АҠҠОШ
күмеү. □ Ритуальное закапывание молочного продукта в фундамент строящегося дома с пожеланиями счастья, благополучия.
АҠҠАЙЫН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡалмаҡ ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-калмаков.
АҠҠАН АТ (Р: белокрыльник болотный; И.: bog arum; T: yilanotu) и. бот.
һаҙмат урында үҫкән ағыулы үлән. □ Белокрыльник болотный (лат. Calla palustris).
АҠҠАНАТ БУҘ ТУРҒАЙ и. зоол. диал. ҡар. аҡ ҡанатлы һабан турғайы.
АҠ ҠАНАТЛЫ ҺАБАН ТУРҒАЙЫ (Р: белокрылый жаворонок; И.: white-winged lark; T: ak kanatlı toygar) и. зоол.
Турғайҙар ғаиләһенә ҡараған бер ҡош төрө. □ Белокрылый жаворонок (лат. Mela-nocorypha leucoptera). ■ Башҡортостандың Урал аръяғында ҡара өйрәк, ағуна, шоңҡар, аҡ ҡанатлы һабан турғайы, Урал алдында һарыҡас турғай, кесерткән турғайы теркәлгән; башҡа ҡоштар киң таралған. «Башинформ» агентлығы сайтынан.
АҠ ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ (Р: донник белый; И.: bokhara clover; T.: beyaz yonca) и. бот.
Бер йәки ике йыллыҡ баллы сәскә. □ Донник белый (лат. Melilotus albus).
АҠ ҠАНЛЫЛЫҠ (Р: белокровие; И.: leukemia; T.: lösemi) и. мед.
Ҡан күҙәнәктәрен барлыҡҡа килтереүсе туҡыманы һ.б. ағзаларҙы зарарлаусы етди ауырыу. □ Белокровие, лейкоз, лейкемия.
АҠҠАН-ТАМҒАН (Р: отовсюду понемногу; И.: a little bit from elsewhere; T: her yerden azar azar) ҡ.
Төрлө ерҙән әҙләп килгән (аҡса йәки башҡа нәмәгә ҡарата). □ Отовсюду понемногу.
АҠ-ҠАРА (Р: ничего; И.: nothing; T: hiçbir şey) и.
Бер нимә лә, бер ни ҙә (тирә-йунде абайламай бик ашығып китеп барғанды йәки онотолоп берәй нәмә эшләгәнде белдергәндә
әйтелә). □ Ничего (не видеть, о сильно возбуждённом или увлёкшемся человеке). Куҙенә аҡ-ҡара куренмәй. Аҡ-ҡараны кур-мәй. ■ Малайҙар ашыҡты. Куҙҙәренә аҡ-ҡара куренмәне. Р. Камал.
АҠҠОЙРОҠ (аҡҡойроғо) (Р: белохвост; И.: kind of plant; T: bitki türü) и. бот.
Дымлы ерҙә үҫә торған ялбыр башлы оҙон үлән. □ Белохвост. ■ Тал араһында .. аҡҡойроҡ уләненең һирәк кенә һабаҡтары куренә ине. Й. Солтанов.
АҠ ҠОНДОРАҠ (ҡондорағы) (Р: полевица белая; И.: bentgrass; T: çimen) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йәки күп йыллыҡ киң таралыш алған ҡый йәки мал аҙығы үләне. □ Полевица белая (лат. Agrostis).
АҠ ҠОРБАН (Р: жертвоприношение; И.: solemn sacrifice; T: kurban sunma) и.
1. этн. Изге теләктәр теләп йәки нәҙер әйтеп аҡ малдан салған ҡорбан. □ Торжественное или обещанное жертвоприношение (в жертву приносится животное белой масти ). Аҡ ҡорбан салыу.
2. миф. Аяҙ теләп тау башында салынған ҡорбан. □ Жертвоприношение для вызывания солнца.
АҠҠОШ (Р: лебедь; И.: swan; T: kuğu) и.
1. зоол. Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған аҡ төҫлө, һомғол оҙон муйынлы иң эре һыу ҡошо. □ Лебедь (лат. Cygnus). Аҡҡош тауышы. ■ Мин ҡайтам да, тик аҡҡоштар ҡайтмай, тик аҡҡоштар ҡайтмай кулдәргә. Н. Нәжми. • Аҡҡош иртә килһә, яҙ оҙон була. Һынамыш.
2. миф. Башҡорт мифологияһындағы изге, тотем ҡоштарҙың береһе һанала. □ Лебедь (в башкирской мифологии лебедь считается священной, тотемной птицей). ■ Урал батыр улгәс, Һомай мәңгегә аҡҡош булып ҡала, кешеләр янынан китә. Шулай ҙа йыл да Уралын һағынып, балаларын, аҡҡоштарын эйәртеп Уралға килә. Кешеләр шул замандарҙан аҡҡоштарҙы ҡәрҙәш, туған итеп ҡабул итә. Шуға, ышаныуҙар бу
205