Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 199


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҠ
АКЦИЯ II [рус. < лат. actio] (Р.: акция; И.: action; T.: aksiyon) и.
Ниндәйҙер маҡсатҡа ирешеү өсөн үткәрелгән хәрәкәт. □ Акция. Мәрхәмәтлек акцияһы.
АҠ I [боронғо төрки аҡ] (Р: белый; И.: white; T.: beyaz) с.
1. Ҡар, һөт төҫөндәге; киреһе — ҡара. □ Белый. Аҡ төҫ. Аҡ кейем. Аҡ ҡағыҙ. ■ Ҡыш та килер, болондағы әҙебеҙҙе аҡ япмалар менән күмер. Ғ. Рамазанов. Ҡояш ҡына сыға ай әйләнеп, аҡ болотҡайҙарға бәйләнеп. Халыҡ йырынан. Ҡар сафлығы — күңелдәргә дауа, аҡ нур һибелгәндәй ян-яҡҡа. Ә. Таһирова.
2. Үҫемлек, йәнлек атамаларының бер өлөшө булып килә. □ Белый (составная часть некоторых зоологических и ботанических названий). Аҡ төлко. Аҡ уҫаҡ. Аҡ айыу. Аҡ бәшмәк. Аҡ ҡайын. Аҡ томбойоҡ. Аҡ үлән. ■ Аҡ үләнде эс ауыртыуынан эс-кәндәр. Халыҡ ижадынан.
3. Ғәҙәттәгенән асығыраҡ төҫлө. Ҡатмарлы төҫ исемдәренең бер өлөшө булып килә. □ Составная часть сложных цветовых обозначений; светлый. Аҡ күк. Аҡ һары.
4. Асыҡ төҫлө. □ Светлый. Аҡ тән. Аҡ тәнле раса. • Ҡара кешенең тире сыҡҡансы, аҡ кешенең йәне сығыр. Мәҡәл.
5. Үҙ төҫөн юғалтҡан; сал. □ Седой. Аҡ мыйыҡ. Аҡ сәс.
6. Эшләнеше, сифаты яғынан таҙа булып, асыҡ төҫ алып торған. □ Чистый, светлый, белый. Аҡ тимер. Аҡ ҡалай. Аҡ мамыҡ.
7. Ҡәҙерлегә тотола торған (бүлмә, торлаҡ хаҡында). □ Гостевая, горница. Аҡ өй. Аҡ келәт. Аҡ тирмә.
8. күсм. Насарлығы, уҫаллығы булмаған; саф, изге. □ Благой, добрый. Аҡ ниәт. Аҡ уй. Аҡ өмөт. ■ Аҡ күңелле Аҡмулланың һыны балҡый йыраҡтан. М. Ямалетдинов. • Аҡҡа ҡара тиҙ йоға. Әйтем.
9. күсм. Шатлыҡ менән тулы; ҡыуаныслы, бәхетле. □ Светлый, счастливый, радостный. Аҡ бәхет. Аҡ көндәр. • Уңған бисә — аҡ бәхет, уңмаған бисә — ҡаҡ бәхет. Әйтем.
10. күсм. Совет власының тәүге йылдарында: совет власына ҡаршы булған; контрреволюцион. □ Белый. Аҡ армия. Аҡ офицер. Аҡтар отряды. Аҡтар терроры. ■ Рәшәткә буйлап аҡ бандиттарҙың аттар янында маташҡандары күренә, һ. Дәүләтшина.
♦ Аҡ алтын мамыҡ. □ Белое золото (хлопок, вата). Аҡ күбеккә батыу бик ныҡ тирләү (атҡа ҡарата). □ Взмылиться (о лошади). Аҡты ҡара итеп күреү нимәнеңдер тик насар яғын күреү. □ Принимать белое за чёрное. Аҡты ҡара итеп күрһәтеү үҙ файҙаңдан сығып, дөрөҫтө ялған итеп аңлатыу. □ Выдавать за чёрное. Аҡты ҡаранан айырыу асылын аңлау, төшөнөү. □ Понимать суть. Аҡты ҡара тиеү ҡар. аҡты ҡара итеп күреү. Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә үҙ ғәйебен башҡа кешегә ауҙарыу. □ Валить с больной головы на здоровую. Аҡ юл <һеҙгә>! киткән кешегә уңышлы юл теләп әйтелә. □ Счастливого пути!
АҠ II (ағы) (Р.: белок; И.: albumen; T.: ak) и.
Төрлө нәмәнең аҡ төҫ менән айырылып торған бер өлөшө. □ Беләк. Йомортҡаның ағы. Күҙ ағы.
АҠ III (ағы) (Р.: молочное; И.: dairy produce; T.: süt) и.
Һөттән әҙерләнгән төрлө ашамлыҡ; һөт-ҡатыҡ. □ Молочное, молочный продукт. Аҡтан оҙлөгөү. Аҡһыҙ ҡалыу. Аҡты көн байығас кешегә бирмә, һыйырыңа зыян килер. • Ағы барҙың туғы бар. Әйтем.
АҠ IV (ағы) (Р: бумага; И.: paper; T: kağıt) и.
1. Ҡағыҙ, яҙыулы ҡағыҙ. □ Бумага, книга. ■ Әсәһе ҡайһы саҡтарҙа ҡыҙының былай гел уҡып ултырыуына эсе бошоп, орошоп та ала: «Ҡуйһаңсы шул аҡҡа текләп, күҙ нуры бөтөрөп ултырыуыңды!» һ. Дәүләтшина.
2. Таҙа итеп күсереп яҙылған ҡулъяҙма. □ Беловик. ■ Планды аҡҡа күсереп яҙҙым. Ж. Кейекбаев. • Аҡҡа төшкәнсе, ҡаҡҡа төш. Әйтем.
199