АҠ КЕЙЕМЛЕ КЕШЕ
Иҫке Мөхәммәт ауылы территорияһында жунгар тәхетенең вариҫы Солтангәрәй хан тип аҡ кейеҙҙә күтәрелә. «Йәшлек», 10 июнь 2008.
АҠ КЕЙЕМЛЕ КЕШЕ (Р.: дворовой, человек в белом; И.: spirit of the court-yard; T.: avlunun ervahı) и. миф. диал.
Ишек алдын, аҙбарҙы һаҡлаусы изге зат, үлгән кешенең рухы. □ Дух двора, дворовой. доел. Человек в белом. ■ Аҡ кейемле кеше шым ғына кәртәлә мал тирәһендә йөрөй. Ф. Хисамитдинова.
АҠКӨБӘК (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-юрматинцев.
АҠ КӨЛӘПӘ (Р: шампиньон; И.: champignon; T.: kuzugöbeği) и. бот.
Ашауға яраҡлы аҡ төҫтәге бәшмәк.
□ Шампиньон (лат. Agaricus). Маринадланған аҡ көләпә.
АҠКӨСӨК (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Күбәләк ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-кубалякцев.
АҠ КҮБӘЛӘК (Р: зорька; И.: Orange Tip; T: Turuncu Süslü Kelebek) u.
1. зоол. Аҡ төҫлө көндөҙгө күбәләк.
□ Зорька, аврора (лат. Anthocharis cardami-nes). ■ Аҡ, һары ку бәләктәр, бал ҡорттары, иңкештәр, тағы әллә нисә төрлө бөжәктәр сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып байрам итә, сәскә елпеуеҫтәр иренеп кенә ергә яуа. «Башҡортостан», 14 июль 2011.
2. зоол. Ҡанаттары башлыса аҡ төҫлө, һары, ҡыҙғылт, ҡара биҙәкле көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһе. □ Белянки (лат. Pieridae).
3. кусм. шиғр. Ҡар бөртөгө. □ Снежинка. ■ Ябалаҡлап ҡар яуа башлаһа, шыршы ылыҫтарына төшөп ҡунған аҡ кубәләктәр ҡыш уртаһында сәскә атҡан аҡ гөлдәргә оҡшай. Селләле йәйҙең моңло торналары,
ыҙғыр ҡыштың аҡ кубәләктәре... М. Ҡотло-ғәлләмов.
4. миф. Үлеләр йәне. □ Души мёртвых.
АҠ КҮГӘРСЕНДӘР (Р: души умерших детей и хороших людей; И.: pidgeon-like spirit; T: iyi insanların ve çocukların ervahları) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, балалар, яҡшы кешеләр үлгәс, уларҙың аҡ күгәрсен булып осоп йөрөгән йәне. □ Души умерших детей и хороших людей, летающие в виде белых голубей. ■ Аҡ кугәрсендәрҙе ултерергә, бешереп ашарға ярамай. Был тыйыуҙарҙы боҙһаң, ҡайғы, ауырыу килә тиҙәр. Ф. Хисамитдинова.
АҠ КҮГӘҮЕНДӘР (Р: души умерших; И.: cemetery specters; T: ervahlar) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, зыяратта йәшәгән, зыярат тирәһендә осоп йөрөгән үлеләр йәне.
□ Обитающие на кладбище души умерших. ■ Зыярат тирәһенән уткәндә ҡысҡырып һөйләшергә, көлөшөргә, тештәрҙе курһә-тергә, бармаҡ менән төртөп курһәтергә ярамай икән. Ошо тыйыуҙарҙы утәмәһәң, аҡ кугәуендәр һинең артыңдан эйәреп ауылға килә. Был осраҡта һинең ғаиләңдә йәки туған-тыумасаңда мәйет була икән. Ф. Хисамитдинова.
АҠКҮҘ (Р: чайка; И.: gull; T: martı) и.
1. зоол. диал. Аҡсарлаҡ. □ Чайка (лат. Larus ridibundus).
2. этн. Кәлсер-табын, йомран-табын, ҡыпсаҡ, үҫәргән ырыуҙарының аймаҡтары.
□ Родовые подразделения башкир-кальчир-табынцев, юмран-табынцев, кыпчаков, усерган.
АҠКҮЛ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-кыпчаков.
АҠ КҮМЕҮ (аҡ күм-) (Р: закапывание молочного продукта; И.: ritual burial; T: bir töre) ҡ. миф.
Ышаныуҙар буйынса, төҙөлөп ятҡан өйҙөң нигеҙенә бәхет, ырыҫ теләп, һөт аҙығын
204