Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 196


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АККУЛЬТУРАЦИЯ
4. фин. Кемгә лә булһа аҡса түләү хаҡында кредит ойошмаһы биргән рәсми ҡағыҙ. □ Аккредитация.
АККУЛЬТУРАЦИЯ [рус. < ингл. acculturation] (Р.: аккультурация; И.: acculturation; T.: kültürleşme) и.
Ҙур халыҡ мәҙәниәтенең аҙ һанлы халыҡ тарафынан тулыһынса ҡабул ителеүе.
□ Аккультурация.
АККУМУЛЯТОР [рус . < лат. accumulator ‘йыйыусы’] (Р.: аккумулятор; И.: accumulator; T.: akümülatör) и. тех.
Электр энергияһын йәки йылылыҡты туплай торған ҡулайлама. □ Аккумулятор. Автомобиль аккумуляторы. Кислоталы аккумулятор. Стартер аккумуляторы. Һелтеле аккумулятор. Электр аккумуляторы.
АКР [рус. < ингл. acre] (Р: акр; И.: acre; T.: hektarlık) и.
Инглиз үлсәм системаһы йөрөгән илдәрҙә ҡулланылған ер үлсәү берәмеге (4047 м2).
□ Акр.
АКРОБАТ [рус. < гр. akrobatds ‘өҫкә күтәрелеүсе’] (Р: акробат; И.: acrobat; T.: akrobat) и. спорт.
Акробатика менән шөғөлләнгән кеше.
□ Акробат. Рәсәй акробаттары.
АКРОБАТИК (Р: акробатический; И.: acrobatic; T.: akrobatik) с.
Акробатикаға мөнәсәбәтле. □ Акробатический. Акробатик кунекмәләр.
АКРОБАТИКА [рус. < гр. akrobateo ‘аяҡ осонда йөрөйөм’] (Р: акробатика; И.: acrobatics; T.: akrobasi) и.
Гимнастиканың һәм цирк сәнғәтенең бер төрө. □ Акробатика. Ҡыҙҙар акробатика менән шөғөлләнә.
АКРОГИДРОЗ [рус. < лат. acrohidrosis\ (Р: акрогидроз; И.: acrohidrosis; T.: akrogid-roz) и. мед.
Устарҙың йәки табандарҙың тирләүсән-леге. □ Акрогидроз.
АКРОСТИХ [рус. < гр. akrostichos] и. әҙ. ҡар. акрошиғыр.
АКРОФОБИЯ [рус < лат. acrophobia] (Р: акрофобия; И.: acrophobia; T.: yükseklik korkusu) и. мед.
Бейеклектән, юғарылыҡтан ҡурҡыу.
□ Акрофобия.
АКРОШИҒЫР (Р: акростих; И.: acrostic; T.: acrostiş) и. әҙ.
һәр юлдың баш хәрефенән йәки бер нисә хәрефенән берәй һүҙ йәки фраза килтереп сығарып яҙылған шиғыр. □ Акростих. ■ Уны [акрошиғырҙы] купселектә берәйһенә бағышлау рәуешендә яҙалар. Д. Шәрәфетдинов.
АКСЕЛЕРАЦИЯ [рус. < лат. acceleration ‘тиҙләнеш’] (Р: акселерация; И.: acceleration; T.: hızlanma) и.
Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең физик үҫешендә, физиологик яҡтан өлгөрөүендә күҙәтелгән тиҙләнеш. □ Акселерация.
АКСЕССУАР [рус. < фр. accessoire] (Р: аксессуар; И.: accessory; T.: aksesuar) и.
1. Нимәнеңдер өҫтәлмә деталдәре. □ Аксессуар.
2. ҡар. биҙәүес.
АКСИОМА [рус. < лат. axioma < гр. axioma] (Р: аксиома; И.: axiom; T.: belit) и.
1. Дөрөҫлөгө дәлилләүгә мохтаж булмаған хәҡиҡәт. □ Аксиома.
2. кусм. Бәхәсһеҙ хәҡиҡәт. □ Аксиома. Һәр милли театрҙың репертуары милли пьесаға нигеҙләнә. Был аксиома.
АКТ I [рус. < лат. actus ‘эш-хәрәкәт’] (Р: акт; И.: act; T.: işlem) и.
1. Дәүләт органдары тарафынан ниндәй ҙә булһа конкрет хәл-ваҡиға буйынса ҡабул ителә торған рәсми документ.
□ Акт. Административ акт. Дипломатик акт. ■ [Тамғалар һәм уларҙың исемдәре] Өфө, Мәскәу, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙағы архивтарҙа һаҡланған XVIII — XIX быуаттарҙағы акттар материалдарынан алынған. «Башҡортостан», 7 март
1995.
2. Юридик әһәмиәтле булған берәй эш-хәлде раҫлай торған документ. □ Акт.
196