Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 192


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЙЫУҒОЛАҠ
АЙЫУҒОЛАҠ (айыуғолағы) (Р.: ребёнок, рождённый от медведя; И.: person born from a bear; T.: ayı ile insandan doğmuş olan) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, айыу менән кешенән тыуған бала. □ По поверьям, ребёнок, рождённый от медведя.
АЙЫУҒОРТ (Р: медведка; И.: mole cricket; T.: danaburnu) и. зоол.
Картуф баксаларында йыш осраған, тупраҡ эсендә йәшәй торған киң таралған ҡоротҡос бөжәк. □ Медведка (лат. Gryllo-talpa).
АЙЫУ ЕЛӘГЕ и. диал. ҡурай еләге.
АЙЫУ ЕМЕШЕ (Р.: купена лекарственная; И.: King Solomon’s-seal; T: Müh-rüsüleyman) и. бот.
Урманда үҫкән итләс йыуан тамырлы, ҡыҙыл йәки ҡара емешле күп йыллыҡ ағыулы дарыу үләне. □ Купена лекарственная (лат. Polygonatum odoratum). Айыу емешен ашамайҙар, теш һыҙлағанда ғына ҡулланалар.
АЙЫУ ЙЫУАҺЫ (Р: лук победный; И.: Alpine Leek; Т.: Alpine pırasa) и. бот. диал.
Киң япраҡлы, аҡһыл йәшел сәскәле, тәме менән һарымһаҡты хәтерләткән күп йыллыҡ үлән. □ Лук победный (лат. Allium victorialis).
АЙЫУ КӨПШӘҺЕ (Р: дягиль лекарственный; И.: Garden Angelica; T.: melekotu) и. бот. диал.
Дымлы йылға буйҙарында һәм һаҙлыҡлы урындарҙа үҫкән, һарғылт йәшел сәскәле ике йәки күп йыллыҡ үҫемлек. □ Дягиль лекарственный, дудник обыкновенный (лат. Archangelica officinalis).
АЙЫУ-КҮБӘЛӘКТӘР (Р: медведицы;
И.: arctiidae; T.: yünlü ayılar kelebeği) и. зоол.
Бөтә ер йөҙөндә осрай торған, ҡарышлауыҡтары бик йөнлө булған күбәләктәр. □ Медведицы (лат. Artiidae).
АЙЫУ КҮҘ (Р: заговор от сглаза; И.: spell against an evil eye; T.: kem gözlere karşı büyü) и. диал.
Күҙ тейгән баланы имләгәндә әйткән арбау һүҙе. □ Заговор от сглаза. ■ Айыу куҙе, буре куҙе булһын, кук куҙле булһын, йәшел куҙле булһын, кук булып кукрәһен, йәшен булып йәшнәһен. Ф. Хисамитдинова.
АЙЫУ ҠАМЫРЫ и. диал. ҡар. энәлек.
АЙЫУ ҠОЛАҒЫ (Р: коровяк обыкновенный; И.: mullein; T.: sığırkuyruğu) и. бот. диал.
Ҡомло ерҙә, тау биттәрендә, торлаҡ, юл эргәләрендә үҫкән һарғылт сәскәле ике йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Коровяк обыкновенный, медвежье ухо (лат. Verhascum thapsus).
АЙЫУ ҠУҘҒАЛАҒЫ и. бот. диал. ҡар. ат ҡуҙғалағы.
АЙЫУ ҠУРАЙЫ (Р: дягиль; И.: wild angelica; T.: melekotu) и. бот.
Шыма ҡабыҡлы, ашауға яраҡлы, сәскәһе баллы көпшә (куберәк урман туғайҙарында, дымлы ерҙәрҙә уҫә); шыма көпшә, келән көпшә. □ Дягиль, дудник лесной (лат. Angelica sylvestris).
АЙЫУ ҠЫРМЫҪҠАҺЫ (Р: чёрный муравей-древоточец; И.: camponotus vagus; T.: karınca) и. зоол.
Бик эре ҡара ҡырмыҫҡа. □ Чёрный муравей-древоточец (лат. Camponotus vagus).
АЙЫУ СИҢЕРТКӘҺЕ (Р: дыбка; И.: predatory bush cricket; Т.: saga pedo) и. зоол.
Сиңерткәләрҙең бер төрө, ҙур йәшел сиңерткә. □ Дыбка (лат. Saga pedo).
АЙЫУСЫ (Р: медвежатник; И.: bear hunter; T.: ayı avcısı) и.
1. Айыуға һунар иткән, айыу ала торған кеше. □ Медвежатник. ■ Айыуҙы нисек ул-тергәнемде һорашмаған кеше ҡалмағандыр. Даным ботә тирә-яҡ ауылға таралды. Мине «Аҡназар батыр» йәки «Айыусы Аҡназар» тип йөротә башланылар. Ҡ. Даян.
2. этн. Юрматы, ҡатай ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений баш-кир-юрматинцев, катайцев.
АЙЫУТАБАН (Р: аконит высокий; И.: aconite; T.: kurtboğan) и. бот.
192