡа ташлай. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. Сифатына, үҙенсәлегенә ҡарап бүлеү.
□ Отделять, разделять, сортировать. // Отделение, разделение, сортировка. Төрҙәргә айырыу. Сорттарға айырыу.
3. Һөттө сепаратор аша үткәреү. □ Сепарировать, пропускать через сепаратор. // Сепарирование. Унда Мөғлифә өс бисә һауып килтереп ҡуйған һөттө бер үҙе гөжләтеп, өлкән сепаратта айырып тора.
4. Бүлеп алыу, башҡаландырыу. □ Отделять, выделить. // Отделение, выделение. Улды ата өйөнән айырып сығарыу.
5. Араны өҙөп, ситләшергә мәжбүр итеү.
□ Оторвать. // Отрыв. Тыуған илдән айырыу. Туғандарҙан айырыу. ■ Ул [рус ҡыҙы] сығыу менән Айбулатты таларға йәбешкән эткә йүгереп етеп .. көйәнтәһе менән һелтәп ебәрҙе лә Айбулатты унан айырып алды. Һ. Дәүләтшина.
6. Ҡатыны менән никахты боҙоу. □ Разводиться, расторгать брак. // Развод, расторжение брака. Ҡатынды айырыу.
7. Күстән бүлеп, башҡа сығарыу (бал ҡортона ҡарата). □ Роить. // Роение.
■ Ҡояш түбәнләй башлағас, Байгилде, ҡорт айырмаҫ инде хәҙер, кис булды, тип ҡайтып китте. Ж. Кейекбаев. Ҡырмыҫҡа иләүендә йәй буйы бер туҡтауһыҙ дауам иткән яуаплы эш — тоҡом арттырыу. Әгәр ҡанатлы ҡырмыҫҡалар күрһәгеҙ, был иләүҙә ҡорт айырыу барғанлығына ишара. «Йәшлек», 10 июнь 2008.
189