Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 212


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҠ ТИРМӘ
ных дождях. ■ Көн оҙаҡ яуынлап китһә, аҡ теләккә сығалар. Ә.Шәмиғолова.
АҠ ТИРМӘ (Р.: белая юрта; И.: white jurt; T.: beyaz çadır) и.
Ҡәҙерле кешеләр өсөн тәғәйенләнгән тирмә. □ Юрта для почётных гостей, доел. Белая юрта. ■ Туры атты егет, куҙ тейеу-ҙән ҡурҡып, ошо аҡ тирмәлә йәшергән булған. Әкиәттән.
АҠ ТИРӘК (Р.: белый тополь; И.: White Poplar; T: ak kavak) и.
1. бот. Тирәктәр төрөнә ҡараған япраҡлы ағас. □ Тополь белый, тополь серебристый (лат. Populus alba).
2. миф. Изге табыныу ағасы. □ Белый тополь (священное дерево).
3. этн. Ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарының ырыу ағасы. □ Родовое дерево отдельных башкирских родов. ■ Тукәндәр менән ҡунаҡтар ауыл урынындағы ырыу ағасы — аҡ тирәк янында ырыу атрибуттары, ауылды нигеҙләусенең исем-аты яҙылған иҫтәлекле таҡтаны, «Шәғәле Шаһман ырыуы» тигән һуҙҙәр яҙылған таҡтаташты тантаналы рәуештә асты. «Юшатыр», 27 июль 2010.
АҠ ТИРӘК, КҮК ТИРӘК (Р: название детской национальной игры; И.: kind of children’s game; T: çocuk oyunu) и. этн.
Балалар уйыны исеме. □ Название детской национальной игры. ■ Командаларға буленеп етеҙлектә лә ярыштылар, «Аҡ тирәк, кук тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Аҡтар-ҡыҙылдар», «Йөҙөк һалыш» кеуек балалар уйындарын да кемуҙарҙан уйнанылар. «Даирә», № 98, 2010.
АҠТОРМА (Р: хрен; И.: horseradish; T: yabanturpu) и. бот. диал.
Керән. □ Хрен.
АҠ ТӨЛКӨ (Р: песец; И.: polar fox; T: kutup tilkisi) и. зоол.
Тиреһе аҡ төҫтә булған йәнлек. □ Песец (лат. Alopex lagopus). ■ Оҙон йөнлө йәнлектәр — аҡ төлкө, урман эте, төлкө, буре, һеләуһен, бурһыҡ, һыуһар һәм башҡалар. «Башҡортостан», 15 март 2011.
АҠ ТӨНДӘР (Р: белые ночи; И.: white nights; T: beyaz geceler) и.
Ҡараңғы төшөп тормай, киске эңер туранан-тура таңға күскән төньяҡтағы йәйге төндәр. □ Белые ночи.
АҠ ТӨШӨҮ (аҡ төш-) ҡ. ҡар. аҡ V.
АҠ ТУҠРАНБАШ (Р: клевер белый; И.: white clover; T: yonca) и. бот.
Күп йыллыҡ йомро башлы сәскәле үҫемлек. □ Клевер белый (лат. Trifolium repens).
■ Ер йөҙөндә меңдән ашыу баллы уҫемлек төрө бар, әммә бал ҡорттары уларҙың ҡырҡ-иллеһенән генә тат йыя; баллы уҫем-лектәргә ҡарабойҙай, көнбағыш, люцерна, аҡ туҡранбаш, pane, ҡандала уләне, аҡ акация, ҡурай еләге, ҡара кортмәле, эт муйылы, йукә һ.б. инә. «Таң», 17 август 2011.
АҠ ТУРҒАЙ (Р.: белая лазоревка; И.: willowbiter; T: gök mavisi baştankara) и. зоол.
Ҡарабаш турғайҙар ғаиләһенә ҡараған, ҡанат-ҡойроғо зәңгәрһыу, башҡа ере аҡ төҫтәге ваҡ урман турғайы; буран турғайы.
□ Белая лазоревка (лат. Cyanistes су anus).
■ Аҡ турғай — өҙлөкһөҙ һикергеләп йөрөусе ҡошсоҡ. Э. Ишбирҙин.
АҠТҮБӘТӘЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Гәрә ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир рода гэрэ.
АҠТҮШ (Р: оляпка; И.: white throated dipper; T: dere kuşu) и. зоол.
Шишмә һәм йылға буйҙарында йәшәгән, байтаҡ ваҡыт һыу эсендә тора алған, йылы яҡҡа күсмәй торған турғай; һыу турғайы.
□ Оляпка, воробей водяной (лат. Cinclus cinclus). ■ Аҡтуштең ҙурлығы сыйырсыҡтан. Ояһын муктән эшләй, һыу өҫтөндәге ботаҡтарға, тамырҙарға, өңөлгән яр йәки гөрләуектәр аҫтына ҡора. Э. Ишбирҙин.
АҠТЫҠ I (Р: последний; И.: final; Т.: son) с.
Иң һуңғы, иң аҙаҡҡы. □ Последний, конечный. Аҡтыҡ таяныс. Аҡтыҡ һыныҡты булеп биреу. ■ Аҡтыҡ малдан яҙыуы бигерәк
212