АҠБАШ-ҠАРШЫН
берәр шешә аҡбаш алмайһың, әллә ҡоҙағыйҙан ҡурҡаһыңмы? Һ. Дәүләтшина.
АҠБАШ-ҠАРШЫН (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡаршын ырыуының бер бүлеме. □ Родовое подразделение башкир-каршинцев.
АҠ БЕЙЕМ (Р: сестра мужа; И.: aunt; T.: teyze) и. диал.
Ирҙең апаһы. □ Сестра мужа.
АҠ БИҘГӘК (Р: белая горячка; И.: delirium tremens; T.: titreme hezeyanı) и. мед.
Эскеселәрҙә була торған психик ауырыу.
□ Белая горячка.
АҠ БИҘӘҮ (Р: женщина, не рожавшая после первого ребёнка; И.: female having but one birth; T.: tek çocuklu kadın) и.
Бер бала табып туҡтаған ҡатынға ҡарата әйтелә. □ Женщина, не рожавшая после первого ребёнка.
АҠ БИЛЕТ (Р: белый билет; И.: white chit; T.: askerlik cüzdanı) и. һөйл.
1. Сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡты белдергән таныҡлыҡ. □ Белый билет. ■ Хисбулланың уң күҙе күрәғарау булғанға аҡ билет булып, һуғышҡа китмәй ҡалды. 3. Биишева.
2. һөйл. Шул таныҡлыҡтың эйәһе. □ Обладатель белого билета.
АҠ БИЛӘҮ (Р: обережная пелёнка; И.: amulet nappy; T.: koruyucu kundak) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, һаҡлаусы, яҡлаусы изге йүргәк. □ Обережная пелёнка. ■ Аҡ биләүгә биләү: яңы тыуған баланы аҡ йүргәккә биләп, аҡ бәхеттәр теләп, әсә янына һалалар. Г. Батыршина.
АҠБИРҘЕ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыбау-мең ырыуының аймаҡ исеме.
□ Название родового подразделения баш-кир-кубоу-минцев.
АҠ БОЛАН (Р: белый олень; И.: sacred white totem deer; T.: kutsal beyaz geyik) u. миф.
Изге болан, йәнлек, тотем. □ Священный белый олень, тотем. ■ Сәрмәсәнем ана шундай улан ине, ишәк эргәһендә ул аҡ болан ине. Халыҡ ижадынан.
АҠБУҘ (Р: сизый; И.: warm grey; T.: boz) с.
Күкһел (ат төҫөнә ҡарата). □ Сизый, серый (о масти лошади). Аҡбуҙ ат.
АҠБУҘАТ (Р: крылатый конь; И.: winged horse; T.: kanatlı at) и. миф.
Башҡорт мифологияһында кешегә ярҙам итеүсе, уны ҡурсалаусы ҡанатлы илаһи толпар, аттар батшаһы, мал ҡото. □ Крылатый конь. ■ Ышаныуҙар буйынса, Аҡбуҙат — мал ҡото. Уралдағы йылҡыларҙы ла күл төбөнән алып сыҡҡан ат ул. Ф. Хисамитдинова.
АҠБУЛАТ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Күбәләк ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-кубалякцев.
АҠБҮЛӘК (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Унлар ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-унларцев.
АҠБУР (Р: мел; И.: chalk; T.: tebeşir) и.
Аҡ төҫтәге йомшаҡ таш. □ Мел. Аҡбур ташы.
АҠБУРАН (Р: пурга; И.: blizzard; T.: kar fırtınası) и.
Ҡышҡы буран. □ Пурга.
АҠБУРЛАУ (аҡбурла-) ҡ. ҡар. ағартыу.
АҠ БҮРЕ (Р: белый волк; И.: totem grey wolf; T.: boz kurt) и.
1. миф. Изге мифик бүре, бүреләр батшаһы. □ Белый (голубой) волк (тотем, первопредок башкир ).
2. этн. Уран ҡәбиләһенең аймағы. □ Родовое подразделение уранцев.
202