Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 201


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҠБАШ
АҠ АН (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Күбәләк ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-кубалякцев.
АҠАНА (Р: осока просяная; И.: sedge; T.: papirusgiller bitki cinsidir) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған һепертке башлы бейек үлән. □ Осока просяная (лат. Carex panicea).
АҠ AH ЛАУ (аҡанла-) ҡ. ҡар. алаҡан-лау.
АҠБАБАЙI (Р: дядя; И.: uncle; T.: amca) и. диал.
1. Бабай, атайҙың ағаһы. □ Дядя, старший брат отца.
2. Туғандар араһында иң оло хөрмәтле ир кеше. □ Уважаемый среди родственников пожилой мужчина.
3. Атайҙан оло ир кешегә хөрмәтләп әйткән һүҙ; олатай. □ Вежливая форма обращения к пожилым мужчинам.
4. Уҡымышлы оло йәштәге бабай. □ Просвещённый пожилой человек.
5. миф. Кәртә-ҡура эйәһе. □ Дух-хозяин двора.
АҠБАБАЙ II и. диал. ҡар. бәпембә.
АҠБАЛСЫҠ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир.
АҠ БАЛСЫҠ (Р: белая глина; И.: white loam; T: beyaz kil) и.
Һыуға иҙелеп, һылашып торған йомшаҡ аҡ төҫтәге тау тоҡомо. □ Белая глина.
АҠБАЛСЫҠЛАУ (аҡбалсыҡла-) (Р: белить.; И.: whitewash; T: kireçlemek) ҡ.
Аҡ балсыҡ менән буяу; ағартыу. □ Белить. // Побелка. Өйҙө аҡбалсыҡлау. ■ Мейес .. ап-аҡ итеп аҡбалсыҡланған да йәшелле, кукле, ҡыҙыллы буяуҙар менән биҙәкләнгән. Ғ. Дәүләтшин.
АҠБАЛЫҠ (аҡбалығы) (Р: белорыбица; И.: white salmon; T: somon balığı) и.
1. зоол. Һөмбаштар ғаиләһенә ингән йылтыр аҡ тәңкәле эре яҫы балыҡ. □ Белорыбица (лат. Stenodus leucichthys). ■ Аҡбалыҡ Ағиҙел йылғаһына ыуылдырыҡ сәсергә йыл һайын кутәрелә ине. Р. Чанышев.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, балыҡтарҙы һаҡлаусы, яҡлаусы изге балыҡ; балыҡтар батшаһы. □ Царь-рыба. ■ Аҡ балыҡтай йөҙөп кил. Арбауҙан.
АҠ БАТА (Р: доброе пожелание; И.: blessing; T.: iyi dilek) и.
Изге теләктәр. □ Доброе пожелание, благословение. ■ Аҡ баталар алдым ҡыҙ сағымда, ник бәхеткәйҙәрем булманы. Йырҙан.
АҠ БАТША (Р: белый царь; И.: white Tsar; T: beyaz kral) и. тар.
Рәсәй дәүләтенең башындағы юғары хаким. □ Белый царь (о русском царе).
АҠБАШ I (Р: лабазник шестилепестный; И.: dropwort; T: erkeç sakalı) и. бот.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡоро тупраҡлы туғайҙарҙа, далаларҙа, аҡландарҙа, урман ситендә үҫкән, аҡ йәки ал төҫтәге ойҡаш сәскәле, ҡауырһын япраҡлы күп йыллыҡ үлән үҫемлек; тау клеверы, ураз уты. □ Лабазник шестилепестный, белоголовка (лат. Filipendula vulgaris). ■ Тән һыҙлауҙан аҡбаш уләнен ҡайнатып әсәләр. Экспедиция материалдарынан.
АҠБАШ II (Р: копытница; И.: footrot; T: piyeten) и.
1. вет. Еүешлектән барлыҡҡа килгән тояҡ ауырыуы. □ Копытница, копытянка.
2. вет. Йылҡының бәкәлен боҙа торған ҡорт. □ Вид червей, который поражает суставы ног лошадей.
3. мед. Яман шешек, сиҡан. □ Чирей. Аҡбаш сығыу. Аҡбаш һытылыу.
АҠБАШ III (Р: водка; И.: bottle of vodka; T: bir şişe votka) и. һөйл.
Шешәле аҡ араҡы. □ Водка, бутылка водки. ■ [Котлояр — Әхмәҙигә:] Ҡоҙа, ниңә
201