АЙЫРЫУСА
8. Нимәнәндер мәхрүм итеү. □ Лишать чего. // Лишение. Байлыҡтан айырыу. Мал-мөлкәттән айырыу. ■ [Рәхимә — Ныязғол-ға:] Ҡайҙа барһаң, һуҙең утә, Аллаһы Тәғәлә шул байлығыбыҙҙан айырмаһын. Һ. Дәүләтшина.
9. Имеүҙән туҡтатыу; ташлатыу. □ Отнимать (от груди). // Отнятие. Баланы имсәктән айырыу. Быҙауҙы инәһенән айырыу.
10. Эш-шөғөлдән бүлдереү. □ Прервать, оторвать. // Прерывание, отрыв. Эштән айырыу. Уҡыуҙан айырыу. ■ Баҫыу эштәренең барышы өсөн ныҡ борсолған кеше агрономды бер кеше бишкә ярылырҙай мәлдә эштән айырмай. Т. Ғарипова
11. Ҡайырып, һындырып, йыртып, умырып сығарыу. □ Разорвать, отломить. // Разрыв. Айыра йыртыу. Айырып, һындырып төшөрөу. ■ Һаҡмар ғына буйы һары тал, башҡынайын айырып һыуға һал. Халыҡ йырынан.
12. Мөнәсәбәт айырымлығы күрһәтеү; тигеҙ ҡарамау. □ Выделить, выделять кого. // Выделение. ■ Эйе, эйе! Әҙәбиәт-сән-ғәтте сәйәсәттән айырып ҡарағанмын. Ә. Хәкимов.
13. Ике аралағы айырманы билдәләү.
□ Отличать, различать. // Различение. ■ [Ишбулды:] Эҙ айырыу кәрәк һунарсыға, ҡош айырыу кәрәк аусыға. X. Ғәбитов. [Банат Гөлсирә тураһында'.] Куп илауҙан уның куҙҙәре зәғифләнде. Кеше айырмай ул хәҙер. М. Кәрим.
АЙЫРЫУСА (Р.: особенно; И.: particularly; T.: ayrıca) р.
Айырым бер дәрәжәлә; бигерәк тә.
□ Особенно, особо; в особенности. Бында айырыуса куңелле. Айырыуса тырышып эшләй. Айырыуса яҡшы куренә. ■ Өйҙө ул айырыуса дәртләнеп нағышланы, әйтерһең дә, нағыш һырымай, ә уның һәр кирбесен уҙ ҡулдары менән һала... Т. Ғарипова. Был быуын йәшенә ҡарағанда иртәрәк өлгөрҙө. Быны Кәҙим Аралбай поэзияһы айырыуса асыҡ сағылдыра. Ғ. Хөсәйенов. Тап анау Үзбәкстанда экспедицияла йөрө
гән саҡтарында хатты айырыуса йыш яҙа торғайны Нурислам. Ә. Хәкимов.
АЙЫРЫШ и. диал. ҡар. айырыу.
АЙЫССЫҠ (айыссығы) (Р: мундштук;
И.: curb; T.: ağızlık) и.
Йүгәндең ауыҙлыҡ дүңгәләгендәге тейәге. □ Мундштук (в удилах).
АЙЫТ и. диал. ҡар. ғәйет.
АЙЫТҠОЛ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы, һыҙғы ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир-юрма-тинцев и сызгинцев.
АЙЫУ I [боронғо төрки адығ\ (Р: медведь; И.: bear; T.: ayı) и.
1. зоол. Ауыр кәүҙәле, йыуан ҡыҫҡа аяҡлы имеҙеүсе йыртҡыс йәнлек. □ Медведь. / Медвежий. Аҡ айыу. Көрән айыу. Ата айыу. Инә айыу. Бала айыу. Тайлаҡ айыу. Оло айыу. Айыу алыу. Айыу һуғыу. ■ Алпан-толпан атлаған айыуы куп Уралтау. Ҡобайырҙан. Урман, тау-таш араһында уҫеп, заманында буре тугел, айыу менән нисәмә рәт осрашҡан кеше бит инде [Рамазан]. Ә. Хәкимов. Ауылда әуәл-әуәлдән килгән шундай ғәҙәт бар: айыу кемдең малын йыға, буреләр ниндәй көтөуҙе баҫа — бындай саҡта төпсөнөп һорашып, барайыммы-юҡмы тип икеләнеп тороу юҡ. Н. Мусин. • Айыуҙың уҙ майы уҙенә. Мәҡәл.
2. кусм. Килбәтһеҙ ҙур кәүҙәле, һалмаҡ хәрәкәтле, көслө кешегә ҡарата әйтелә. □ О неуклюжем, медлительном, сильном человеке.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, изге зат, урман эйәһе, әҙәм нәҫеленән тип һаналған януар, тотем. □ Медведь, мифологизированное почитаемое животное, дух леса. По поверьям, имеет человеческое происхождение. ■ Айыуҙы асыуландырмаҫ өсөн ихтирам менән әйтелгән исемдәр: айыу апа, олатай, урман хужаһы. Р. Һаҙыева. Айыу кеше затынан, шуға уның итен ашарға ярамай.
190