Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 206


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҠҠОШ ЙЫРЫ
йынса, аҡҡошто атырға, итен ашарға ярамай. Ф. Хисамитдинова.
3. этн. Әйле, ҡырғыҙ ырыуҙарының аймаҡтары. □ Название родовых подразделений башкир племён айле, киргиз.
АҠҠОШ ЙЫРЫ (Р.: лебединая песня; И.: swansong; T.: son eser) и. кусм.
Таланттың һуңғы сағылышы. □ Лебединая песня (о последнем проявлении таланта). ■ Һәҙиә Дәуләтшина уҙенең аҡҡош йыры — һуңғы әҫәре булған «Ырғыҙ» романы менән .. башҡорт әҙәбиәтенең абруйын ҡутәрҙе. Ғ. Әмири.
АҠҠОШОМ (Р.: лебёдушка моя; И.: my darling; T.: canım) и. эйл.ҡ.
Яратып, иркәләп өндәшеү һүҙе, йәнем.
□ в притяж.ф. Лебёдушка моя. ■ Мөхәббәттең сафын, ынйыларға хасын алып кил, аҡҡошҡайым. Р. Янбулатова.
АҠ ҠУРҒАШ (Р: олово; И.: tin; T: kalay) и. мин.
1. Еңел сүкелә торған көмөш һымаҡ аҡһыл төҫтәге металл. □ Олово.
2. миф. Ҡот ҡойоу йолаһында ҡулланылған мифлаштырылған металл. □ Мифологизированный металл, применяемый при магическом обряде ҡот ҡойоу. ■ Эттән ҡурҡҡан икән, ҡурғашында ялбыр эт һурәте төшә, ти. һ. Дәүләтшина.
АҠҠЫРМАН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-кыпчаков.
АҠЛАН (Р: поляна; И.: glade; T: alan) и.
Урман, ағаслыҡ араһындағы асыҡ ер.
□ Поляна, полянка, лужайка. ■ Уралымды байҡа буйҙан-буйға: һәр аҡланы уның шау сәскә. М. Уразаев. Алп батыр баҫҡан ете аҡлан ошо ете ырыуҙың йәйләуе булып ҡалған, ти. Әкиәттән.
АҠЛАНЫУ (аҡлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. аҡлау I, 1. страд, от аҡлау 1,1.
2. ҡайт. ҡар. аҡлау I, 2. возвр. от аҡлау I, 2.
3. кусм. Ғәмәлгә ашыу, дөрөҫләнеү. □ Оправдывать. Ышаныс аҡланды. Аҡланған ышаныс. Өмөт аҡланыу.
4. диал. ҡар. йәрәшеү.
АҠЛАУ I (аҡла-) (Р: белить; И.: whitewash; T.: badana etmek) ҡ.
1. Аҡҡа буяу, аҡ төҫ биреү; ағартыу. □ Белить. // Побелка. Мейес аҡлау. Өй аҡлау. ■ [Гөлйөҙөм] аҡ балсыҡ, бер кунәк эркет һыуы алып килеп, өйөнөң эсен аҡларға тотондо. Һ. Дәүләтшина.
2. кусм. Ғәйепһеҙгә сығарыу, ғәйепһеҙ тип табыу. □ Оправдывать, реабилитировать. // Оправдание, реабилитация. Аҡлап ҡалдырыу. Ғәйеплене аҡлау. ■ Әсәһенең тормош фәлсәфәһе, ирҙәргә мөнәсәбәте уға [Раушанияға] иҫкелек ҡалдығы булып тойолдо. Был — ғәфу итеу, хаслыҡты аҡлау, хыянатты өнһөҙ кисереу. Р. Камал.
3. кусм. Файҙалы, дөрөҫ итеп танытыу.
□ Оправдывать. // Оправдание. Аҡсалата туләу уҙен тулыһынса аҡлай.
4. кусм. Эш менән раҫлау, дөрөҫкә сығарыу. □ Показать, оправдать. // Оправдание. Ышанысты аҡлау. Өмөттө аҡлау. ■ [Алтынбай:] Берук ҡыумағыҙ. Мин аҡлармын ғәйебемде. 3. Ураҡсин. • Ил өмөтөн ир аҡлай. Әйтем.
АҠЛАУ II (аҡла-) (Р: появиться (о бельме)', И.: appear (of walleye); T.: göz lekesi çıkmak) ҡ.
Аҡ төшөү, аҡ һалыу (куҙгә ҡарата).
□ Появиться (о бельме в глазу). Һыңар куҙе аҡлаған. ■ [Ғиниәтуллаға:] Айғыр бесеу, .. аҡлаған куҙҙең шекәрәһен ҡырҡыу кеуек ата-бабанан ҡалған им-том һәнәрҙәрен өйрәттем. Й. Солтанов.
АҠЛЫ (Р.: с белыми пятнами; И.: white patterned; T.: beyaz benekli) с.
Аҡ төҫө булған (яулыҡ, тауарға ҡарата). □ С белыми пятнами, горошинами (о материале). Аҡлы яулыҡ. ■ Аҡлы ситса
206