АККРЕДИТАЦИЯ
АКВАТОРИЯ [рус. < лат. aqua ‘һыу’ + терри(тори)я] (Р.: акватория; И.: area of water; T.: su alanı) u.
Билдәле сик эсенә ингән һыу майҙаны.
□ Акватория. Порт акваторияһы.
АКВИЗИТОР [рус. < лат. acquisitor ‘һатып алыусы’] (Р.: аквизитор; И.: acquirer; T.: devralıcı) и. иҡт.
Йөк ебәреү йәки страховкалау эше менән шөғөлләнгән хеҙмәткәр. □ Аквизитор.
АККЛИМАТИЗАЦИЯ [рус. < фр acclimatisation < лат. ad ‘таба, өсөн’ + гр. klima ‘климат’] (Р.: акклиматизация; И.: acclimatization; T.: iklime alıştırma) и. мед.
Климатҡа яраҡлашыу. □ Акклиматизация.
АККОМОДАЦИЯ [рус. < лат. ассото -datio ‘ҡулайлашыу’] (Р: аккомодация; И.: accommodation; T.: uyum) и. лингв.
Һүҙҙәге йәнәш торған өндәрҙең үҙ-ара ярашып килеү күренеше. □ Аккомодация.
АККОМПАНЕМЕНТ [рус. < фр. ас-compagnement] (Р: аккомпанемент; И.: accompaniment; T.: eşlik) и. му з.
Йырсыға йәки айырым музыка ҡоралында көй башҡарыусыға ҡушылып уйнау.
□ Аккомпанемент. Аккомпанемент менән йырлау.
АККОМПАНИАТОР [рус. < фр. ассот-pagnateur] (Р: аккомпаниатор; И.: akkom-panist; T.: eşlik eden kimse) и. муз.
Аккомпанемент музыкаһын башҡарған кеше; ҡушылып уйнаусы. □ Аккомпаниатор. ■ Талантлы студентты [Кәрим Дия-ровты] Ғәзиз Әлмөхәмәтов аккомпаниатор итеп Башҡортостан райондарына, илебеҙҙең төрлө ҡалаларына йәйге гастролдәргә алып йөрөй. «Шоңҡар», № 6, 2010.
АККОРД [рус. < фр. accord] (Р: аккорд; И.: chord; T.: akort) и.
1. Бер тауыш һымаҡ ҡабул ителгән төрлө юғарылыҡтағы музыкаль тауыштарҙың бергә яңғырауы. □ Аккорд. Аккорд биреү. ■ Икенән артыҡ булған төрлө тауыштарҙың бер үк ваҡытта яңғырауҙарына аккорд тиҙәр. Ғ. Сөләймәнов.
2. Музыкаль инструменттың ҡылдары.
□ Аккорд.
АККОРДЕОН [рус. < фр. accordeon] (Р: аккордеон; И.: accordion; T.: akordeon) и. муз.
Уң яҡ клавиатураһы фортепьяно-орган, ә һулы — баҫмаҡ тибындағы хроматик гармун. □ Аккордеон. Аккордеонда уйнау. ■ Тимеркәй ҙә уның эргәһенә килеп ултырҙы һәм моңло тауышы менән аккордеонға ҡушылды. Ғ. Ғүмәр.
АККОРДЛЫ ТҮЛӘҮ (Р: аккордная оплата; И.: lump payment; T.: toplu emeklilik ödemesi) и. иҡт.
Эшкә ҡарап (сәғәтләп йәки даналап) эш хаҡын түләү формаһы. □ Аккордная оплата.
АККРЕДИТИВ [рус. < нем. Akkreditiv < лат.] (Р: аккредитив; И.: letter of credit; T.: akreditif) и. фин.
1. Бер кредит ойошмаһының — банкының, һаҡлыҡ кассаһының — икенсеһенә билдәле күләмдәге аҡсаны кемгәлер түләргә бойорған документы. □ Аккредитив. Аккредитив ҡағыҙы. Аккредитив биреү.
2. Банкының иҫәп төрҙәренең береһе.
□ Аккредитив.
АККРЕДИТИВЛЫ (Р.: аккредитивный; И.: pertaining to letters of credit; T.: akreditifli) c.
Аккредитив ярҙамында эшләнгән. □ Аккредитивный. Иҫәпләшеүҙең аккредитивлы төрө.
АККРЕДИТАЦИЯ [рус. < лат. accre-do ‘ышаныу’] (P: аккредитация; И.: accreditation; T.: akreditasyon) и.
1. Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты билдәле бер стандартҡа яраҡлы булыуын раҫлаған рәсми дәлил алыу процесы. □ Аккредитация.
2. Теге йәки был сараны журналисҡа яҡтыртырға хоҡуҡ биреүсе документ. □ Аккредитация.
3. дип. Халыҡ-ара хоҡуҡта: дипломатик вәкилде халыҡ-ара ойошмаға тәғәйенләү процедураһы. □ Аккредитация.
7*
195