АҠСАРЛАҠ
Аҡрын ғына йөрөү, яй ғына хәрәкәт итеү.
□ Замедляться.
АҠСА (Р.: деньги; И.: money; T.: para) и.
Алыш-бирештә хаҡ берәмеге булып хеҙмәт иткән ҡиммәтле ҡағыҙ йәки металл.
□ Деньги. Алтын аҡса. Көмөш аҡса. Баҡыр аҡса. Ҡағыҙ аҡса. Яңы аҡса. Ялған аҡса. Аҡса берәмеге. Аҡса сығымдары. ■ [Вил] китап йыйҙы. Ашарына йәлләһә лә, китап алыуға аҡса йәлләмәне. Ә. Әминев. • Төшөңдә алтын, баҡыр аҡса курһәң, оло кешегә хәйер бирмәк кәрәк, юғиһә насар була. Ырым. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Мәҡәл.
♦ Аҡса ашау хөкүмәт иҫәбенән даими түләнгән пособиены, пенсияны һ.б. алып тороу. □ Получать пособие, пенсию от государства. Аҡсаны көрәп алыу күп аҡса алып эшләү. □ Получать много денег. Аҡса тоғо аҡса йыйып ятҡан кешегә ҡарата. □ Толстосум, денежный мешок. Аҡса түгеү бушҡа күпләп аҡса тотоноу. □ Тратить, расходовать много денег. Аҡса һуғыу аҡсаны күпләп табыу. □ Зарабатывать много денег. Еңел (оҙон) аҡса көс түкмәйенсә ҡулға килеп ингән ҙур аҡса. □ Длинный рубль (о лёгком и большом заработке).
АҠСАЙ (Р: белая сова; И.: polar owl; T: kar baykuşu) и. зоол. диал.
Аҡ ябалаҡ. □ Белая сова (лат. Bubo scan-diacus).
АҠ-САЛ (P: белёсый; И.: whitish; T: ak) c.
Аҡ (куберәк сәс, төк йәки йөнгә ҡарата).
□ Белёсый, седой. ■ Аҡ-сал ғына яурын, ала ҡанат Урал ғына тауҙың бөркөтө. Халыҡ йырынан.
АҠСАЛАТА (Р: наличными деньгами; И.: in cash; T: peşin para ile) p.
1. Ҡулаҡса көйө, ҡулаҡса менән. □ Наличными деньгами. Аҡсалата премия. Дәуләттең аҡсалата табышы. Халыҡтың аҡсалата табышы. Аҡсалата һаҡламдар. Аҡсалата аванс. Аҡсалата биреу. Аҡсалата иҫәпләшеу.
2. Аҡса иҫәбенә, аҡсаға бәйләү. □ В денежном выражении. Аҡсалата баһа. Хаҡ
тың аҡсалата формаһы. Етештерелгән әйберҙең аҡсалата курһәткесе. Килемдең аҡсалата курһәткестәре. Аҡсалата иҫәпләп сығарыу.
АҠСАЛЛАНЫУ (аҡсаллан-) (Р: бледнеть; И.: become pallid; T: soluklaşmak) ҡ.
Аҡ төҫкә инеү; ағарыу. □ Бледнеть, становиться белым. ■ Береһенән-береһе уҙҙырырҙай булып емелдәгән йондоҙҙар аҡсаллана барып бер-бер артлы һунделәр. Т. Килмөхәмәтов.
АҠ САЛМАЛЫ ҠАРТ (Р: дух двора, дворовой; И.: spirit of court-yard’s master; T: avlunun ruhu) и. миф.
Ишек алдын, аҙбарҙы һаҡлаусы изге зат. □ Дух-хозяин двора, доел. Старик в белой чалме.
АҠСАЛЫ I (Р: с деньгами; И.: moneyed; T: paralı) с.
1. Аҡсаһы булған, аҡсаға бай. □ Имеющий много денег, с деньгами, денежный. Аҡсалы кеше. Аҡсалы эшҡыуарҙар.
2. Түләүле, аҡсалата түләнгән. □ Связанный с деньгами, оплачиваемый. Аҡсалы уйын. Аҡсалы эш.
АҠСАЛЫ II (Р: богач; И.: rich man; T: zengin) и.
Бай кеше, аҡсаһы булған кеше. □ Богач, богатый человек. ■ Ғөмумән, бер нәмәне аңланым — эш кешеләре, уҙен хөрмәт иткәндәр, аҡсалылар «гаишник»тар менән һуҙ көрәштереп ваҡытын әрәм итмәй. «Йәшлек», 28 февраль 2008. • Аҡсалының эше куп, баҡсалының ашы куп. Әйтем.
АҠСА-МАЛ (Р: богатство; И.: wealth; T: mal-mülk) и. йыйн.
Байлыҡ, дәүләт. □ Богатство, состояние. Аҡса-мал туплау.
АҠСАРЛАҠ (аҡсарлағы) (Р: чайка; И.: mew; T: martı) и. зоол.
1. Уртаса ҙурлыҡтағы, оҙон суҡышлы, ҡыйғас ҡанатлы, балыҡ менән туҡланған һыу ҡошо. □ Чайка (лат. Larus ridibundus). Диңгеҙ аҡсарлағы. ■ Аҡсарлаҡ һыу буйҙарында йәшәй. Бер урындан икенсе урынға кусеп йөрөусе ҡош. Э. Ишбирҙин.
209