Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 207


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҠРАЙЫУ
кулдәгемдең еңе тар беләгемә. Халыҡ йырынан.
АҠ Л ЫҒЫУ (аҡлығ-) ҡ. диал. ҡар. ағыу. Куҙҙәремдән йәштәрем аҡлыҡты.
АҠЛЫҠ (аҡлығы) (Р.: белизна; И.: whiteness; T.: beyazlık) и.
1. Аҡ төҫ. □ Белизна. Ҡарҙың аҡлығы. Тештең аҡлығы. ■ Әллә томан тауҙар араһында, әллә ҡайындарҙың аҡлығы. X. Ғиләжев.
2. кусм. Сафлыҡ, таҙалыҡ. □ Чистота. Куңел аҡлығы. ■ Тынмай ағыр шишмә, сафлыҡ ташыр Аҡмулланан алған аҡлыҡтан. Ҡ. Аралбай.
АҠЛЫ-ҠАРАЛЫ (Р.: белые и чёрные тона; И.: black and white; T.: beyaz ve siyahlı) c.
Аҡ һәм ҡара төҫтәр булған. □ Имеющий белые и чёрные тона. Аҡлы-ҡаралы кулдэк.
АҠМА (Р: стремнина; И.: stream; T.: ivinti yeri) и.
1. Көслө ташҡын булып аҡҡан ямғыр йәки ҡар һыуы. □ Стремнина, поток. Йылғаның аҡмаһы. Аҡмаға эләгеу.
2. диал. Ике күл йәки диңгеҙҙе бер-бере-һенә тоташтырып торған тар һыу; боғаҙ.
□ Пролив.
3. мед. диал. Тамаҡ, ҡолаҡ аҫты, муйын биҙҙәрендәге ағып торған шешек; ҡылауыр.
□ Туберкулёз желез.
АҠ МАЙ (Р: сливочное масло; И.: butter; T: tereyağı) и.
1. Ҡаймаҡты туҡып айранынан айырып алынған туҡлыҡлы аҙыҡ. □ Сливочное масло. ■ [Өмәселәргә] Муйылбикәнең һурпалы ит ҡурҙағы ла, тары бутҡаһы ла, йомғаҡлы аҡ майҙары ла бик тәмле тойолдо. Һ. Дәүләтшина.
2. диал. Ҡаймаҡҡа ҡатыҡ ҡушып, көбөлә бешеп яһалған май; күбек май. □ Взбитое масло особого приготовления (в кадушке взбивается сметана с катыком).
АҠ МАЛ (Р: кони, лошади; И.: holy cattle; T: kutsal hayvan) и. миф.
Таҙа, изге мал, йылҡы малы. □ Кони, лошади (реликт тотемизма). Атайымдар аҡ мал тотто куп итеп.
АҠМАН-ТОҠМАН (Р: поздний весенний буран; И.: late spring blizzard; T: sayılı fırtına) u.
Март уртаһынан һуң була торған көслө буран. □ Поздний весенний буран с мокрым снегом. ■ Көн ныҡлап боҙолорға уйлай, ахыры. Бынан бер йыл элек тә аҡман-тоҡман тип йөрөтөлгән буран шулай башланып киткәйне. Я. Хамматов.
АҠМАР и. диал. ҡар. аҡма 1.
АҠ МУНСА (Р: белая баня; И.: bathhouse with a chimney; T: hamam) и.
Мөрйәле мейес ултыртылған мунса.
□ Белая баня. Аҡ мунса төҙөу.
АҠМЫЙЫҠ (аҡмыйығы) (Р: белоус;
И.: matgrass; T: nard otu) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған тар, ҡаты ҡыяҡлы, нәҙек кенә һирәк башаҡлы күп йыллыҡ үҫемлек (урман яғындағы болондарҙа уҫә). □ Белоус (лат. Nardus stricta).
АҠ ӨЙРӘК (өйрәге) (Р: луток; И.: species of wild duck; T: sütlabi) и. зоол.
Нәҙек оҙон моронло, яҡшы сума торған супайлы өйрәк (башы, арҡаһы, ҡойроғо ҡара, бутән ере аҡ); аҡсабан. □ Луток (вид дикой утки) (лат. Mergellus albellus). ■ Аҡ өйрәктең башында ҙур ғына аҡ бурке бар.
Э. Ишбирҙин.
АҠРАЙ с. диал. ҡар. аҡыш.
АҠРАЙ КҮҘ (Р: глаза навыкате; И.: goggle-eyed; T: patlak göz) и.
Аҡыш күҙ; аҡайып торған күҙ. □ Глаза навыкате.
АҠРАЙТЫУ (аҡрайт-) (Р: таращить; И.: goggle (at); T: gözleri fal taşı gibi açmak) ҡ.
Ҙур итеп, ағын әйләндерел асыу (куҙҙе); аҡайтыу, аҡшайтыу. □ Таращить, пучить. Куҙҙе аҡрайтыу.
АҠРАЙЫУ (аҡрай-, аҡрая) (Р: таращиться; И.: stare (at); T: gözleri fal taşı gibi açmak) к.
1. Ҙур булып, түңәрәкләнеп асылыу (куҙ-гә ҡарата); аҡайыу, аҡшайыу. □ Таращиться, пучиться (о глазах). Аҡрайып ҡарау.
207