АҠСА СӘСЕҮ
2. миф. Тотем ҡош. □ Чайка, тотемная птица. ■ Торнаның, аҡсарлаҡтың ите хәрәм, уны ашамайҙар. Был изге ҡоштар. Башҡорт мифологияһынан.
АҠСА СӘСЕҮ (аҡса сәс-) ҡ. этн. диал. ҡар. аҡса һибеү.
АҠСА ҺИБЕҮ (аҡса һип-) (Р.: обряд бросания монет; И.: ethnographic rite; T.: düğün âdeti) ҡ. этн.
Ҡыҙҙы оҙатып алып киткәндә, кейәүҙең тинлек аҡсалар һибеү йолаһы. □ Обряд бросания монет женихом во время проводов невесты.
АҠСАҺЫҘ (Р: безденежный; И.: empty pockets; T.: parasız) с.
Аҡсаһы булмаған. □ Безденежный. Аҡсаһыҙ кеше. Аҡсаһыҙ эш.
АҠСАҺЫҘЛЫҠ (Р: безденежье; И.: penniless; T.: parasızlık) и.
Аҡса бөтөү, аҡса юҡлыҡ. □ Безденежье.
АҠ СЕЛӘН и. ҡар. селән.
АҠСОҒА и. диал. ҡар. йөлөн.
АҠСУҒА (Р: молоки; И.: soft roe; T.: süt) и.
Балыҡтың аталыҡ һөтө. □ Молоки.
АҠСҮП (Р: бельмо; И.: walleye; T.: akçıl gözbebeği) и. диал.
Күҙҙең ҡараһын ҡаплаған аҡ шекәрә; аҡ V, 1. □ Бельмо.
АҠСЫУАШ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мырҙалар ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир рода мурзалар.
АҠ СӘЛЛӘЛЕ ҠАРТ и. миф. ҡар. аҡ салмалы ҡарт.
АҠ СӘПСЕК (Р: белая трясогузка; И.: wagtail; T: ak kuyruksallayan) и. зоол.
Арҡаһы аҡһыл буҙ, түше, түбәһе ҡара, ҡорһағы менән бите аҡ төҫтәге сәпсек. □ Белая трясогузка (лат. Motacilla alba). ■ Өс көн элек кенә һыу турғайҙары — аҡ сәпсектәр ҡойроҡтары менән боҙ ярырҙай булып сәпсенәләр ине. Г. Яҡупова. • Аҡ сәпсек ҡойроғо менән боҙға һуҡһа, оҙаҡламай боҙ китә. һынамыш.
АҠ СӘСКӘ (Р: ромашка; И.: camomile; T: papatya) и. бот.
1. Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, сәскәһенең уртаһы һары, тар-тар ғына таждары аҡ булған тетмәкәй япраҡлы үҫемлек; ромашка. □ Ромашка (лат. Matricaria). ■ [Мәулиҙә өҫтәп ҡуйҙы:] Аҡ сәскәләр килтерегеҙ, ромашкалар. Г. Яҡупова.
2. ҡар. елбәгәй II.
АҠ СӘТЛӘҮЕК (Р: диморфант; И.: prickly castor oil tree; T: kalopanax) и. бот.
Аҡһыл һары ваҡ сәскә атҡан, һутлы емеш биргән йылы яҡ ағасы. □ Диморфант (лат. Kalopanax).
АҠТА и. диал. ҡар. ҡаптал 1.
АҠТАБАН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-тамьянцев.
АҠТАЙ (Р: тётя; И.: aunt; T: hala) и.
1. диал. Атайҙың иң өлкән ҡыҙ туғаны.
□ Тётя.
2. этн. Үҫәргән, дыуан ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир-усерган и дуванцев.
АҠТАЙ Л АҠ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер, үҫәргән, юрматы ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме.
□ Название родовых подразделений баш-кир-тангаурцев, башкир-усерган, юрматин-цев.
АҠТАМЫР (Р: пырей ползучий; И.: couch grass; T: ayrık otu) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған, болон-яландарҙа, урман ситендә, баҡсаларҙа таралып үҫкән оҙон аҡ тамырлы күп йыллыҡ үҫемлек; зәлеш. □ Пырей ползучий (лат. Elytrigia repens). Дала аҡтамыры. Ҡылсыҡлы аҡтамыр. Йөнтәҫ аҡтамыр. Үрмә аҡтамыр. Баҫыу аҡтамыр менән ҡапланған. ■ Беҙҙең халҡыбыҙ аҡтамыр кеүек. Уны бөтөрөргә
210