Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 193


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АКАДЕМИК
Уҡ япраҡлы, төрлө төҫтәге ойҡаш сәскәле, ағыулы, күп йыллыҡ бейек үҫемлек.
□ Аконит высокий, борец (лат. Acomtum). Кук айыутабан. Һары айыутабан.
АЙЫУ ТАБАН и. диал. ҡар. яҫы табан.
АЙЫУ ТЕЛЕ (Р.: заговор медведя;
И.: bear exorcism; T.: ayıya karşı büyü) и. миф.
һунарсылар айыу менән осрашҡанда ҡулланылған арбау. □ Заговор медведя (применяется охотниками при встрече с медведем).
АЙЫУ ТӨҪӨ и. миф. ҡар. бетеү.
АЙЫУТУБЫҠ и. бот. диал. ҡар. ҡуянтубыҡ.
АЙЫУ ТУЙЫ и. миф. ҡар. айыу байрамы.
АЙЫУ ҺЕҢРӘНЕ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Һеңрән ырыуы аймағы. □ Родовое подразделение сенгрянцев.
АЙЫУ ЫҪЛАУ (айыу ыҫла-) (Р: окуривание медвежьей берлоги; И.: fumigation of bear’s den; T.: ayı inini tütsülemek) к.
Ҡышҡылыҡҡа ятҡан айыуҙы алыу өсөн төтәтеп өңөнән сығарыу. □ Окуривание медвежьей берлоги.
АЙЫУ ЯТҠЫРЫУ (айыу ятҡыр-) (Р: ставить метку; И.: tag (bear’s den); T.: ayı inini işaretlemek) к.
Айыуҙың ҡышҡылыҡҡа ятҡан өңөн билдәләү. □ Ставить метку о местонахождении берлоги. ■ Ҡырпаҡ ҡар яуҙымы, беҙҙең яҡта һунарсылар айыу ятҡырып ҡалыуҙы кәсеп итә. Н. Мусин.
АЙЫУ ЯҺАҒЫ (Р: жакан; И.: charge for large game; T.: kurşun) и.
Эре йәнлеккә ата торған ҡурғаш йәҙрә.
□ Жакан (свинцовая пуля на крупного зверя ).
АЙЫШ [боронғо төрки ай ‘айырымланыу’] (Р: суть; И.: essence; T.: öz) и.
Ниҙең дә булһа асылын сискән төп мәғәнә; асыл. □ Суть, сущность. Һуҙҙең айышы. Эштең айышы. Айышына төшөнөу.
■ Кирилл Петровичты нисек етте шулай тынысландырып, айышын һорашырға керештеләр. Ф. Иҫәнғолов. [Башҡорт хан:] Хәбәрҙең айышына төшөндөгөҙ микән? Илгә бығаса булмаған аҫтыртын хәуеф килә: беҙҙе ата-баба рухынан биҙҙерергә уйлайҙар. Р. Байымов.
АЙЫШЛЫ (Р: ясно; И.: clear; T.: açıkça) р.
Аңлайышлы, асыҡ. □ Ясно, понятно. Айышлы һөйләу. ■ [Айҙар:] Айышлыраҡ итеп һөйлә әле, ни булды? Б. Бикбай.
АЙЫШТАр. ҡар. асылда.
АЙЫШ-ТОЙОШ (Р.: суть; И.: gist;
T.: öz) и.
Ниҙең дә булһа асылы, рәте-сираты.
□ Суть, сущность. Мәсьәләнең айыш-тойошона төшөнөу. Был эштең айыш-тойошона һис тә сыға алмайым.
АЙЫШҺЫҘ (Р: непонятный; И.: unclear; T.: anlaşılmaz) с.
Аңлайышһыҙ, аңлауы ҡыйын булған.
□ Неясный, непонятный. Айышһыҙ һуҙ.
АЙЫШЫУ (айыш-) ҡ. ҡар. аңлау.
АЙ ӘБЕЙ и. диал. ҡар. имсе.
АЙӘТ [ғәр. s'] и. ҡар. аят.
АЙ ӘТТӘГЕНӘҺЕ (Р: эх; И: oh ту; T.: keşke) ымл.
Үкенеүҙе белдерә. □ Междометие сожаления, раскаяния: эх. Ай әттәгенәһе, ҡайһылай һыуыҡ.
АКАДЕМИК I (академигы) [рус.] (Р: академик; И.: academician; T.: akademisyen) и.
Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. □ Академик. Академик булып һайланыу. ■ Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин башҡорт тел ғилеменең лексикография әлкәһенә баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индерҙе. Н. Суфьянова.
АКАДЕМИК II (Р: академический; И.: academician; T.: akademik) с.
1. Академияға, уның эшенә мөнәсәбәтле, бәйләнешле. □ Академический (связанный с академией). Академик баҫма.
7-1.0151.11
193