АКУШЕРКА
Акушерлыҡ һәм гинекология белгесе, табип, врач. □ Акушер-гинеколог. Акушер -гинеколог кәңәше.
АКУШЕРКА [рус.] (Р.: акушерка; И.: midwife; T.: ebe) и. мед.
Махсус белемле акушер ҡатын-ҡыҙ. □ Акушерка. Акушерка булып эшләү.
АКУШЕРЛЫҠ (акушерлығы) (Р.: акушерство; И.: obstetrics; T.: ebelik) и. мед.
1. Медицинаның ҡатындарға ауырлы саҡта һәм бала тапҡанда ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен өйрәнгән бүлеге. □ Акушерство. Акушерлыҡ практикаһы.
2. Акушер хеҙмәте. □ Акушерство. Акушерлыҡ менән шөғөлләнеү. Оператив акушерлыҡ.
АКЦЕНТ [рус. < фр. accent < лат. accentus] (Р: акцент; И.: accent; T.: vurgu) и.
1. Махсус айырып яһалған баҫым, баҫым билдәһе. □ Акцент. ■ Уҡыған саҡта акцент яһаған һүҙҙәр күтәренке тауыш, юғары интонация менән әйтелә, уларҙан һуң бәләкәй генә пауза яһала. М. Ғималова.
2. Сит телдә һөйләгән саҡта өндәрҙең ихтыярһыҙҙан боҙоп әйтелеше. □ Акцент. ■ Уҡыусыларҙың акценттары булһа ла .. күнегеү һөйләмдәрен татылдап уҡынылар. Р. Низамов. Мин уның [Дмитрий Ивановичтың] теленә иғтибар итәм -һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә акцент бар. Ғ. Шәрипов.
3. Ниндәйҙер телгә хас үҙенә бер төрлө һөйләү характеры. □ Акцент. ■ Теләгәнегеҙҙе һайлағыҙ, уландар, — ти ул ихлас күңелдән ниндәйҙер беҙгә ят акцент менән. Р. Ханнанов.
4. Баҫым. □ Акцент.
5. Музыкала ритмик баҫым. □ Акцент. ■ Акцент тип музыкала айырым тауыштың көслө булыуы менән айырылыуына әйтелә. Ғ. Сөләймәнов.
АКЦЕНТЛЫ (Р: акцентный; И.: accentual; T.: aksanlı) с.
Акценты булған. □ Акцентный. Акцентлы һөйләм.
АКЦЕНТОЛОГИЯ [рус. < лат. accentus ‘баҫым’ + logos ‘фән’] (Р: акцентология; И.: stress; T.: vurgu) и.
Тел ғилемендә баҫым системаһын өйрәнә торған бүлек. □ Акцентология.
АКЦЕНТ ЯҺАУ (акцент яһа-) (Р: акцентировать; И.: accent; T.: vurgulamak) ҡ.
1. Ниндәйҙер фекергә баҫым яһау, айырым иғтибар биреү. □ Акцентировать. ■ Яҙыусы халыҡ күңелендәге .. бәхетле донъяға ынтылыуҙы тасуирлауға акцент яһай. М. Минһажетдинов.
2. Музыкала ниндәйҙер аккордты айырыу, көслө башҡарыу. □ Акцентировать.
АКЦЕПТ [рус. < лат. acceptus ‘ҡабул ителгән’I (Р: акцепт; И.: acceptance; T.: kabul) и.
1. юр. Тәҡдим ителгән шартта килешеү төҙөүгә ризалыҡ. □ Акцепт.
2. фин. Хужалыҡ ойошмалары арҡаһындағы ҡул аҡсаһыҙ иҫәп формаһы, шулай уҡ аҡса документтарын — счёттарҙы, векселдәрҙе һ. б. түләүгә ризалыҡ. □ Акцепт.
АКЦЕПТӘЛГӘН ТАПШЫРМА (Р: ак цептированное поручение; И.: payment order; T.: ödeme emri) и.
Түләү өсөн төҙөлгән килешеү. □ Акцептированное поручение.
АКЦИЗ [рус. < лат. accisum ‘киҫелгән’] (Р: акциз; И.: excise; T.: tüketim vergisi) и.
1. фин. Киң ҡулланыу тауарҙарына ситләтелгән һалым. □ Акциз. Бюджеттың ҙур өлөшөн акциздар тәшкил итә.
2. иҫк. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә шул һалымды йыйған идаралыҡ. □ Акциз.
АКЦИОНЕР |рус. < фр. actionnaire] (Р.: акционер; И.: shareholder; T.: hissedar) и.
Ҡиммәтле ҡағыҙҙарға эйә физик йәки юридик шәхес, акция менән эш итеүсе. □ Акционер.
АКЦИЯ I [рус. < фр. action] (Р: ценная бумага; И.: share; T.: hisse) и. фин.
Ҡиммәтле ҡағыҙ (дивидент (килем) алырға хоҡуҡ биргән). □ Ценная бумага.
198