АҠ КЕЙЕҘҘӘ КҮТӘРЕҮ
АҠ БҮҪЕР (Р.: дух болезни; И.: spirit of a malady; T.: hastalığın ruhu) и. миф.
Ауырыу эйәһе. □ Дух болезни. ■ Аҡ бүҫер, ҡара бүҫер, һары бүҫер, ҡарт бүҫер. Урыныңда ҡат, бүҫер. Арбауҙан.
АҠ БӘЙЕЛ (ЛЕ) (Р.: добрый нрав; И.: good nature; T.: iyi huylu) c.
Саф күңел(ле). □ Добрый нрав. Аҡ бәйелле кеше.
АҠБӘРӘННӘР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Йәнәй ырыуы аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-енейцев.
АҠ БӘШМӘК (Р: белый гриб; И.: penny bun; T.: çörek mantarı) и. бот.
Итле, ҙур эшләпәле, ашарға яраҡлы булған бәшмәк төрө. □ Белый гриб, боровик (лат. Boletus edulis). ■ Аҡ бәшмәкте уйлап тормай «Башҡортостан бәшмәктәренең батшаһы» тип атарға мөмкин. Сөнки уның аҙыҡ сифаты юғары, кулинарияла киң ҡулланыла. Ҡиммәтле бәшмәк. «Йәшлек», 20 август 2011.
АҠ ДОНЪЯ (Р: рай; И.: paradise; T.: cennet) и. миф.
Ожмах. □ Рай, тот свет. Ваҡыты еткәс, һәр кеше аҡ донъяға күсә.
АҠ ЕРЕК (Р: белая ольха; И.: grey alder; T.: gri çam) и. бот.
Ерек ағасының төрө. □ Белая ольха (лат. Alnus incana).
АҠИР (P: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бишул-табын ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир рода бишул-табын.
АҠ ИТ (Р: белое мясо; И.: white meat; T.: beyaz et) и.
Тауыҡ, күркә, быҙау һ.б. иттәргә бирелгән дөйөм исем. □ Белое мясо.
АҠ ЙӨРӘК с. ҡар. изге күңелле.
АҠ ЙЫЛАН (Р: царь змей, белая змея; И.: king of serpents; T.: beyaz yılan) и. миф.
Башҡорт мифологияһында аҡ төҫтәге мифик йылан, йыландар батшаһы, оҙонлоғо бер ҡарыштай ғына булған был йылан кешегә һирәк осрай, үлтерергә ярамай. □ Белая змея, царь змей. ■ Аҡ йыланды күргән кеше уның алдына аҡ яулыҡ һалырға тейеш. Сөнки аҡ йылан аҡ әйбергә мөгөҙөн һала икән. Йылан мөгөҙөн тапҡан кеше бик бәхетле була, тиҙәр. Ф. Хисамитдинова. Бигерәк тә барлыҡ йыландарҙың батшаһы булып иҫәпләнгән аҡ йылан хаҡындағы һәр төрлө юрау, легендалар ҙур иғтибарға лайыҡ. Ф. Нәҙершина.
АҠ КЕЙЕҘ (Р: белый войлок; И.: white thick felt; T: beyaz keçe) и.
1. Аҡ төҫтәге баҫылған кейеҙ. □ Белая кошма, белый войлок. Аҡ кейеҙ түшәү. ■ Бына бөгөн дәулар Ҡыҙырас менән икәүләп, аҫҡа аҡ кейеҙ, баш аҫтына эре биҙәкле ҡыҙыл сатин тыш кейҙерелгән ҙур яҫтыҡ һалып, икеһе бер юрған ябынып яттылар. 3. Биишева.
2. Оҙатып килтерелгән киленде аҡ бәхеттәр теләп төшөрә торған кейеҙ, мендәр, бәләкәй юрған. □ Белая кошма. ■ Оҙатып алған киленде ҡәйнә аҡ кейеҙгә баҫтыра. Экспедиция материалдарынан.
АҠ КЕЙЕҘҘӘ КҮТӘРЕҮ (аҡ кейеҙҙә күтәр-) (Р: провозгласить ханом; И.: to make a Khan; T.: Han ilan etmek) ҡ. map.
Хан тип иғлан итеү ритуалы (ҡалҡыулыҡҡа аҡ кейеҙ йәйелә. Ике хөрмәтле кеше ханды аҡ кейеҙгә Мәккәгә ҡаратып ултырта. Артабан дүрт бай һәм батыр ханды кейеҙҙә өс тапҡыр баш өҫтөнә күтәрә. Хан рәсми рәүештә һайланған тип иҫәпләнә). □ Провозгласить ханом. ■ 1740 йылда Нуғай даруғаһы Юрматы улусынан аҡыллы, ҡаты характерлы, ойоштороуға һәләтле, хәрби эште, ғәрәп грамотаһын, Ҡөрьәнде яҡшы белгән, Мәккәгә барып ҡайтҡан шәхес, халыҡ араһында Ҡараһаҡал атамаһын алған Миңлеғол Юлаев хәҙерге Ҡыйғы районының
203