Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 194


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АКАДЕМИЯ
2. Классик үрнәктәргә ярашлы. □ Академический (соответствующий строгим классическим образцам). Академик һүрәт төшөрөү сәнғәте. Академик вокал. ■ М. Ғафури, Ш. Бабич менән бер рәттән уның [М. Аҡ-мулланың] да әҫәрҙәренең академик йыйынтығы әҙерләнеуе билдәле. Ә. Вилданов.
3. Уҡыу (юғары уҡыу йорттарына бәйле). □ Академический, учебный. Академик йыл. Академик сәғәт. Академик ял.
4. Фәҡәт теоретик йүнәлешле, практик ҡулланылышы булмаған. □ Академический (имеющий сугубо теоретическую направленность ). Академик тикшеренеүҙәр.
АКАДЕМИЯ I [рус.< пол. akademia < лат. academia < гр. akademia\ (Р.: академия; И.: academy; T.: akademi) и.
1. Фән йәки сәнғәтте үҫтереү бурысын үтәгән юғары дәүләт ойошмаһы. □ Академия. Рәсәй фәндәр академияһы. Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы. Медицина фәндәре академияһы.
2. Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарының атамаһы. □ Академия. Ауыл хужалығы академияһы. Хәрби академия. ■ Исмәғил Тасимов Петербургта Тау академияһына нигеҙ һалыусы була. Д. Бураҡаев.
АКАДЕМИЯ II (Р: академический; И.: academic (theatre, etc.); T.: akademik) с. сәнғ.
Өлгөлө дәүләт театрҙарына, хор коллективтарына һ.б. бирелә торған маҡтаулы исем. □ Академический (употребляется как почётное звание, присваиваемое государственным театрам, хоровым коллективам и т. п.). М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. ■ Бөгөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарында 150-нән ашыу бейеү — Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәренең иң яҡшы өлгөләре бар. БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.
АКВАЛАНГ [рус. < лат. aqua ‘һыу’ + ингл. lung ‘үпкә’] (Р: акваланг; И.: aqualung; T.: oksijen tüplü dalma aracı) и.
Һыу аҫтында тын алыу өсөн файҙаланыла торған махсус аппарат. □ Акваланг. Акваланг менән һыу аҫтында йөҙөү.
АКВАЛАНГИСТ [рус.] (Р: аквалангист; И.: skin diver; T.: balıkadam) и.
Акваланг кейеп, һыу төбөнә төшөп йөрөй торған кеше. □ Аквалангист. ■ Аквалангистар күлдең [Мүклекүлдең] төпһөҙ икәнлеген асыҡланы. «Йәшлек», 3 ноябрь 2009.
АКВАМАРИН [рус. < лат. aquamarina ‘диңгеҙ һыуы’] (Р: аквамарин; И.: aquamarine; T.: akuamarin) и.
Зәңгәрһыу йәшел йәки зәңгәр төҫтәге аҫыл таш. □ Аквамарин. Аквамарин ҡашлы алҡа. Аквамарин төҫө.
АКВАПАРК [рус. < лат. aqua ‘һыу’ + парк| (Р: аквапарк; И.: water park; T.: su parkı) и.
Һыу аттракциондары булған бассейн.
□ Аквапарк. Аквапаркка барыу.
АКВАРЕЛЬ [рус. < фр. aquarelle < итал. acquerello < лат. aqua ‘һыу’] (Р: акварель; И.: watercolor; T.: suluboya) и.
1. Һыуҙа иҙелә торған буяу һәм шул буяу менән һүрәт төшөрөү алымы. □ Акварель. ■ Ул [Рәмил Мәүлиев] литография, офорт, ҡоро энә, монотипия кеүек баҫма графиканың төрлө техникаларында һәм һүрәт, акварель кеүек уникаль графикала эшләй. «Башҡортостан», 2 февраль 2011.
2. Шул буяу менән төшөрөлгән һүрәт.
□ Акварель. Акварель күргәҙмәһе.
АКВАРИУМ [рус. < лат. aqua ‘һыу’] (Р: аквариум; И.: aquarium; T.: akvaryum) и.
1. Һыу тереклектәрен, үҫемлектәрен аҫрау һәм үрсетеү өсөн файҙаланылған махсус быяла һауыт йәки быуа. □ Аквариум. Аквариум балығы.
2. һыу тереклектәрен күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән учреждение. □ Аквариум.
АКВАТОРИАЛЬ [рус. < лат. aqua ‘һыу’ + терри(тори)я] (Р: акваториальный; И.: ак-vateriya; T.: su alanına bağlı) с.
Ниндәйҙер акваторияға мөнәсәбәтле.
□ Акваториальный. Акваториаль һыуҙар.
194