Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 191


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЙЫУҒА ҠУЙЫУ
Айыуҙың тырнаҡтарын, тешен, майын бала, өй һаҡлау магияһында ҡулланғандар. Ф. Хисамитдинова.
♦ Айыу башы ашарҙай булыу ныҡ асығыу. □ Изголодаться, сильно проголодаться. Айыуҙан ҡасҡан бүрегә бер хәлдән ҡотолоп, икенсе бер ауырыраҡ хәлгә ҡалған кешегә ҡарата әйтелә. □ О человеке, который избавился от какой-то беды, но попал в более трудное положение. Айыу майы һөртөү нимәнелер шым ғына һорауһыҙ алып киткәндә әйтелә; урлау, сәлдереү. □ Воровать, красть, похищать. ■ [Йәмил:] Бер кем дә һиҙмәне, бер кем дә күрмәне, был ҡайышҡа айыу майы һөртһәм, йомшаҡ ҡына һеңеп ҡуймаҫмы икән? И. Ниғмәтуллин.
АЙЫУ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы, бөрйән, үҫәргән, ҡоҙғон-ҡатай, һеңрән ырыуҙары аймаҡтары. □ Родовые подразделения башкир-юрматинцев, бурзян, усерган, кузгун-катайцев, сенгрян.
АЙЫУ III (Р: медвежий; И.: bear; T.: ayı) с. мәғ.
1. Айыуға (I, 1) бәйле, хас; айыуға ҡараған. □ Связанный с медведем, принадлежащий медведю. Айыу тырнағы. Айыу өңө. Айыу тиреһе. ■ Уҡлытауҙы айыу ояһы тиҙәр. Н. Мусин. Судья Әхмәдигә лә, Ваһапҡа ла һорауҙар бирҙе, һорауҙар һуңында Әхмәдиҙең айыу тиреһен, үҙенең әйтеүе буйынса, ун һумға һатҡаны беленде. Ж. Кейекбаев. Эҙемтәләренән ныҡ ҡына шөрләһә лә, «һунарсыларҙан һатып алып ҡалған айыу ите» ваҡиғаһы шыма үтеп китте. Т. Ғарипова.
2. Айыуҙың тиреһенән тегелгән. □ Медвежий. Айыу тун.
АЙЫУАРБА (Р: двуколка; И.: two wheeled cart; T.: araba) и. диал.
Ике тәгәрмәсле арба. □ Двуколка.
АЙЫУ БАЙРАМЫ (Р.: медвежий праздник; И.: bear rite; T.: ayı bayramı) и. миф.
Айыу культы менән бәйле йола байрамы.
□ Медвежий праздник (ритуальный праздник, обычно проводился до или после охоты на медведя). ■ Борондан килгән ғәҙәт буйынса, атаҡлы һунарсылар айыу байрамында айыу тиреһе бөркәнеп, айыу булып бейегәндәр. Р. һаҙыева.
АЙЫУ БАЛАНЫ (Р: жимолость обыкновенная; И.: honeysuckle; T.: hanımeli) и. бот.
1. Ҡыҙыл сәскәле, ҡыҙыл емешле ҡыуаҡ.
□ Жимолость обыкновенная (лат. Lonicerd).
2. миф. Мифлаштырылған ағас. □ Мифологизированное дерево. Айыу баланына ендәр оялай, тиҙәр.
АЙЫУ БАЛАҺЫ (Р: медвежонок; И.: bear cub; T.: küçük ayı) и.
1. Айыуҙың балаһы. □ Медвежонок.
2. миф. Йәш баланы мунсала сапҡанда әйтелә торған ҡурсалау һүҙе. □ Медвежонок. ■ Һап, һап, һап: айыу балаһы, бүре балаһы. Айыуҙай ағай бул, бүреләй бабай бул! Экспедиция материалдарынан.
АЙЫУБАШ и. диал. ҡар. борғоса.
АЙЫУ БЕЙЕҮЕ (Р: ритуальный танец в медвежьей шкуре; И.: ritual dance in bear skin; T.: ayı derisinden giyselerde ritüel dans) и. миф.
Айыу байрамында айыу тиреһе кейеп бейегән бейеү. □ Ритуальный танец в медвежьей шкуре.
АЙЫУ БУРАНЫ (Р: медвежий буран; И.: blizzard in January; T.: ayı fırtınası) u.
Ғинуар айында, йәнәһе, айыу әйләнгән саҡта булған көслө буран. □ Сильный буран в январе, доел. Медвежий буран (по представлениям башкир, этот буран бывает перед пробуждением медведя от зимней спячки).
АЙЫУҒА ҠУЙЫУ (айыуға ҡуй-) (Р: суслон, накрытый сверху тремя снопами; И.: sheaf; T.: bağlam) ҡ. диал.
Өҫтән өс кәлтә менән ябылған һоҫлан.
□ Суслон, накрытый сверху тремя снопами.
191